Илебеҙҙә иң күренеклеһе - Урал тауҙары. Улар төньяҡтан көньяҡҡа табан бөтә ил аша һуҙылған. Элек Уралды Рус еренең таш билбауы тип йөрөткәндәр, сөнки ул илдең Европа өлөшөн Азия өлөшөнән айырып тора. Урал тауҙары бейек түгел. Ләкин ул элек-электән сығарылған ҡаҙылма байлыҡтары менән данлыҡлы. Бигерәк тә ғәжәп матур малахит һәм ҡиммәтле аҫылташ – зөбәржәт билдәле.
Ирәмәл – Көньяҡ Уралдың иң матур тауы. Бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Уның бейеклеге – 1582 метр. Беренсе урында – Ямантау – 1640 метр. Ирәмәл – элек-электән изге тау йәки ырымлы тау тип йөрөтөлгән. Ирәмәлгә менеп етһәң, бар арыу-талыуҙарың юҡҡа сыға. Уны кешегә көс биреүсе имле тау тип һанағандар. Яҡын-тирәлә йәшәүсе кешеләр хатта Ер кендеге тип уйлағандар уның тураһында.
Ҡайһы бер ғалимдар Ирәмәл һүҙенең килеп сығышын боронғо төрки һүҙе эмэл – эйәр һүҙе менән бәйләй. Сөнки Ирәмәлдең ике түбәһе бар: Ҙур һәм Бәләкәй Ирәмәл уртаһындағы артылыш, ысынлап та, эйәргә оҡшаған.
Ирәмәл – иҫ киткес тау ул. Унда һауа торошо 20 минут һайын үҙгәрергә мөмкин. Әле генә ҡояш ҡарап торһа, көтмәгәндә ҡар яуа башлай, буран сыға. Йәй буйы тиерлек түбәләрендә ҡар ята.
Ә ундағы матурлыҡ! Тел менән генә тасуирлап бөтөү мөмкин түгел. Үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.
Ирәмәлдән бик күп шишмәләр ағып сыға. Ағиҙел йылғаһы ла шунан башлана. Ирәмәлдең түбәһендә эдельвейс сәскәһе үҫә. Уны батырлыҡ билдәһе тип йөрөтәләр.
Ирәмәлдә алтын тамыр тигән бик һирәк осрай торған дарыу үләне үҫә. Боронғолар алтын тамыр атмыш төрлө сиргә дауа тип иҫәпләгән. Үкенескә ҡаршы, Ирәмәл алтын тамырына юғалыу ҡурҡынысы янай. Беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ.
Башҡорт Википедияһы
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан