Духовка ҡыҙғансы ҡамыр әҙерләйбеҙ. Йомортҡаның һарыһынан айырып алырға кәрәк. 3 йомортҡа һарыһын, иретелгән май, ярты стакан шәкәрҙе яҡшылап болғатабыҙ. Он ҡушып, ҡамыр баҫҡас, һыуытҡысҡа һалып торабыҙ.
Ул арала банандарҙы балдаҡлап турайбыҙ.
Ҡамырҙы табаға йәйгәс, банандарҙы теҙеп һалабыҙ һәм өҫтөнән ҡаймаҡ һылайбыҙ (ҡаймаҡҡа тәменә ҡарап шәкәр, кокос онтағы, ванилин һалырға мөмкин). Яртылаш әҙер пирогты 20 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.
Пирог бешкәнсе йомортҡаларҙың ағы менән ярты стакан шәкәрҙе ныҡ ҡына итеп туҡыйбыҙ. Уны пирог өҫтөнә һалғас, тағы 3 кенә минутҡа духовкаға ҡуйып алабыҙ.