Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла сыр ярата. Әсәй – эретелгәненә, атай йомшаҡ һәм тоҙлораҡ сорттарына өҫтөнлөк бирә, миңә һәм туғаныма тишекле ҡаты сыр оҡшай.
Беҙҙе атай менән әсәй Туймазы районының Ҡарат ауылында урынлашҡан Листгартендарҙың ғаилә фермаһына алып барҙы. Консерванттар һәм өҫтәлмәләр ҡушылмайса ҡулдан яһалған сыр элекке рецепттар буйынса эшләнә, тинеләр. Унда тәбиғи йогурттар, ҡаймаҡ, май һәм эремсек тә етештерелә.
Беҙ сыр яһау оҫтаһы Павел Листгартен менән таныштыҡ. “Уңыш сере – ул яҡшы кәйеф һәм эшеңде яратып башҡарыу!” – тине ул беҙгә. Бында 15 төр сыр етештерелә икән. Пастеризация үткәс, һөттөң барлыҡ файҙалы элементтары һаҡлана, бактериялар үрсемәй икән.
Сыр – файҙалы продукт. Унда кальций бар, ул һөйәктәрҙе нығыта, тештәрҙе һаҡлай. Сырҙа фосфор, цинк, калий, магний күп, улар кеше организмына бик кәрәк. Бигерәк тә беҙгә.
Сыр яһау эше мине бик ҡыҙыҡһындырҙы, шуға ошо мәҡәләне яҙырға һәм журналға тәҡдим итергә булдым. Уны беҙҙәге рецепт буйынса ерлектәге эшҡыуарҙар ҙа етештерһә ине.