-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
17 Ғинуар 2022, 10:11

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ

УРМАНДА НИ ӨСӨН ЙЫЛЫ?Көн һалҡын. Әкрәм урамда йөрөнө лә өшөп өйгә инде. Атаһы урманға китергә әҙерләнә ине. - Улым, әйҙә урманға икәүләп барайыҡ.- Һыуыҡ бит, атай, өшөтә!



- Өшөтмәҫ! Урманда йылы була ул.
Әкрәм ышанманы. Шулай ҙа атаһы менән урманға китте.

Атаһы ҡоро ағастарҙы бысып ауҙара. Ботаҡтарын ботай. Әкрәм утынды бер урынға, сана янына ташый. Эшләй торғас, уға эҫе була башланы. Бүркенең ҡолаҡсындарын күтәреп бәйләне. Малай атаһынан:
- Ни эшләп урманда ҡышын да йылы була икән? - тип һораны ул.
Атаһы көлдө лә:
- Утын күп булғанға, - тине.

(Ф.Иҫәнғолов)

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ
Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: