Кескәй Әминә әсәһе, уның бер туған һеңлеһе Ләйсән менән йәшәй. Кескәй генә бер бүлмәле фатирҙа тора улар, әммә урын тарлығына был өсәү һис кенә лә бошмай. Нимә ти әле әсәһе? “Баш өҫтөндә ҡыйығыбыҙ булғанға шөкөр. Башҡаһы бәлә түгел. Бына минең ҡошсоғом һау булһын, үҙебеҙ ҙә”, – ти ҙә ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡлай, иркәләп һөйә. Ләйсән апаһы йылмайып ҡарап тора. Атаһын хәтерләмәй тиерлек сабый Әминә. Ныҡлап иҫ белә башлағанда ул бында юҡ ине инде. Шуғамы икән, әсәһенән “Ҡайҙа минең атайым?” тип һорап йөҙәтмәй. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас ҡына, бүтән балаларҙы атайҙары килеп алғанын күргәс, һорай ҡуйҙы. Әсәһе бер аҙға ғына юғалып ҡалды кеүек. Унан: “Ул икенсе яҡта йәшәй, балам. Өлкәндәргә шулай тура килә ҡайһы саҡта”, – тине лә: “Йәә, бөгөн сәйгә ниндәй тәмлекәс алабыҙ әле?”– тип уның танау осонан үбеп алды. Эх, белә әсәһе Әминәнең иғтибарын нисек икенсе яҡҡа борорға! Тәмлетамаҡ шул ул. Хәйер, ниндәй бала тәмле-татлы яратмаһын? Балалар баҡсаһынан сыҡҡас, әсәле-ҡыҙлы икәүләп мотлаҡ магазинға инә улар. Оҙаҡламай Ләйсән апаһы ла ҡайтыр, һәм улар өсәүләп көлөшә-көлөшә, бер-береһенә көн эсендә булған яңылыҡтарын һөйләй-һөйләй, киске тамаҡ ашар. Ләйсән апаһы үҙе студент, үҙе эшләп тә йөрөй. Апаһына, Әминәнең әсәһенә инде, ярҙам булһын, ти. Йәш кенә ул апаһы. Әминә белә, уға егерме йәш. Яҡшы уҡығанын, яҡшы холоҡло икәнен дә белә апаһының, әсәһе лә бит, ана, уны маҡтап, арҡаһынан һөйөп ала, ғорурланам һинең менән, һеңлем, маладис һин! Һин булмаһаң, нишләр инем, ти. Әминә лә ярата апаһын, уның үҙе менән уйнағанын да ярата. Иртәгә – балалар баҡсаһында байрам. Әсәйҙәр көнөнә бағышланған ул. Әминә унда һөйөклө әсәһенә төбәп матур шиғырын ятлап күрһәтәсәк. ...Иртә менән әсәһе иркәләп уятты: “Йә, тор, бәләкәс, кем бөгөн байрамда шиғыр һөйләй әле?” Йоҡоһона баш була алмай иҙерәп ятҡан Әминә, бөгөнгө матур тамашаны иҫенә төшөргәс, кирелә-һуҙыла килеп тә торҙо. Балитәкле матур күлдәкте һалып алып, йылтырап торған сәсүрместәр тағып, әсәле-ҡыҙлы балалар баҡсаһына юлланды. Әминәнең кәйефе шәп, бер туҡтауһыҙ ниҙер һөйләй, әсәһен көлдөрә. Байрам һуңғараҡ, төшкө ашҡа тиклем була. Әсәһе әле эшенә лә барып килеп өлгөрә әле.
– Әсәй, һин һуңлап ҡуйма, йәме? – тип борсола Әминә. Улай булһа, әсәһе үҙенә арнап ятлаған шиғырын ишетмәй ҡалыр, тип ҡурҡа.
– Юҡ инде, бәләкәсем! Берәй ҡасан һуңлағаным бармы ни минең? – тип йылмая әсәһе. Юҡ та ул. Тик Әминә барыбер киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәкле таба. Әминәне үбеп, ишектән сығырға йөрөгән әсәһе ниңәлер боролдо ла уны тағы ныҡ итеп ҡосаҡланы. “Осрашҡанға тиклем, бәләкәсем!” – тине ул, ҡыҙының бит алмаларынан тотоп, күҙҙәренә ҡарап торҙо. “Көтәм, әсәй!..”
* * *
Байрам башланырға йөрөй. Бөтәһенең дә тиерлек әсәләре килеп бөттө, мәж килеп балаларын кейендерәләр, тирә-яҡта – шаулы йәнлелек. Әминәнең генә әсәһе юҡсы. Ҡыҙыҡай ишек яғына бара ла әйләнә, бара ла әйләнә. Эх, ғүмерҙә булмағанды, һуңлап ҡуйыр микән ни әсәһе? Тәрбиәсе апаһы уға матур күлдәген кейергә ярҙамлашты, йүгереп уйнағанда бер аҙ туҙа төшкән сәстәрен рәтләне. Байрам башланғас та Әминәнең әсәһе күренмәне. Һаман өмөтөн юғалтмаған ҡыҙыҡай шиғырын һөйләргә сыҡҡанда ла ҡарашы менән ғәзизен эҙләне. Унан, ятлап та бөтмәй, башын түбән эйеп, урынына барып ултырҙы... Байрам тамамланғанда инде ҡыҙыҡайҙың иртәнге күңелсәклегенән эҙ ҙә ҡалмағайны. Кескәй генә ҡул һырты менән күҙҙәрен ышҡый-ышҡый илаған баланы алдына ултыртып, тәрбиәсе апаһы: “Тыныслан инде, бәләкәс. Үпкәләмә әсәйеңә. Моғайын, бер бик мөһим эше булған да килә алмағандыр. Бығаса килмәй ҡалғаны юҡ ине бит. Тимәк, бөгөн форсаты булмаған”, – тип йыуатты. Башҡа балалар байрамдан һуң арып, тиҙ генә көндөҙгө серемгә китте. Тәрбиәсе апай Әминә янына килеп, карауатына ултырҙы. Ниңәлер бик моңһоу ине ул. Кәйефе бөтөнләй төшөнкөләнеп, йоҡоға китә алмай аҙапланған ҡыҙыҡайҙың сәстәренән һыйпаны, үҙе: “Ии, балаҡай, балаҡай”, – тип ҡабатланы. Башынан һыйпағанға иҙерәп, илап та арыған бала йоҡоға талды. Кисен уны баҡсанан алып ҡайтырға ла килмәне әсәһе... Төркөмгә инеп-сыҡҡан апайҙар ниңәлер шымтайған, ҡайһылары Әминәне ҡосоп-ҡосоп һөйә, танауҙарын мыш-мыш тарта. Әминә иһә һаман ғәзизен көтә. Төркөмдә бер бала ла ҡалмағайны инде. Әсәһен көтөп ишек төбөнән дә китмәгән Әминәне кейендереп, тәрбиәсе апаһы: “Әсәйең килеп ала алмай, балаҡай. Хәҙер апайың килер”, – тип һөйләнде, үҙенең ниңәлер тауышы ҡалтыранды. “Бәлки, бөгөн миңә генә барып торорһоң?” Бөгөнгө ваҡиғанан шаңҡыған, көтөүҙән арыған баланың инде иларға ла хәле ҡалмағайны. Шул минутта ишектә Ләйсән апаһы күренде. Ҡапыл Әминәнең быуаһы йырылдымы ни, зар илап, яҡын кешеһенең күкрәгенә ташланды: “Ниңә әсәйем килмәне-е-е?” Апаһы ла илай бит, ниңә?! Быны күргән ҡыҙыҡай көтөлмәгәнлектән ҡапыл тынысланды. Ә апаһы йылмайырға тырышты: “Ҡара әле, туғаным, мине лә илаттың, – тип башына ябынған матур яулығының осо менән күҙ йәштәрен һөрттө. – Әсәйең бөгөн килә алманы... шул, кисер уны. Командировкаға... китергә тура килгән уға”. Тәрбиәсе апаһының да күҙҙәре ҡыҙарған. Ул Ләйсән апаһының яурынынан ҡосаҡлаған да шым ғына ниҙер һөйләй, “опека” тигән ят һүҙ ҙә ишетелеп ҡалды шунда. Әсәһе эшендә тотҡарланып китһә, апаһы ла килеп ала уны ҡайһы берҙә. Шуға тәрбиәселәр ҙә Ләйсәнде белә, үҙ итә. “Баяғы һүҙ нимә аңлаталыр инде. Йә, ярай, һорар әле әсәһенән...”
* * *
Апаһы менән шым ғына атланылар. Әминә бер аҙ тынысланған, тик ниңәлер һөйләшкеһе килмәй. Ләйсән апаһы уның кес кенә устарын ҡыҫып-ҡыҫып ала. Бына ул туҡтаны ла эйелеп ҡосағына алды, бәүелтеп торҙо. “Әминәкәй, бәләкәс, эй яратам һине!” – тип хас та әсәһе кеүек танау остарынан үпте, ә үҙенең күҙҙәренән, ни ғәжәп, йәштәр тәгәрләне. Апаһын тынысландырырға теләп, бала ла уны ҡыҫып ҡосаҡланы: “Ниңә илайһың, апай?” “Эй, күҙемә сүп эләккән, шул ...йәшкәҙәтә”, – тине апаһы, тауышы ҡалтырап сыҡты. ...Үтә борсоулы, арытҡыс был көн үҙенекен итте. Әминә йоҡоға талды. Тик йоҡоһо тыныс түгел ине баланың, яурындары ҡуҙғалып-ҡуҙғалып ҡуя, төшөндә лә илайҙыр, күрәһең... Ә янында – керпек тә ҡаҡмаған Ләйсән апаһы. Йәш ҡыҙ бала оло ҡайғыға ҡалған. Бер көн эсендә өҫтөнә ишелгән афәттән шаңҡыған ул, артабан ни хәл ҡылырға ла белмәй аптырап ҡалған. Йә, ҡайһылайтып ошо күбәләктәй сабыйға әсәһенең инде бер ҡасан да ҡайтмаҫын әйтергә, аңлатырға?! Ҡыҙының шиғырын тыңларға ашҡынып китеп барған әсәне йәйәүлеләр сыға торған ерҙән урам аша үтеп барғанда машина бәрҙереп, шул урында йән биргәйне... Ләйсәндең донъялағы берҙән-бер яҡын кешеһе, әсәһе урынына ҡалған йән киҫәге... Водитель шәп килгән, ваҡытында туҡтап өлгөрмәгән, тинеләр. Э-эх, ниңә уйламай шулар кемделер балаһыҙ, әсәйһеҙ, атайһыҙ ҡалдырырға мөмкин икәнлектәрен?! Ләйсән дәрестә ултырғанда килде был ғүмеренең аҫтын-өҫкә әйләндергән хәбәр. Апаһының телефонынан “Һеңлекәйем минең” тип яҙылған номерҙы табып, полиция хеҙмәткәрҙәре шылтырата ине. Яман хәбәр ишетеп иҫен юйған Ләйсәнде көскә аңына килтерҙеләр. Ярай әле дуҫтары бар, Ләйсән менән бергә барҙылар. Апаһының кәүҙәһен алып киткән дауаханаға нисек барып еткәнен дә, артабанғы хәлдәрҙе лә яҙа-йоҙа ғына хәтерләй ул. Бындай ваҡытта үтәй торған процедураларҙы ярым иҫле көйө тигәндәй үтеп йөрөгәндә, ҡапыл балалар баҡсаһында ҡалған кескәй Әминә хәтеренә төштө. Сабый ғына! Ниҙәр эшләп кенә ултыралыр инде, әсәһен көтөп илап, буҫлығып бөткәндер! Ошо уй ғына Ләйсәнде аңына килтерҙе, аяҡтарына көс бирҙе. Әхирәте ярҙам тәҡдим итһә лә, Ләйсән баш тартты. Үҙе, бары үҙе барып алырға тейеш кескәй туғанын. Әсәһе юҡ, өҫтәүенә, ят кеше килеп алһа, нимә эшләр сабый? ...Ләйсән тынысланырға, асыҡ фекерләргә тырышты. Артабан Әминә менән ни булыр? Ул сабый ғына саҡта сығып киткән атаһы килеп, тартып алырмы? Хәйер, бала бит уға кәрәкмәй ҙә. Юғиһә нисәмә йыл буйы, исмаһам, бер килеп күрер, нисек йәшәгәне менән ҡыҙыҡһыныр ине. Саҡ ҡына ла ярҙам да итмәне бит ул. Ишетелеп ҡалғанса, сит яҡтарҙа яңы ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, һин дә мин йәшәп ята. Ят ҡатынға үгәй бала кәрәгеп торамы? Апаһы алиментҡа ла бирмәне, бер бөртөк баламды үҙем ҡарай алмайыммы мин, тип баш тартты. Һәм һыр бирмәне лә. Әминә атайлы башҡаларҙан бер ни менән дә ҡалышманы, матур уйынсыҡтары ла, кейемдәре лә етерлек.
“Э-эх,апай, кемгә ҡалдырҙың беҙҙе?! Ниңә шулай иртә, йәп-йәш көйө?!” – тип өҙгөләнде Ләйсән. Үҙҙәре етем йәшәүе етмәгән, хәҙер инде Әминә лә әсәйһеҙ. Әммә уны өҙөлөп яратҡан Ләйсән апаһы бар! Һеңлеһе эргәһенә бөгәрләнеп ятты. Юҡ, бирмәйәсәк ул Әминәне бер кемгә лә, үҙе ҡараясаҡ. Йәшәргә урындары бар, был фатир уларға атаһы менән әсәләренән ҡалған. Эшләп тә йөрөй. Ошо дәлилдәр етмәйме ни туғанын тәрбиәләү хаҡын үҙенә яулар өсөн?! Балалар яҙмышы өсөн яуаплы вәкәләтле кешеләр күрәләтә Әминәне уның барлығын да онотҡан атаһына, ят ҡулдарға тоттороп ебәрмәҫ бит, моғайын! ...Йонсоу ғына көҙ булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн иртән йылмайып ҡояш ҡалҡты. Ҡара ҡайғыһына батып атлаған Ләйсәндең йөҙөн иркәләне. Ике етемдең киләсәгенә ишара түгелме был?.. Һәр хәлдә, ҡыҙ ошоға юраны...
-4 °С
Ҡар