+1 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
13 Февраль 2023, 11:00

Ҡар бөртөктәре

(Хикәйә) Нәсимә ҒАЙСИНА

Ҡар бөртөктәре
Ҡар бөртөктәре

Миҙгелдең ҡыш айы. Бейек-бейек күктән ҡарҙар яуа. Ҡыштың ҡары селт аҡ ҡар бөртөктәренән тора. Һәр береһенең үҙ биҙәге. Бер-береһенә оҡшамағандар ҙа бит әле... Төрлө-төрлө генә йәмдә матурҙар. Бар ҙурҙары, бәләкәйҙәре лә. Тын һауала әкрен генә бәүелә-бәүелә аҫҡа табан төшәләр. Уйнай-көлә берәүҙәре ағас ботаҡтарына, икенселәре текмә, өсөнсөләре түбәнгә килеп ҡунаҡлайҙар. Ҡайһылары хатта етәкләшеп алғансы...Үҙҙәре шаттар. Ғәжәп.... Шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан. Эй йым-йым килешеп яналар!


Яңы яуған ҡар тыныуы һулышыма тулды. Ниндәй саф һауа! Йым-йым яуған ҡарҙар аҫтында шундай рәхәт. Ҡарҙар тауҙарҙы, урмандарҙы, туғайҙарҙы юлдарҙы ағартып сыҡты. Баҡтиһәң дә, ҡыштың ҡар бөртөктәре ергә ырыҫ-бәхет килтерер өсөн яуа икән дә-ә-ә. Минең дә ҡарҙар һымаҡ булаһым килде. Их, кемделер бәхетле итәһе, ҡыуандыраһы ине...Шул саҡ Фәнистең тауышы ишетелде:
– Кәримә апа-а-ай, бөгөн Сәлим сана шыуырға сыға алма-а-й. Тамағы ауырта, – тип килеп инде урамдан, эсе бошоп.
– Борсолма, мин һинең менән уйнайым. Әйҙә, тауға һөйрәтеп алып барам.

Фәнистең бошоноҡо кәйефе шунда уҡ юҡ булды. Йүгереп барып санаһын алып килде лә, ултыра ла һалып алды. Ҡустымдың шатлыҡтан осҡонланып балҡыған күҙҙәрен, ауыҙы ҡолағына еткәнен күреп, мин дә йылмайҙым. Һе-е-е ...бына нисек була, яҡшылыҡ эшләү башҡаларға ла, үҙеңә лә бәхет кенә килтерә икән. Был яғына гел ҡустым менән уйнармын, Сәлимде лә бергә алырмын.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: