-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт ҡомартҡыһы
16 Ноябрь 2021, 10:20

АСЫЛЫГҮЛ

* * * Асылыгүл Башҡортостандың Дәүләкән районында, ҡаланан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

АСЫЛЫГҮЛ
АСЫЛЫГҮЛ

 Күлдең киңлеге - 5, оҙонлоғо 8 километрға етә. Тәрәнлеге 7 метрҙан артмай. Һыуы таҙа, әскелтем тоҙло. Асылыгүл буйы һирәк осрай торған йәнлектәргә һәм үҫемлектәргә бай. Элек уның тирә-яғы тотош ылыҫлы урман булған. Күлдең көньяғында ҡарағастар үҫкән. Ҡыр ҡаҙҙары, аҡҡоштар, өйрәктәр, көньяҡтан ҡайтҡанда, күлгә төшәләр. Ҡаяларҙа ыласындар, ҡом өйрәктәре осрай. Асылыгүл - ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: