-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
29 Июнь 2022, 19:05

Үкенес (Хикәйә)

Ә кашауай алыҫлашҡандан-алыҫлаша. Быны күреп, ҡыҙыҡай ҙа, танауын мыш-мыш тарта-тарта, аҙымдарын тиҙләтергә тырыша. Тик ат артынан етеп буламы ни? Арыпмы, әллә абыныпмы, ул тағы ла йөҙө менән гөрҫ итеп ергә ҡоланы. Башын күтәреп ҡарағанда тегеләр күҙҙән юғалғайны инде. Йөрәккенәһе һулҡылдап типте сабыйҙың. Торорға итте, хәле етмәне.– Әсәй! Сыбарҡай! – тип бар көсөнә ҡысҡырҙы. Ишетеүсе булманы. Шулай күпме ятҡандыр, бер аҙҙан атаһы килеп күтәреп алып ҡайтып китте...

Үкенес (Хикәйә)
Үкенес (Хикәйә)


Уйға бирелеп ултырған Сәриә апайҙың сикәләре буйлап ҡайнар йәш тәгәрәне. Күпме оноторға тырыша ошо ваҡи­ғаны. Ә ул, үс иткәндәй, ғүмер үткән һайын, күңелде нығыраҡ ялмай ғына бара. Хәҙер балаларын буй еткереп, ейәндәрен үҫтерешә бит инде. Уларҙы ҡулдарына алып һөйгәндә лә, ауырыған ваҡыттарында ла, уңыштарына ҡыуанғанда ла, өс улы өс яҡтан тороп үҙен байрамдар менән ҡотлағанда ла ошо бала күҙ алдына баҫа. Уға әсәһенә иркәләнеп үҫергә яҙманы, үҙен дә бер байрам менән дә ҡотлай алманы. Ә бит ҡәҙерле кешеһе күрше генә ауылда йәшәне. Шуныһы үкенесле...
Ата-әсәһен ҡыуандырып тәүге генә бала булып донъяға килгән ҡыҙ ул Сәриә. Әсәһе һүҙгә һараныраҡ, ҡырыҫыраҡ булһа ла, атаһы ныҡ яратты ҡыҙын. Эштән ҡайһылай һағынып ҡайта торғайны. Арыуына, асығыуына ҡарамаҫтан, пыр туҙып уның менән уйнар ине. Шунан ғына ашарға ултыра. Барған бер еренән матур күлдәк йә уйынсыҡ алып ҡайта.
Тик һуңғы ваҡытта атаһына әллә ни булды. Иҫереп ҡайта ла әсәһен ҡыйырһыта. Юҡ, ҡыҙын ул элеккесә яратты, тик Сәриәгә барыбер ҡыйын. Атаһына ҡаршы бер ауыҙ һүҙ әйтмәһә лә, ул йоҡлап киткәс, әсәһе шым ғына илай. Сәриә уны ныҡ йәлләй. Эргәһенә барып йыуатҡыһы килә, ләкин асыуланыр тип ҡурҡа. Бигерәк ҡоро, ҡаты һүҙле кеше шул уның әсәһе. Иркәләү, наҙлауҙың нимә икәнен белмәй. Үҙен йәлләгәнде лә яратмай.
Ә бер көндө икәүләп тәмләп кенә сәй эсеп ултырғанда ҡапҡа алдына атлы кешеләр килеп туҡтаны. Әсәһенең йөҙө ағарып, ҡурҡыбыраҡ киткәндәй булды. Бер аҙҙан ишек шар асылып китте лә әсәһенең ағайҙары килеп инде. Һаулыҡ та һорашып торманы шикелле улар. Сәйгә саҡырыуға ла иғтибар итмәнеләр.
– Ҡунаҡ булырға килмәнек. Нисек торғанығыҙҙы ишетеп торабыҙ. Туҡмалып, кәмһетелеп йәшәргә һин кемдән кәм. Иреңдең икенсе ҡатынға әүрәүен дә бөтә халыҡ белә. Ояты ни. Әйҙә, йыйын, – тине алдараҡ торған ҡара һаҡаллыһы, әсәһенә ҡарап. – Нимә менән киткән булһаң, барыһын да ал, артығы кәрәкмәй, – тип өҫтәне икенсеһе.
Әсәһе шым ғына тороп баҫты ла, тыңлаусан бала һымаҡ, әйберҙәрен йыя башланы. Төйөнсөктәрен төйнәп, Сәриәне кейендерергә тотонғайны, ағаһы:
– Һин беҙҙән бала менән киткәйнеңме? – тигәс кенә баяғы «артығы кәрәкмәй» тигәндең мәғәнәһе аңлашылды. Әсәһе, күҙҙәрен тултырып, ағаларына ҡараны. Тик уларҙың ниндәйҙер мәрхәмәтлек күрһәтерҙәренә өмөт юҡлығы һиҙелеп тора ине.
Бына әйберҙәрҙе санаға һалдылар. Һарайҙағы һыйырҙы ла килтереп бәйләнеләр. Быҙауын да сығарҙылар. «Их, уларҙы ниңә алалар икән?» – тип ҡыҙ борсола башланы. Ул бит көн һайын үҙ ҡулдары менән малҡайҙарына икмәк ашата ине. Сыбарҡай ҡытыршы теле менән ҡулын ялаһа ла, тартып алмай. Ул шулай Сәриәгә үҙенең рәхмәтен белдерә. Сыбарҡайҙың һөтө лә, ҡаймағы ла тәмле. Хәҙер ҡарт көрпә һыйырҙары ғына тороп ҡала инде. Уныһы яман һөҙөшә. Ниңә шуныһын алмайҙар икән, исмаһам. Сәриәнең күңеле тулды. Ҡысҡырып илап ебәрер ине, бабайҙарынан ҡурҡты. Ни атаһы һаман ҡайтмай...
– Нимә ҡатып ҡалдың, бар, – тип бабайҙары әсәһен елтерәтеп санаға ултыртты.
– Мин ҡайҙа ултырайым? – тип Сәриә әсәһе янына килеп, санаға йәбешкәйне генә:
– Һин бер ҡайҙа ла бармайһың, – тип бабаһы, беләгенән тотоп, ситкә этәрҙе.
– Әсәй, һин ҡасан ҡайтаһың? Мин Сыбарҡайҙың артынан әҙерәк кенә ҡыуып барһам буламы? – тип һораны ул алыҫтан ғына йәшле күҙҙәрен төбәп.
Әсәһе ризалығын белдереп, башын ҡаҡты.
Шул саҡ ҡапҡа асылып китте лә атаһы килеп инде. Ҡыҙ уның ҡосағына атылды. Атаһы көслө уның. Анау йылды һабантуйҙа көрәшкәнен үҙе күреп торҙо. Хәҙер бабайҙарын пыр туҙҙырып ҡыуып сығарасаҡ.
– Нимә булды? Ҡайҙа йыйындығыҙ? – тип атаһы алмаш-тилмәш бер ҡатынына, бер ағаларына ҡараны.
– Нимә булғанын һинән һорарға кәрәк. Һеңлебеҙҙе күпме мыҫҡыл итергә була? Күрше ауылда йәшәһәк тә, ишетеп торабыҙ. Ҡәҙерен белмәнең, хәҙер үҙеңә үпкәлә. Туғаныбыҙҙы алып ҡайтабыҙ.
Сәриә өҙгөләнеп атаһына ҡараны. Ниңә бер ни ҙә эшләмәй аптырап тора һуң ул? Шул һөмһөҙҙәрҙе этеп ебәреп, әсәһен кире өйгә индермәй? Ниңә «Китмә!» тип кенә әйтмәй. Ауыҙына һыу тултырған кеүек ҡарап тик тора. Бабайҙары ныҡ уҫал шул. Етмәһә, икәүҙәр. Баҙнат итмәгәндер инде.
Ҡапҡа асылды. Аттар яйлап урынынан ҡуҙғалды. Атаһы Сәриәне күтәреп, ҡапҡа тышынан оҙатып ҡалды. Аралар алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Шул саҡ ҡыҙ атаһының ҡулынан һурылып ҡына төштө лә йән-фарман ат артынан йүгерергә тотондо...
Ҡыҙыл пальтолы бәләкәй генә ҡыҙ. Нимәләр генә күрергә яҙманы һиңә? Сәриәгә үҙе бик йәл булып китте. Шул китеүҙән ул ҡәҙерле кешеһен үҫеп буй еткергәнсе бер тапҡыр ҙа күрмәне. Аралар ҙа алыҫ түгел дә бит. Ҡыҙын бер ҡасан да күргеһе килмәнеме икән ни уның? Үҙе әсәй булғас, был һорауға яуап табыу тағы ла ҡыйынлашты. Балаңа ҡарата нисек шулай мәрхәмәтһеҙ булырға мөмкин? Быны ул бер ваҡытта ла аңламаҫ, моғайын. Теләге булһа, осрашыу әмәлен барыбер табыр ине. Киткән дә уның тураһында онотҡан. Ә Сәриә бит уларҙың көтөп алған тәүге генә балаһы.
Ошонан һуң улар икәү генә йәшәне. Башланғыс синыфта ғына уҡыһа ла, атаһына терәк булырға, уны юҡ-барға ҡайғыртмаҫҡа тырышҡаны әле лә хәтерендә Сәриәнең. Уға былай ҙа ауыр бит. Зирәк аҡыллы ҡыҙ шуны ғына аңларлыҡ хәлдә инде. Һәйбәт уҡыны. Әсәһен үҙәгенә үтеп һағынған саҡтарында ла, атаһы эштә ваҡытта ғына күңелен бушатып илап алды. Ә бына атаһы ныҡ торҙо. Ҡыҙына ҡыйын булмаһын типме икән, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәне бик һиҙелмәне. Киреһенсә, кәйефе элеккегә ҡарағанда ла күтәренкерәк күренде. Танау аҫтынан туҡтауһыҙ ниндәйҙер күңелле генә көйҙө мөңрәп йөрөһөнмө, тиктомалға уны күтәреп өйрөлтһөнмө... Элекке кеүек төшкө ашҡа ла ҡайтмай ҡалмай. Ишектән үк ауыҙын йырып килеп инә: «Бирешмәбеҙ, ҡыҙым, атайың барҙа, бер нәмәгә лә ҡайғырма», – тип уны ла дәртләндереп ебәрә.
Ә бер көндө атаһы бер ят апай менән ҡайтты. Уны, Сәриә элек бер ҙә күргәне булманы. Эй матур итеп йылмая үҙе. Килеп ингәс тә, апай уның менән ихлас иҫәнләште лә ҡулына матур төргәк тотторҙо. Күстәнәс итеп төрлө-төрлө тәмлекәстәр алып килгән. Ҡайһылай һәйбәт апай, минең кәнфит ярат­ҡанымды ҡайҙан белде икән? Апай өҫтөн алыштырҙы ла аш бүлмәһенә йүнәлде. Оҙаҡламай өйгә тәмле еҫ таралды. Рәхәт икән ул өйҙә ашарға бешергән кеше булғас. Был апай оҙаҡҡа килдеме икән? Әсәһе ҡайтҡансы китмәй торһа ярар ине.
Күпме генә көтмәһен, әсәһе кире ҡайтманы, ә теге апай уларҙа тороп ҡалды. Сәриә өйрәнде лә инде. Алсаҡ апай уны яратты. Икәүләп ашарға бешерәләр, серләшеп тә алалар. Үҫкән ҡыҙ бит инде ул хәҙер. Апаһы атаһы менән ҡайһылай матур һөйләшә. Бер-береһенә серле генә ҡарап йылмаялар. Ә уның әсәһе йылмая белмәне шул. Ошолай күңел биреп һөйләшеп ултырғандары булдымы икән? Юҡтыр, моғайын. Атаһы уның әсәһен бөтөнләй яратманымы икән ни? Ә әсәһе? Ул да битараф булғандыр. Ана, был апай атаһы ҡапҡанан күренеү менән ҡаршыһына йүгереп сыға. Икәүләшеп шатланышып, көлөшөп килеп инәләр. Шуға ла өйҙә рәхәт, күңелле. Апаһынан йылылыҡ, наҙ бөркөлөп тора.
Ә ҡасан Сәриә уға «әсәй» тип өндәшә башланы икән? Хәтерләмәй ҙә инде. Шул тиклем эйәләште, үҙенең дә уға ярҙам иткеһе килеп кенә торҙо. Тик бер көндө иртән шишмәгә һыуға барғанда, ҡаршыла йәшәгән Суфия апай ғына әллә нимәләр һөйләп йәнен көйҙөрҙө. Йәнәһе лә ул уның үҙ әсәһе түгел. Хеҙмәтсе һымаҡ бил бөгәһең. Былай ҙа әҙер донъяға килгән, эшләһен, фәлән дә фәсмәтән.
Оло кеше менән һүҙ көрәштереп тормаһа ла, ныҡ асыуы килде. Шул тиклем һәйбәт кешене рәнйетергә буламы икән ни? Ул бит мине ҡарап үҫтергән. Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй, тип белмәй әйтмәгәндәр инде. Ана, үҙе әсәһе иҫенә лә алмайҙыр әле. Ә Сәриә үгәй бала икәнен бер ваҡытта ла һиҙмәне. Аҙаҡ туғандары тыуҙы. Айырып ҡараманы әсәһе уны. Бер ғаилә булып, матур үҫтеләр.
Мәктәптән һуң уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ педагогия университетына юл тотто. Тик уҡырға инә алманы. Әҙ генә балл етмәне. Күп уйлап тормай, заводҡа эшкә инде. Шунда уҡ дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр. Йәшәү шарттары яҡшы, эш хаҡы һәйбәт ине. Заводтағы ауыр ғына эш тә үҙенә оҡшай башланы шикелле. Төрлө яҡтан йыйылған ҡыҙҙар менән бер бүлмәлә йәшәү эй күңелле икән ул! Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Сәриә лә ауылына ҡыҙҙар алып ҡайтты. Әсәһе менән атаһы матур итеп ҡаршыланы. Тағы ла килегеҙ, тип хөрмәт күрһәтеп оҙатып ҡалды.
Бер мәл Яңы йыл алдынан уны әхирәте Гөлсинә Ырымбурға саҡырҙы. «Уй, йыраҡ бит әле», – тип башта риза булманы. Әсәһе менән кәңәшләшкәйне, ул фатихаһын бирҙе. «Йәш ваҡытыңда донъя күреп ҡал. Аҙаҡ теләһәң дә, йөрөп булмай», – тигәс, ризалашты. Барҙы Сәриә, рәхәтләнеп ҡунаҡ булды. Ҡайтып, аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, шул тарафтан хат килеп төшмәһенме! Әхирәтенең ике туған ағаһы Сәлихтан икән. Яңы йылды бергә ҡаршылағайнылар. Ҡыйыуһыҙ ғына күренгәйне. Ҡарале, нимәләр яҙған шул? Күргәс тә оҡшаттым, тигәнме? Эй Аллаҡайым. Сәриә яуап яҙырға ашыҡманы. Бында оҡшатып йөрөгән кешеһе бар. Заводта ойошторолған бейеү түңәрәгенә бергә йөрөйҙәр. Ул – оҫта гармунсы. Иллә мәгәр ҡыҙҙар ярата инде үҙен. Сәриәнең көнләшеп, төн йоҡламай ятҡан саҡтары әҙ булманы. Тик егеттең үҙенә ҡарата тойғоһон белә алманы. Күрешкәндә ихлас һөйләшкән кеүек...
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында бүлмәләренә сәскәләр тотоп, Сәлих килеп ингәс, аптырауының сиге булманы. Бына һиңә өндәшмәҫ, бына һиңә мәүеш. Оялышынан ул нимә эшләргә белмәне. Етмәһә, үс иткәндәй, ҡыҙҙар оҙаҡлай. Бер үҙен ҡалдырып китеү ҙә уңайһыҙ. Юлдан арып килгән, сәй эсерергә кәрәктер, моғайын, тип йәһәтләп өҫтәл әҙерләргә кереште. Ә егет һүҙгә аптырап торғандарҙан түгел икән. Сәй эскәндә әллә ниндәй ҡыҙыҡтар һөйләп көлдөрҙө. Киноға ла оҫта ғына итеп саҡырҙы. Магазиндың ҡайҙа урынлашҡанын белмәйем, юлды өйрәт әле, тип кенә урамға алып сыҡты ла, һөйләшеп бара торғас, кинотеатр алдына килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды Сәриә. Шулай уйламағанда фильм ҡарап сыҡтылар. Өфө урамдары буйлап йөрөнөләр.
Оҡшатты ул егетте, матур итеп оҙатып ҡалды. Аҙаҡ хатлашып торҙолар. Өфө – Ырымбур араһын яҡынайтып алды егет. Байрамдарҙа уйламағанда килеп төшөп, сюрприздар яһаны. Сәлих менән аралашҡан һайын уға ҡарата ҡыҙҙың ихтирамы, мөхәббәте арта ғына барҙы. Шул тиклем бәхетле ине Сәриә. Теге гармунсы егет иҫенә бер төшһәсе? Күрәһең, мауығыу ғына булған. Шунда йәнә атаһы менән әсәһе иҫенә төштө. Улар бөтөнләй бер-береһен яратмаған булып сыға. Мөхәббәт бит шундай көслө тойғо. Бар, һин уға ҡаршы тороп ҡара!
Яйлап өйләнешеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғалды. Сәриә уҡырға инәсәге хаҡында әйткәс, Сәлих ҡаршы булманы. Тик ситтән тороп белем алырһың, тине. Ҡыҙ атаһы, әсәһе менән кәңәшләшеп килергә булды. Шунда уның башына бик шәп уй килде. Үҙенең әсәһе янына инеп сығасаҡ. Күптән хыяллана ине был турала, тик нисектер һис яйы тура килмәне. Бабай­ҙарынан ҡурҡыуы ла күңелендә ҡалғайны, шикелле. Хәҙер бер кем дә ҡамасаулай ҙа, тыя ла алмаясаҡ. Унан һуң, килеүенең сәбәбе лә бар. Туйына саҡырасаҡ.
Тулҡынландырғыс күрешеүҙе күҙ алдына килтереп, уның башы әйләнеп киткәндәй булды. Уйынан бик ҡәнәғәт ҡалғайны ул. Көн буйы ирендәренән йылмайыу китмәне. Ниндәйерәк кеше икән уның әсәһе? Үҙе кемгә нығыраҡ оҡшаған – атаһынамы, әсәһенәме?
Бына юлға сығыр көн дә етте. Мул итеп күстәнәс, бүләктәр алып, сумкаһын саҡ күтәреп, Сәриә вокзалға юлланды. Иң тәүҙә әсәһен барып күрер ҙә үҙҙәренә ҡайтыр.
Ауылға килеп ингәс тә, Сәриәнең йөрәге йыш-йыш тибә башланы. Хоҙайым, танырмы икән әсәһе уны? Нисек ҡаршы алыр? Нисек йәшәгән ул ошо көнгә тиклем? Бөтәһен дә бөгөн һөйләр. Ул белмәгән нәмәләр ҙә барҙыр әле. Бәлки, ысынлап та, әсәһенең ғәйебе лә юҡтыр. Атаһы, ағалары шундай уҫал бит, нимә эшләһен инде? Ҡыҙ эстән генә шулай булғанын теләне лә шикелле. Әсәһе рәхәтләнеп күңелен асып һалыр, ә ул һис шикһеҙ уны аңлаясаҡ, ғәфү итәсәк. Аҙаҡтан янына ла ҡайтып йөрөй алыр...
Тәүге осраған кешенән ул әсәһе йәшәгән йортто һорашып белде. Бәй, килеп етә яҙған икән дәһә. Урамда кемдеңдер йөрөгәнен шәйләп ҡалды. Урта йәштәрҙәге апай бауға кер элеп йөрөй. Әсәһеме икән әллә?
Ҡапҡаны асып ингәс, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, апай уның ҡаршыһына атланы. «Бер ҙә таныш кешегә оҡшамағанһың, кем балаһы булаһың?» – тәүге һорау шул булды. Нимә тип әйтергә белмәй бер аҙ тапанып торғас, көскә:
– Мин Сәриә булам, – тип кенә өндәшә алды.
– Ниндәй Сәриә?
– Күрше ауылдан, Вәлиҙең ҡыҙы.
–Бер ҙә хәтеремә төшөрә алмайым бит әле, балам. Күрше ауылдағы түгел, үҙебеҙҙең ауылдыҡыларҙы белеп бөтмәйем. Йә, ни йомош менән килгәйнең?
– Миңә Кифая апайҙы күрергә ине.
– Мин булам.
Сәриәнең тыны ҡыҫылды. Ул бөтөнләй икенсе итеп күҙ алдына килтергәйне был осрашыуҙы. Әллә нисек, ҡаршыһында бөтөнләй сит кеше торған кеүек. Тамағына төйөр тығылды, теле көрмәләнде, ни әйтергә лә белмәй ҡыйынһынды.
– Мин – һеҙҙең ҡыҙығыҙ.
– Ә-ә-ә, бына нисек? Вәли... Күрше ауылдан... Аңлашылды. Әйҙә, үт һуң, улайһа.
Үҙен тыныс тотоуы Сәриәне аптыратты. Хатта кәйефе ҡырылды. Шатланманы ла, шикелле, әсәһе. Бер нәмәгә лә үкенмәй ҙә кеүек. Өшәнес битарафлыҡ.
Сәриә килтергән күстәнәстәрен өҫтәлгә тултырып һалды ла артабан ни эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Сәй эскәндә асылып китерме икән, тигәйне лә, унда ла ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәне. Һорауҙарға ла теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙе. Күптәрен яуапһыҙ ҡалдырҙы. Һүҙҙәре бөтөнләй берекмәне. Ни үҙенең тел осона кәрәкле генә һүҙ килмәй, ни әсәһе өндәшмәй. Бер нәмә әйтмәйенсә: «Ҡыҙым!» – тип яурынынан ҡосаҡлап алһа ла, күңеле булыр ине лә бит. Юҡ инде.
– Арыһаң, диванға ятып тор, мин быҙауҙарҙы ҡарап инәйем әле, – тип бер аҙҙан хужабикә ихатаға сығып китте.
Сәриәнең артабан был йортта бер минут та ҡалғыһы килмәне. Өҫтәлде йыйып алды, стеналағы рамлап ҡуйылған фотоһүрәттәргә күҙ йүгертте. Ана, әсәһенең йәш сағы. Итәгендә, ике яғынан сабыйҙары ултырған. Улар ҙа үҫкәндәрҙер инде. Ире иҫәнме икән? Моғайын, эштәлер.
Әсәһенең тормошо, ғаиләһе тураһында Сәриә бер ни ҙә белә алманы. Хәҙер бер аҙ тынысланыр ҙа килеп инер әле тип, көтөңкөрәп ултырғайны ла, бик оҙаҡлағас, яйлап ҡайтырға йыйынды. Ихатала әсәһе күренмәне. Һаубуллашмайынса китеүҙе өнәмәһә лә, эҙләргә күңеле тартманы. Туй тураһында ла өндәшеүҙең кәрәге юҡ. Кем белә, бәлки, ул үҙе һөйләшеүҙән ҡасҡандыр?..
Кис төшә башлауға ҡарамаҫтан, Сәриә ҡайтырға юлланды. Яйлап ҡына атланы ул. Йәйге кис шундай һил. Ҡоштар һайрауын тыңлап, күңеле бер аҙ тынысланғандай булды. Ошо юлдан ҡасандыр бабайҙары әсәһен унан айырып алып ҡайтҡан. Бәләкәй ҡыҙ баланың яҙмышы тураһында уйламағандар ҙа. Улар әле иҫәндәрме икән? Үҙ балалары, моғайын, барҙыр, уларға ҡарата ла шулай ҡаты күңелле булдылармы икән? Шулай уйланып бара торғас, ҡайтып еткәнен да һиҙмәй ҡалған. Эй яҡын ғына булған икән аралар. Ҡояш та байып өлгөрмәгән әле. Көн һайын килеп ураһаң да, бер ни тормай теләгән кешегә. Сәриә тағы ла көрһөнөп ҡуйҙы. Ҡыҙҙар тауына еткәс, бер аҙ хәл алырға булды. Бынан ауыл ус төбөндәгеләй генә күренә. Тау аҫтында – шишмә. Сәриә унда йөрөргә яратты. Ҡупшы силәктәрен көйәнтәһенә элеп, һикертә баҫып, тау итәгенә төшкәне, унан, һыуының тамсыһын да сайпылтмай, урам уртаһынан ғорур баҫып ҡайтыуы бөгөнгөләй хәтерендә. Ә шишмә һыуының тәме һуң! Был юлы ла ҡыҙ унда туҡталмай китә алманы. Һағындырған. Бит-ҡулдарын йыуып, танһығы ҡанғансы һыу эсте.
Ана, уларҙың өйө лә күренде. Шәмгә ут алғандар. Тәҙрәлә үтә лә таныш, үтә лә яҡын һын пәйҙә булды. Әле береһенә, әле икенсеһенә килеп ҡапланып, кемделер көткәне күренеп тора. Сәриә үҙе лә һиҙмәҫтән аҙымдарын ҡыҙыулатты.
– Эй балам, ҡайттыңмы? Әллә нимәләр уйлап бөттөм. Ниңә улай ҡараңғыға ҡалып йөрөйһөң? Атайың, ат егеп, ҡаршы барам, тип йөрөй ине. Әйҙә, уҙ, аш бешкән, бөтә нәмә әҙер, әллә ҡасандан көтәбеҙ, – тип сутырлығы сыҡҡан ҡәҙерлеһен ҡосағына алды ла оҙаҡ итеп ысҡына алмай торҙо.

– Әсәкәйем, кил әле яҡыныраҡ. Шул тиклем һағындым үҙеңде, көткән кешең булыуы ҡайһылай рәхәт. Оҙаҡ йәшә инде, әсәкәйем, бәхетле ғүмер кисер.
– Нимә булды ул һиңә? Юлда берәй хәл булдымы әллә? Әйттем атайыңа, ҡаршы бар, тип. Һуҙылды ла һуҙылды шул. Ҡайһылай ярһығанһың, бәләкәсемде, – тип бер нәмә лә аңламаған әсәһе уны тынысландырырға тырышты.
– Хәҙер, әсәй, – тине лә Сәриә үкһеп иланы ла ебәрҙе. Күңелендә үтә лә ауыр тәьҫораттар ҡалдырҙы шул бөгөнгө осрашыу. Ни өсөн һөйләшергә лә теләмәне икән әсәһе уның менән? Ҡамасаулаған кеше лә юҡ ине бит. Бигерәк туң йөрәк булыр икән.
Ваҡыт инде һуң булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ ултырҙы улар өҫтәл артында. Ни тиһәң дә, һөйләшәһе һүҙҙәр, кәңәшләшәһе эштәр күп. Күрше ауылға, әсәһе янына, инеп йөрөгәнен генә белгертмәне Сәриә. Был турала үҙенең дә иҫләгеһе килмәне. Алда туй мәсьәләһе тора. Һәйбәтләп, кешесә үткәрергә кәрәк.
Атаһы Яңы йылға тиеберәк әйткәйне лә, Сәриәнең ғүмер эсендә бер була торған матур байрамын ҡышҡа ҡалдырғыһы килмәне. «Аҡ күлдәктә рәхәтләнеп урамда йөрөрлөк булһын ул», – тине. Сәлихын яратҡан шишмәһе янына алып барасаҡ. Ырымбур ҡунаҡтары ауылдарының хозурлығын рәхәтләнеп йөрөп күрер.
Матур үтте туйы. Ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ булып. Яратҡан кешең менән бергә булыу оло бәхет икән. Уның һөйгәне шундай һәйбәт кеше. Янында рәхәт, тыныс. Хатта Баш­ҡортостанынан ситкә, ете-ят кешеләр араһына сығып китеү ҙә ҡурҡытманы. Сәлихынан башҡа киләсәген күҙ алдына ла килтерә алманы. Уның атаһы менән әсәһе араһында бындай хис-тойғо булмаған, тимәк. Булһа, шулай тормоштоң тәүге һынауынан уҡ бөгөлөп төшөрҙәр инеме ни? Бәлки, һәр береһе үҙ яртыһын табып, бәхетле йәшәгәндер ҙә, тик Сәриәгә барыбер ҡыйын. Әсәһе менән туйғансы бер һөйләшеп тә ултыра алманы, шуныһы үкенесле.

(Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА)

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: