-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
17 Март 2021, 09:35

"РАФАЭЛЛО" КӘНФИТТӘРЕ

“Рафаэлло” кәнфитен яратмағандар юҡтыр. Тик уны йыш алып ҡына булмай шул, хаҡы тешләшә башлай. Ә уны бит өйҙә лә эшләп була! Тәме магазиндыҡынан айырылмай ҙа хатта!Эшләп ҡарайбыҙмы?

Уның өсөн кәрәк:
150 г. кукуруз таяҡсалары;
1 банка ҡуйыртылған һөт;
миндаль (сәтләүекте теләгегеҙгә ҡарап);
кокос онтағы.
Кукурузды ит үткәргес аша үткәреп алырға ла уға ҡуйыртылған һөттө ҡойорға. Матур итеп болғатырға. Килеп сыҡҡан “ҡамыр”ҙы шарҙарға бүлергә. Һәр шар эсенә сәтләүек йәшерергә. Кокос онтағында әүәләгәндән һуң, 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торорға.
Беҙҙең рафаэлло кәнфиттәре әҙер! Алып ашарға ла мөмкин.
Читайте нас: