1 банан
50 грамм эремсек
50 грамм май
3 аш ҡалағы шәкәр
2 аш ҡалағы какао
1 аш ҡалағы ҡаймаҡ
Эремсекте ике ҡалаҡ шәкәр һәм май менән болғайбыҙ. Бананды ҡабығынан әрсеп, тәрилкәгә һалабыҙ. Эремсекле массаны ҡалаҡ менән ипләп кенә бананға һылайбыҙ. Өҫтөн шоколад менән ҡаплайбыҙ.
Шоколадты әҙерләү: кәстрүлгә ҡаймаҡ, шәкәр һәм какаоны һалып, утта иретәбеҙ. Шоҡолад ҡуйырмаҫ борон, эремсекле массаны ҡаплайбыҙ. Өҫтөн ваҡланған сәтләүек, кокос йә төҫлө ваҡ кәнфиттәр менән биҙәргә мөмкин.
+20 °С
Болотло