-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
1 Ғинуар 2022, 19:51

ҠЫШ

* * *  Һоҡланғыс та һуң беҙҙең ҡыш! Буранда ла, аяҙ көндәрҙә лә ғәжәп матур.  Ҡар өйөмдәрендә мең төрлө ынйылар емелдәй.  Ағас батаҡтарында бәҫ йылтырай. Урмандарҙағы ағастар, газондарҙағы ҡайындар ап-аҡ ҡар сәскәгә төрөнгәндәр. Һыуыҡта ҡар атлаған һайын шығырлай. 

ҠЫШ
ҠЫШ
 
Ҡышын ҡояштың нурҙары һүрәнләнә. Ә кистәрендә йондоҙҙар асыҡлана төшә. Ай ҙа түңәрәкләнеп, серле йылмая. 
Сатлама һыуыҡтар кешеләргә ҡурҡыныс түгел. Улар йылы кейенеп йөрөйҙәр. Хатта балалар ҙа һыуыҡҡа ҡарамай тауҙа сана, саңғы  шыуалар, котокта коньки менән еләләр.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: