тәменә ҡарап төйөлгән татлы паприка;
тәменә ҡарап төйөлгән ҡара борос.
1. Картуфты таҙартып, 1 см ҡалынлығында киҫергә.
2. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туғырға.
3. Тоҙ, татлы паприка, ҡара борос өҫтәргә.
4. Картуфҡа йомортҡа ағын өҫтәп, һәр картуф киҫәге ҡапланырлыҡ итеп, тәрән һауытта яҡшылап болғарға.
5. Духовканы 200-220 градусҡа тиклем йылытырға. Противенгә пекарь ҡағыҙын йәйеп, унда картуф киҫәктәрен теҙеп һалырға. 7-10 минут бешергәндән һуң ҡағыҙҙы алырға һәм картуф алтын төҫкә ингәнсе бешереүҙе дауам итергә.