Ысынлап та Ҡашҡар төлкөнө үҙе тәрбиәләгән ине. Эш былай булды: йәй көндө Ансар урмандан төлкө балаһы алып ҡайтты. Ул бәләкәй генә, хатта ашай ҙа белмәй ине. Ни эшләтергә уны? Беҙ уны, Ҡашҡар ояһынан сыҡҡан арала, көсөктәре янына һалдыҡ. Ҡашҡар сит йәнлекте шунда уҡ һиҙҙе, асыуланып, ырылдап торҙо. Ә төлкө балаһы ҡурҡыныс барлығын һиҙмәне, мороно менән Ҡашҡарҙы төркөләп алды, уны үҙ әсәһе тип уйланы инде ул. Ҡашҡарҙың күңеле йомшарҙы, ул төлкө балаһын имеҙә башланы.
Эт тә, төлкө лә был ваҡиғаны онотмағандар. Улар урманда осрашҡас та бер-береһен танығанар.
Ансар уларға яҡын бара башлаған ине, төлкө йәһәт кенә урманға инеп китте. Ул кешеләрҙән ситләшкәйне.
(З.Хисмәтуллин)