-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
29 Июнь 2022, 14:32

ҠАЙҺЫ ЕР МЕНӘН ҠЫУАНЫУ ИХЛАС?

Сафия ейәнсәремә өс йәш. Бытыйы әйҙәнеп, йәш ярымдан ихлас һөйләште - һатып ебәрмәҫ тимә! Менеп йөрөгән өс тәгәрмәсле сәпите бәләкәсәйҙе, был ҙурайҙы. Шуға апайының ике тәгәрмәсле сәпитенә күҙе ҡыҙып, үҙенә лә шундайҙы таптыра.Белоретта бер магазинда 9 меңлек сәпиттәр (акция, ахыры) 4, 500 һумға һатыла, тигәстәр, заказ бирҙе ата-әсәһе. Тәүге көндө такси тапманыҡ алып ҡайтып бирергә. Кисә эштән ҡайтһам, йәшник ултыра - Сафия белмәй. Әсәһе мине тыйып ҡуйҙы: "Әйтә генә күрмә, илап, ҡороп бирегеҙ, йөрөйөм, тей башлаясаҡ", - тип. Мин дә шул Сафияның өләсәһе бит инде (сыҙамһыҙ) - әйт тә һал. 

ҠАЙҺЫ ЕР МЕНӘН ҠЫУАНЫУ ИХЛАС?
ҠАЙҺЫ ЕР МЕНӘН ҠЫУАНЫУ ИХЛАС?

Теге ялп итеп килеп инде, атаһына эштән һуң тамаҡ ашарға хут бирмәй мыжый - эшләп бир, тип. Өрөлөп-сөрөлөп, йөҙ әрләнеп, ниһайәт, сәпитенә менеп тайҙы. "Ҡыҙым, сәпитеңә ҡыуанаңмы?"-тигән булам. "Эйе", - ти был. "Ҡайһы ерең менән ҡыуанаң?" - тип тағы ныҡышам. "Кү..м (велосипедҡа ултырып йөрөгәс шулай тип әйтә микән???), арҡам, әҙерәк уйлап торғас, башым менән ҡыуанам!" - ти был.
Шул саҡ күрше Шәмсиә апайҙың әсәһе Сәғиҙә инәй мәрхүмә хаҡында әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә: "Берәй нәмәгә ныҡ ҡыуанһа, әсәйем бетем-ҡортом менән ҡыуандым, тип әйтә торғайны..."
Ныҡ ҡыуаныу хисе бөтә тәнде зымбырҙата микән - бала теле лә, йөҙйәшәренеке лә ҡыҙыҡ...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: