+1 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
14 Ғинуар 2022, 22:06

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

Ҡасҡан йоҡоХикәйәКис етте. Бөтә балалар йоҡларға ятты. Тик Тимерхандың ғына йоҡоһо килмәне.Өләсәһе :- Әллә йоҡоң ҡасып, сығып китте микән, улым ?Хан уйға ҡалып:


- Белмәйем, өләсәй? Уның ҡасырға аяҡтары юҡ бит . Минең кеүек шәп тә йүгермәй. Етмәһә, ана, урамда ҡойоп ямғыр яуа! – тине.
Шунан бәлки йоҡом күренмәҫме икән тигәндәй, Тимерхан бер тын ҡараңғы урамды күҙәтеп, тәҙрә төбөндә ултырҙы.
Өләсәһе :
- Оҙаҡ йоҡламаған балаларҙың йоҡоһо ана шулай, ҡаса ла ҡуя ул! Йә, кил, ят та, күҙҙәреңде йом ! Бәлки йоҡоң килер– тип ейәнен урынына һалып, арҡаһынан йомошаҡ ҡына яратып, йылы юрғанын өҫтөнә  япты. Үҙе башҡа эштәре менән аш бүлмәһенә инеп, күҙҙән юғалды.
Тимерхан әле бер яҡ ҡабырғаһына, әле икенсеһенә әйләнеп ятты, тик йоҡлап китә алманы. Өләсәһенең :
- Йоҡоң ҡасҡандыр ! – тип әйтеүе һис тыныслыҡ бирмәне уға. Хан тороп ултырҙы. Бүлмәһе буйлап күҙ йөрөтөп алды. Мөйөшкә һыйынып ҡына ултырған кресло артын да ҡарап килде. Карауаты аҫтына ла күҙ һалды, тик йоҡоһо күренмәне.
- Ҡайҙа ҡасты икән ? – тип баш ватты ул.
Урамда төн. Бөтә балалар йоҡлап бөттө, тик Хандың ғына йоҡоһо әллә ҡайҙа йөрөй ?
Балалар, кем белә, Тимерхандың йоҡоһо ҡайҙа ҡасты икән ? 

 
(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: