Кәрәк:
- шәкәр ҡомо – 2 ст.
- һөт –1 л
- аҡ май – 100 гр
- крахмал – 1 сәй ҡ.
- йомортҡа һарыһы – 5 шт.
1. Аҡ майҙы йылы һөткә һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнатып сығармайбыҙ...
2. Икенсе һауытҡа шәкәр ҡомо, крахмал һәм йомортҡа һарыһын ҡушып болғатабыҙ.
3. Шунан башта әҙерләгән Һөттө өҫтәп болғатҡас, ҡаймаҡ һыйыҡлығандағы масса килеп сыға.
4. Килеп сыҡҡан массаға, яйлап ҡына, бая ҡайнап сыҡмаған, һары төҫтәге һөттө - болғата-болғата өҫтәйбеҙ.
5. Ҡайнатып сығарабыҙ. Һыуынғансыға тиклем, массаны һыуыҡ һыуға ултыртып, бутап торабыҙ... Һыуынғас йәнә болғатып, айырым һауыттарға һалып, һыуытҡысҡа туңдырырға ҡуябыҙ.
Тәмле булын!..