+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
22 Ғинуар 2021, 13:20

СЫРЛЫ КРЕКЕРҘАР

Бешеренергә яратҡан ҡыҙҙар өсөн

ҡаты сыр – 100 г,

он – 100 г,

май – 70г,

һыуыҡ һыу – 2 аш ҡалағы,

тәменә ҡарап тоҙ.

Крекерға паприка, ҡыҙыл борос өҫтәргә, кунжут йә мәк һибергә мөмкин.

1. Сырҙы ҡырғыстың ваҡ яғынан ҡырырға, он менән бутарға, һыу өҫтәргә һәм ҡул менән ыуырға. Таралып торһа, ҡамыр “йыйылғансы” әҙ генә һыу өҫтәргә. 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.

2. Ҡамырҙы нәҙек кенә итеп йәйеп, фигуралар яһап ҡырҡырға, тишектәр яһарға.

3. 200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 8-10 минут бешерергә.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Читайте нас: