0 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
16 Ғинуар 2022, 09:45

Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА

ҠАР НИ ӨСӨН КӘРӘК?Айыу өңөнә инеп ятҡас та, көндәр һыуытып, күпләп ҡар яуырға тотондо. "Айыуға рәхәт, йоҡланы ла китте, ә миңә ни эшләргә?" - тип уйланы ҡуян. Үҙе йүгерә, үҙе һөйләнә, ти:- Ҡар шул тиклем күп, уф-ф, күралмайым шуны!Ҡайында ултырған ҡор уны ишетеп ҡалды ла:- Ҡыт-ҡытаҡ, нимә һөйләнәһең, ҡайҙа ашығаһың? - тип һорай һалды..


- Уй, кем унда?
- Ҡурҡма, был мин - ҡор ағайың. Кемде шулай әрләйһең?
- Кемде, кемде?! Ҡарҙы. Ҡайҙа ҡасһам да эҙем күренә.Әле төлкө, әле бүре эҙемдән төшә.
- Яңлышаһың, ҡуян, - тип баш сайҡаны ҡор. - Ҡар - ул бик кәрәкле нәмә. Төндә бик һыуытһа, мин көрткә сумам. Төн буйы ҡар аҫтында йылынып йоҡлайым.
- Барыбер насар! - тип ныҡышты ҡуян. - Ана болондан һора. Түшенә тиклем ҡарға бата. Бүреләр һиҙеп ҡалһа, бөттө башы.
- Юҡ, ҡар бик кәрәк, - тип ҡабарынды ҡор.
- Әйҙә, бәхәсләшәбеҙ!
- Әйҙә, ә нимәгә?
- Ҡойроҡҡа, - тип ҡолағын ҡашыны ҡуян. - Кем еңелә, шул ҡойроғон бирә.
Ҡаршыларына ҡабан сусҡаһы килеп сыҡты.
- Әйт әле, ҡарҙың ни кәрәге бар? - һораны унан ҡуян менән ҡор.
Ҡабан хоролдап та ебәрҙе:
- У-у, был ҡар башыбыҙға бәлә генә! Көнө буйы күпме көрт ҡаҙам. Миңә тамыр, имән сәтләүеге табырға кәрәк.
- Ишеттеңме, аҡыллы хайуандар нимә ти? Һин отолдоң, бир ҡойроғоңдо! - тип ҡыуанды ҡуян.
Ҡор үҙенең ҡара йәшел ҡойроғона ҡарап торҙо ла, тулҡынланып:
- Эй, ашыҡма әле, тағы берәйһенән һорайыҡ, - тине.
Быларҙың һүҙ көрәштергәнен бер сысҡан өңөнән сығып тыңлап торған икән. Ул һүҙгә ҡушылды:
- Ҡар юрғаны беҙҙе һыуыҡтан һаҡлай.
Ҡор ҡыуанып китте.
- Отолдоңмо? Отолдоң! Бир ҡойроғоңдо!
- Юҡ, башҡаларҙан да һорашайыҡ, - тип ялбарҙы ҡуян.
Шулай ҡыш буйы бәхәсләшеп сыҡты улар.
Ҡарҙар иреп, гөрләүектәр аға башлағас:
- Ҡайһылай һәйбәт, ҡар күп булғас, күпме сәскә, - тип безелдәште бал ҡорттары.
- Ҡайһылай һәйбәт, ҡар күп булғас. Беҙ өшөмәй ҡыш сыҡтыҡ, тип шыбырлашты бойҙай үҫенделәре..
Быларҙы ишеткән ҡуянға ҡойроғон ҡорға бирергә тура килде. Ҡойроҡ өлтөгө менән генә тороп ҡалды бахырҡай.

(Фәйрүзә ФАТҠУЛЛИНА)

Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: