– Ашап ҡарағас әйтерһең инде, ҡыҙым,– тип йылмайҙы әсәһе.
Хәҙер фарш бер аҙ ултырып торһон. Тәмләткестәрҙең тәме иткә һеңһен. Ә беҙ сәй эсеп алайыҡ та, артабан эште дауам итербеҙ.
Күңелле итеп һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. Әсәһе сәй янында мал аҫырауҙың файҙаһын һөйләне. «Һыйыр малының ите лә, һөтө лә, майы ла була. Кибеттән һатып алып тормайһың. Йыл буйына рәхәтләнеп ашайһың» – ти.
Сәйҙән һуң әсәләре эште һәр ҡайһыһына бүлеп бирҙе.
Тултырмаға малдың киңерәк эсәктәрен һайлап алалар икән. Нурия эсәктең бер осон еп менән бәйләне. Мәрйәм икенсе осон асып тотоп торҙо, ә әсәһе эсәк ауыҙына фарш һалды. Ул эсәктең ит һала торған осон эсәктең ауыҙы, ти.
– Әсә-ә-әй, – тине Нурия, мин ни өсөн был ашамлыҡтың тултырма, тип, аталғаным белеп ҡалдым. Эсәк эсенә ит тултырып һалғас, шулай атайҙар икән.
– Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым.
Бына шуны ла белеп ҡуйғыҙ, ҡыҙҙарым: бешерергә һалғас, бер ни тиклем ваҡыттан һуң, тултырманы бер нисә урындан сәнске менән тишергә кәрәк, улай эшләгәндә ит араһындағы һауа тышҡа сыға. Тултырма ярылмай бешә. Артыҡ оҙаҡ та бешерергә ярамай, йүғиһә, тәме юғала.
Өй эсенә бешкән тултырма еҫе таралды. Һауыт - һабаны йыуып бөтөүҙәренә аталары эштән ҡайтып инде.
–Э-э-эй, ниндәй тәмле еҫтә-ә-әр! Тултырманың ғына шулай тәмле еҫе була.
– Әйҙә, әйҙә атаһы! – тип ҡаршы алды әсәләре атһын. – Тултырма әҙер ҙә инде. Йылыһында ғына ифрат тәмле була, – тип сөгөндән тултырманы һоҫоп алды. Уның йөҙө шат. Ниндәй генә ризыҡ бешерһә лә, әсәләренең ҡулы оҫта. Һәр хәрәкәте килешле. Матур, яғымлы һүҙҙәре менән барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итә.
Ул, башта, боһорап торған тултырманы ваҡ өлөштәргә телде. Һуңынан янына яртылаш ярып бешерелгән бәрәңге, кишер, бер яҡ ситенә төплө һуғанды түңәрәкләп ҡырҡып теҙеп һалды ла, батмусты ашъяулыҡҡа алып килеп ҡуйҙы.
– Әсә-ә-әй, һин ҡайһылай ҙа дөрөҫ әйткәнһең:«Татыу эшләгән аш тәмле була» – тип. – Бигерәк тәмле бешкән тултырма, телеңде йоторлоҡ! – тине Мәрйәм, тултырманы ашап.
– Һа-а-ай, ҡыҙҙарым ҡул араһына ла инә башлағандар! Татыуҙар ҙа. Бына ниңә тәмле булған икән тултырма! –тип аталары ҡыҙҙарын яратып һөйөп алды.
Мәрйәм дә, Нурия ла бөгөнгө эштәренән сикһеҙ ҡәнәғәт булдылар. Тултырма эшләүҙең серенә лә төшөндөләр.
-------------------------------------------------------------------—
көр* - мал итенең сифаты яҡшы мәғ.
һүле* - иттең һуты