+1 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
9 Декабрь 2022, 14:58

ТӨЛКӨ (Хикәйә)

Ҡыштың матур бер көнөндә улым Хәниф менән урманға киттек. Үҙебеҙ менән Ҡашҡарҙы ла алдыҡ. Урманға һоҡланып йөрөй торғас, алдараҡ Ҡашҡарҙың өргән тауышын ишеттек. Тауышҡа ҡарап барһаҡ, ни күрәбеҙ: Ҡашҡар эргәһендә бер төлкө тора...

ТӨЛКӨ (Хикәйә)
ТӨЛКӨ (Хикәйә)
Ҡыштың матур бер көнөндә улым Хәниф менән урманға киттек. Үҙебеҙ менән Ҡашҡарҙы ла алдыҡ. Урманға һоҡланып йөрөй торғас, алдараҡ Ҡашҡарҙың өргән тауышын ишеттек. Тауышҡа ҡарап барһаҡ, ни күрәбеҙ: Ҡашҡар эргәһендә бер төлкө тора. Башын Ҡашҡарҙың муйынына һалған. Ә эт, үҙ балаһындай күреп, төлкөнө иркәләй.
Ысынлап та Ҡашҡар төлкөнө үҙе тәрбиәләгән ине. Эш былай булды: йәй көндө Хәниф урмандан төлкө балаһы алып ҡайтты. Ул бәләкәй генә, хатта ашай ҙа белмәй ине. Ни эшләтергә уны? Беҙ уны, Ҡашҡар ояһынан сыҡҡан арала, көсөктәре янына һалдыҡ. Ҡашҡар сит йәнлекте шунда уҡ һиҙҙе, асыуланып, ырылдап торҙо. Ә төлкө балаһы ҡурҡыныс барлығын һиҙмәне, мороно менән Ҡашҡарҙы төрткөләп алды, уны үҙ әсәһе тип уйланы инде ул. Ҡашҡарҙың күңеле йомшарҙы, ул төлкө балаһын имеҙә башланы.
Эт тә, төлкө лә был ваҡиғаны онотмағандар. Улар урманда осрашҡас та бер-береһен танығандар.
Хәниф уларға яҡын бара башлағайны, төлкө йәһәт кенә урманға инеп китте. Ул кешеләрҙән ситләшкәйне.

Зинур ХИСМӘТУЛЛИН
 
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: