Ҡатырғанан эшләнгән “өй”ҙөң ишеген асып, ҡыҙыҡай килеп сыҡты. Тирә-яғына ҡаранып алғандан һуң, ағасҡа терәтеп эшләнгән шундай уҡ, әммә ҙурыраҡ ҡатырға “өй”гә йүнәлде.
- Э-э-эй! Ҡайттығыҙмы инде? - тип һораны ул “ишек төбө”нә еткәс. Тик эстән яуап ишетелмәне.
- Э-х-х, - тип көрһөндө ҡыҙсыҡ бошонҡо тауыш менән. Ул шулай атаһы менән әсәһен көтөп уйнай. Йәнәһе, эшкә йә ҡунаҡҡа сығып киткәндәр ҙә, бына-бына ҡайтып инерҙәр. Башын аҫҡа эйгән килеш кире өйөнә инде лә ағас ботаҡтарына сепрәк-сопраҡ өйөп эшләнгән “карауат”ына ултырҙы. “Иҙән”дә ятҡан ҡурсағын ҡулына алды.
- Ҡолап төштөңмө? Бер ерең дә ауыртманымы? - тип һорашты, әйләндереп-әйләндереп ҡараштырып алды, күлдәген ҡаҡҡыланы. - Бөттө-бөттө, илама. Һине әсәйең бер ҡасан да ташламаҫ. Мәңге-мәңге яныңда ғына булырмын. Иң тәмле нәмәләрҙе һиңә ашатырмын, иң йылы кейемдәрҙе һиңә кейҙерермен. Һин дә улай сығып китмә, йәме, әсәйеңде тыңла! - тип янаны ла күкрәгенә ҡыҫты. Ҡурсағынан тәмлеее булып өйөнөң, әсәһенең еҫе сыға.
- Хәҙер ашап алырбыҙ. Шунан икәүләп Муйнаҡты көтөрбөҙ.
Ҡурсағын ҡосаҡлаған килеш эргәһендә аунаған пластик шешәләрҙең төбөн ҡарап сыҡты. Ауыҙына ҡуйып һелкте. Һыуһағанды баҫырға, исмаһам, бер генә тамсы тамһасы!..
- Их, бөткән икән... Һин дә һыуһаныңмы, бәпесем? Әйҙә, һыу эсәбеҙ икән, тип уйнайыҡ.
Шунда уҡ ятҡан ҡағыҙ стаканға һыу “ҡойҙо” ла ҡурсағына һондо. Үҙе лә һыу йотҡан рәүеш яһаны.
- Тәмле-е-е, - тигән булды. - Хәҙер ашап та алырбыҙ. Һин ултырып тор, ә мин тәмле генә итеп аш бешерәйем, сәй ҡайнатайым.
Ҡыҙ ике “өй” араһындағы өҫтәл-түңгәккә килде. Иҫке сәйнүк, ситтәре кителеп бөткән өс сынаяҡ, шундай уҡ китек тәрилкәләргә, ҡалаҡтарға ҡарап торҙо ла “иҙән”дә ултырған кәстрүлде усаҡлыҡ урынына алып барып ултыртты. Һыу һауыттарын тағы бер күтәреп ҡараны. Бөтә нәмә буш...
Оҙаҡ бошоноп ултырманы, кәстрүлгә һыу “ҡойҙо”. Һыуға “туҡмас” – оҙон үләндәр өҙөп һалды. Итте ағас ботаҡтары алыштырҙы. Картуф та табылды. Тәмләп ҡараған булды ла: “М-м-м... тел йоторлоҡ! Әсәйемдеке кеүек, - тип ирендәрен сәпелдәтте. - Мә әле, һин дә ашап ҡара” – тип ҡурсағын да һыйланы. Ашап алғандан һуң, ҡыҙыҡай, бер кем дә юҡ икәнен белһә лә, “ҙур өй”ҙө тағы бер тикшереп килде.
- Ҡайтмағандар әле. Ярай, эштәре күптер, ҡайтырҙар әле. Ә һин йоҡлап ал. Йоҡларға ваҡыт етте. Һин күҙеңде йом, ә мин һиңә йырлайым. “Өй”өнә инеп, “карауат”ына йәтешләп ултырҙы. Ҡурсағын ҡулына һалды ла әкрен генә көйләй башланы:
- Бәпәй-бәпәй, бәпәйем,
Ҡайҙа минең әсәйем.
Һинһеҙ, әсәкәй, ныҡ ҡыйын,
Тиҙерәк мине ал килеп...
Бәпәй-бәпәй, бәпәйем,
Йом күҙеңде, йом.
Ҡурсағын йоҡлатып, өҫтөн матурлап ябып ҡуйғас, бөгәрләнеп кенә үҙе лә эргәһенә ятты. Ни эшләптер хәле юҡ, эсе, башы ауырта. Ашағыһы килә. Ашау тураһында уйламаҫҡа тырышһа ла, булдыра алмай, күҙ алдынан ризыҡ китмәй. Уны бында алып килгән апай менән ағай ҙа әллә ҡайҙа китте. Улар булғанда рәхәт ине әле, ашарға бирҙеләр, ҡурҡманы ла. Көн һайын ошонда уралған Муйнаҡ та юҡ бөгөн.
Мәҙинә уның исеме. Эсен һыҙҙырыыыып тағы үҙенең ысын өйө, әсәһе менән атаһы күҙ алдына килде. Улар йыш ҡына әрләшһәләр ҙә, өйҙә барыбер рәхәт кенә була торғайны. Гел генә ҡысҡырып тормайҙар ине бит бер-береһенә. Иртән танауын тәмле еҫ ҡытыҡлағанға уянып китә, уның уянғанын ишетеп, эргәһенә тәүҙә әсәһе, унан атаһы килеп етә... Их, хәҙер улар кемгә тип тәмлекәстәр бешерә, кемдең сәсен тарап үрә, кемде иркәләй икән? Әллә хәҙер, Мәҙинә булмағас, бергә лә йәшәмәҫтәрме? Әсәһе үҙе гел генә: “Мәҙинә булмаһа, һинең менән бер минут та тормаҫ инем!” , - ти ине бит. “Улай булғас, нишләп миңә сыҡтың һуң?” - ти атаһы. “Алйот булғанмын! Мәҙинәне табып та алйот булғанмын! Һеҙҙең арҡала бәхетһеҙ мин!..” Шунан иларға тотона. Ә Мәҙинәгә үҙенең артыҡ бала булыуын тойоу бик-бик ҡыйын. Уның арҡаһында иң яратаҡан кешеләренең бәхетһеҙ икәнен күреү икеләтә ауыр. Шундай саҡта нимә эшләргә белмәй Мәҙинә. Ҡурсағын ала ла, берәй ҡарңғы мөйөшкә барып ултыра ла, шым ғына илай. Ә әсәһе менән атаһында уның ҡайғыһы юҡ, береһенән береһе яман һүҙҙәр әйтешә бирәләр. Әммә, нимә генә әйтһәләр ҙә, артыҡ бала булһа ла, Мәҙинә ныҡ ярата уларҙы. Ҡәҙерлеләренән башҡа уның бер кеме лә юҡ. Әсәһе менән атаһының да яратҡанын тоя ул, ҡайһы берҙә паркка ла бергәләшеп сығалар, һыу төшөргә баралар, балалар баҡсаһынан бергә килеп алалар. Тик улар айырым-айырым, һәр береһе үҙенсә ярата. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә... Мәҙинә хәҙер улар эргәһендә юҡ, бәлки, хәҙер бәхетлелер улар? Ҡыҙыҡай атаһы менән әсәһенең шат йөҙөн күҙ алдына килтерергә тырышты.
... Ул көндө Мәҙинәне өләсәһе алып ҡайтып китте. Атаһы менән әсәһе, яңғыҙ ҡалып, үҙҙәре әйтмешләй, үтә лә етди бер аҙым яһарға тейештәр ине. Уларҙың барыһының да киләсәге, ҡабул иткән ҡарарҙарынан тора ине. Мәҙинәне, ҡамасаулап йөрөмәһен тип, өләсәһенә ебәрҙеләр. Өләсәһе ҡала ситендәге бер ауылда үҙенең өйөндә йәшәй. Мәҙинәгә унда бик оҡшай. Өй ҙә иркен, рәхәтләнеп тышта ла уйнарға була. Баҡсала ниндәй генә емеш-еләк үҫмәй! Башҡа ваҡытта ҡыуанып барған Мәҙинә был юлы аяғы тартмай ғына, теләмәй генә килде. Шундай яуаплы мәлдә әсәһе менән атаһы янында булғыһы, уларға ярҙам иткеһе килгәйне уның, нимәлер булырын күңеле менән һиҙә бит, әммә: “Ҡаңғыртма әле, һин генә етмәгәйнең! Әлегә өләсәйеңдә йәшәйһең” - тигән яуап алды. Үҙен генә түгел, бөтә кейемдәрен, уйынсыҡтарын да ҙур бер сумкаға тейәп ебәрҙеләр. Ҡалған нәмәләрен аҙаҡ үҙе алып барам, тине әсәһе... Мәҙинә бит быйыл мәктәпкә бара. Дәфтәр-ручкалары ла, китаптары ла кәрәк.
Иртән торғанда өләсәһе өйҙә юҡ ине. Ҡурсағын алып, баҡсаға сыҡты, саҡырып эҙләп ҡараны, тауыш биргән кеше булманы. Күршеләргә индеме икән? Әллә мәгазинға киттеме? Ҡунаҡҡа килгәс, иң матур күлдәген кейҙе лә, ашарға бер телем икмәк алып, урам тышына уҡ сыҡты. Ҡурсағын да үҙе менән алды. “Әйҙә, өләсәйҙе тышта эскәмйәлә ултырып көтәйек”, - тине ул. Тышта йылы, рәхәт. Бер әҙәм заты күренмәй. Уның янына ҡап-ҡара ялбыр бер килде. Тере йән эйәһен күреүгә Мәҙинә ҡыуанып китте. “Асыҡтыңмы? Ашағың киләме?” - тип, икмәге менән бүлеште. Муйнаҡ икмәкте бер генә һоғондо ла ҡойроғон болғай-болғай уға мөлдөрәп ҡарап тора башланы. “Тағы ашағың киләме? Хәҙер!” - тип, Мәҙинә икмәк артынан өйгә йүгерҙе. Һауыттағы икмәк киҫәктәрен алып сығыуға Муйнағы юҡ ине инде. Ҡыҙға күңелһеҙ булып китте. Уның бер тапҡыр ҙа эте булғаны юҡ бит. Бесәйе лә. Мәҙинә ҡоймалар буйынан еҫкәнә-еҫкәнә китеп барған Муйнаҡты күреп ҡалды ла, ҡурсағын да эләктерә һалып, уның артынан йүгерҙе. Парк тәңгәленә етеүгә, Муйнағы үҙе әйләнеп килде. Мәҙинә алып килгән икмәк киҫәктәрен тәмләп ашап ҡуйҙы. Мәҙинә паркта уйнаны, Муйнаҡ янынан китмәне.
Шул мәлдә Муйнаҡтың хужалары – иртә таңдан һуҡмыш ир менән ҡатын пәйҙә булды. Улар бында туғандарына килеп, ҡайтырға сыҡҡайнылар. Муйнаҡ әле улар артынан китте, әле йүгереп кире Мәҙинәгә килде. Мәҙинәнең дә уны ебәргеһе килмәй ине. “Китмә! Зинһар, китмә, минең этем бул!” - тип Мәҙинә аҡырып иларға тотондо.
- Һин кем ҡыҙы? Әсәйең ҡайҙа? - тип аптырап һораны тегеләр.
- Ул алыҫта! - тип тағы ла нығыраҡ һыңҡылданы ҡыҙ.
- Аҙаштыңмы әллә? Ҡайҙа йәшәйең?
- Алыҫта!
- Күрһәтә алаһыңмы өйөгөҙҙө? Әйҙә алып барып ҡуябыҙ үҙеңде.
- Мин белмәйем...
Мәҙинә өләсәһенең өйө ҡайҙа икәнен ысынлап та белмәй ине. Ир менән ҡатын аптырашта ҡалды. Эргә-тирәлә бер оло кеше күренмәй. Урам уртаһында ҡалдырып ҡына ла китә алманылар.
- Силсәвиткә алып барайыҡ, - тине ир.
Муйнаҡ менән ҡыҙҙы эйәртеп, улар урам буйлап ауыл хакимиәте урынлашҡан йортҡа табан атланылар. Мәҙинә Муйнаҡтан айырылмауына шат ине. Уйнап туйыр ҙа, ҡайтыр әле.
Ире артынан барған ҡатын:
- Ҡара әле, был ҡыҙҙың әсәһе бәлки бөтөнләй юҡтыр, ә? - тип ҡуйҙы.
- Юҡты һөйләмә!
- Һиңә әйтәм... - тип тағы аҫтыртын ғына һүҙ башланы ҡатын. - Бәлки беҙгә уны Хоҙай үҙе сығарып ҡуйғандыр...
- Алйотланма! Ултырғың киләме әллә?
- Беҙ тип бер кем уйламаҫ! Миңә... Беҙгә ярҙамсы булыр ине. Өйрәтеп алыр инек...
Сутырланы ла сутырланы ҡатын. Иртән баш төҙәтеү башына киткәйне.
- Туҡта әле, барып етмәҫ борон, һөйләшәйек! - тип туҡтатты ахырҙа ирен. - Күпме көттөк, бер кем сыҡманы ла, килмәне лә бит эҙләп. Һуң, шулай булғас...
Был мәлдә ирҙең дә аңы томаланғандай ине. Ә ҡатынды әсә булыу, бала һөйөү теләге тотошлайы менән ялмап алғайны. Уны был теләгенән бер нәмә лә кире ҡайтара алмаясаҡ. Ахырҙа ире лә күнде. Билдәле, автобусҡа ултырманылар. Мәҙинәне ҡайҙа күтәреп, ҡайҙа йөкмәп, ҡайҙа атлатып, алдаштыра-алдаштыра бәхетле тормош вәғәҙә итеп, урман юлы буйлап бара торғас, ниһайәт, “өй”ҙәренә килеп еттеләр. Муйнаҡҡа алданған ҡыҙ шым ғына бара бирҙе. Туҡтап, сумкаларындағы колбаса, кәнфиттәр менән тамаҡ ялғап алдылар. Ҡатын тәүҙә ҡыҙҙы йыуатты, яратырға, һөйөргә маташты. Әммә Мәҙинә үҙенә яҡын да килтертмәне.
Улар төйәк иткән был урында элек өйҙәр булған, кешеләр йәшәгән. Аҙаҡ, ҡала ҙурая башлағас, был урын ташландыҡҡа әйләнгән, ағаслыҡ баҫып алған. Кеше йөрөмәй бында. Шуға ла ир менән ҡатынға бик тә ҡулай. Өйө бар уларҙың. Бында, эштәре яҡын ғына булғас, йоҡларға йыш ҡалалар.
Ул төндө Мәҙинә илап, баҫлығып, һаташып сыҡты. Әсәһе менән атаһын, өләсәһен таптырҙы. Ир менән ҡатын ни эшләргә лә белмәне. Был мәлгә улар айныҡҡайны ла инде. Ир ҡатынын әрләне, уны тыңлағанға үҙен һүкте. Ҡатын, ғәйебен һиҙеп, бер ни шым ҡалды.
Иртән торғандарында ҡыҙыҡай йоҡлай ине. Ашарға ҡалдырҙылар ҙа, был урындан йәһәтерәк китеү яғын ҡаранылар. Уларҙың кеше балаһын урлағандарын һиҙеп ҡалһалар, эш харап бит! “Илаған тауышын ишетеп, барыбер кем дә булһа килер, әсә-атаһына илтер”, - тип һөйләштеләр.
Бына шулай Мәҙинә ошо ике бүлмәле “өй”ҙә бер үҙе тороп ҡалды. Әй, юҡ, Муйнаҡ та уның янында ҡалды. Мәҙинә аҡырып иламаны ла, өйөн, ата-әсәһен эҙләп сығып та китмәне, һис юғы әлеге ир менән ҡатын килер тип көттө.
Үҙенә ныҡ ҡыйын булһа ла, әсәһе менән атаһы өсөн шат ине Мәҙинә. Хәҙер ул ҡамасаулап аяҡ араһында буталып йөрөмәй. Бәхетлелер инде улар хәҙер!
Ҡыштырлап Муйнағының ҡайтҡаны ишетелде. Мәҙинә һикереп тороп тышҡа атылды. Ул бит яңғыҙ түгел! Уның Муйнағы бар! Эт бер-береһенә бәйле өс сосиска тешләп алғайны. Ҡыҙҙың алдына алып килеп һалды ла уға иркәләнергә тотондо. Ә ризыҡ күргән ҡыҙҙа эт ҡайғыһы юҡ ине, сосисканы алып, ашай ҙа башланы. Береһен этенә лә ҡаптырҙы. Ашап алғас, күңеле күтәрелде. Туйғансы уйнап, арып, ҡурсағын ҡосаҡлап, “өй” янында ятҡан Муйнағына арҡаһын терәп, йоҡлап китте.
Уны һелкетеп уятҡанға ҡурҡып уянып китте Мәҙинә. Эт өрә, шау-шыу. Кешеләр күп. Тәүҙә нимә булғанын аңламай торҙо ул. Әммә әсәһенең тауышын танығас, ғәзиз кешеһен үҙе лә ҡосаҡлап алды. “Балам, балаҡайым, ҡыҙым, күҙ нурым...” - тип матур һүҙҙәрҙе теҙеп, әсәһе уны ҡосаҡлап илай ине. Уларҙы атаһы ҡосаҡлаған. “Минең арҡала барыһы ла! Минең алйотлоғом өсөн яза был. Һинең менән бер-бер хәл булһа, бер минут та йәшәй алмаҫ инем, балаҡайым, бәхетем минең!..” Был һүҙҙәргә Мәҙинә үҙе ышанманы. “Мин һинең бәхетеңме, әсәй? Мин артыҡ бала түгелме?” Уның был һүҙҙәрен ишетеп, әсәһе тағы ла ярһыбыраҡ иланы: “Һинән дә ҙур бәхетебеҙ юҡ беҙҙең!..” Үҙе уларҙы ҡосаҡлап, күҙҙәрен йомған килеш ҡатып ҡалған иренә һыйынды...
Гөлнара МОСТАФИНА.