Ана шул иртә яҙҙың таңғы һалҡын саф һауаһын иркенләп һулай-һулай, Әлисә мәктәпкә китеп бара. Төнөн яуып киткән ҡарға ҡырт-ҡырт баҫып, Кәбирә инәйҙең йорто тапҡырына килеп еткәс, өй мөрйәһенә иғтибар итте. Төтөнө күренмәй. Моғайын, инәй йоҡоһонан тормағандыр. Тәҙрәһендә уты ла юҡ. Ә көн һайын был ваҡытта, бүтәндәрҙән айырмалы, ошо өйҙөң мөрйәһенән ҡуйы төтөн сыға торғайны. Эйе, башҡаларҙан айырмалы, сөнки уларҙың барыһына ла газ торбаһы үткән. Ә газ мейесенән сыҡҡан төтөн еңелсә пар һымаҡ, шыйыҡ ҡына була. Шуға күрә лә утын яғыла торған ошо өйгә һәр саҡ иғтибар итеп үтә ул.
Иртәгеһен мәктәпкә барышлай һаман да шулай бойоғоп торған мөрйәгә күҙ һалды. Урамға ингән-сыҡҡан эҙҙәр ҙә күренмәй. Ошо инәйҙе йәлләй ҡыҙ, ни өсөндөр бик яҡын күрә. Әсәһе шешәгә һалып, йыш ҡына Әлисә аша уға һөт тә биреп ебәргеләй. Инәй хаҡында «етем» тигәнде лә ишеткәйне унан. Балалар ғына етем була икән тип уйлап йөрөгән ҡыҙ ошо хаҡта һорашҡас, әсәһе ныҡлап аңлатып бирҙе.
Ире йәшләй генә үлгәс, атайһыҙ ҡалған ике улын бер үҙе генә ҡарап үҫтергән Кәбирә инәй. Ғәзиздәре үҫеп еткәс, тағы ҡайғы артынан ҡайғы кисергән. Өлкән улы Әшрәф Афған һуғышында һәләк булған. Ә кесеһе Рәшит бынан биш йыл элек Себергә эшкә киткән еренән хәбәрһеҙ-ниһеҙ юғалған… Инде һикһәнгә яҡынлашып килгән инәй яңғыҙы ғына көн күрә. Мал да аҫрай алмай, хәҙер һаулығы юҡ.
Дәрес ваҡытында ла уның тураһында уйлана-уйлана йөрөнө дүртенсе синыфта уҡыған Әлисә. Күңеле ниҙер һиҙенгән һымаҡ. Мәктәптән ҡайтып барышлай һис кисекмәҫтән инәйҙең хәлен белеп сығырға ҡарар итте.
Дәрестән сыҡҡас, туп-тура таныш өйгә килде. Ихаталағы ҡырпаҡ ҡарҙа әле лә кеше-фәлән эҙҙәре күренмәй. Солан ишеген тышҡа сығарып ҡуйылған бау ярҙамында тартып асты ла һаҡ ҡына өй ишеген шаҡыны. Бер ни ҙә ишетелмәгәс, нығыраҡ туҡылдатты. Эстән хәлһеҙ генә тауыш килгәндәй булды.
Әлисә, ишекте асып, эскә инде. Өй шаҡтай һалҡын. Мөйөштәге карауатта юрған ябынған инәй ята. Ҡыҙ ингәс, ул бер аҙ ҡыбырлағандай булды.
— Һаумы, Кәбирә инәй, — тине Әлисә.
— Һаумы, балам, һин килдеңме? — Инәй шыбырлап тигәндәй яуап ҡайтарҙы.
Яҡын барғас, уның бите бер яҡҡа ҡыйшайған һымағыраҡ күренде. Һул яҡ күҙе селт-селт йомолоп ала, ә икенсеһе асыҡ ҡала. Әленән-әле йүтәлләп тә алғылай.
— Сирләп киттеңме әллә, инәй? — Әлисә бәләкәс кенә ҡулы менән уның битенән һыйпаны.
— Бер яҡ ҡул-аяғым тыңламаҫ булды ла ҡуйҙы, ҡыҙым. Ике көн инде урынымдан тора алмайым бына… — Инәйҙең күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.
— Хәҙер үк табип саҡыртырға кәрәк бит һеҙгә.
Әлисә уның «саҡырт, ҡыҙым, Хоҙайҙың рәхмәте төшкөрө…» тип һөйләнгәнен дә ишетмәйенсә, кеҫә телефонынан әсәһенә шылтыратырға тотондо. Хәлде бер-ике ауыҙ һүҙ менән һөйләп биргәс, фельдшер Флүрә апай килһен, мин уға шылтырата белмәйем, тип тә өҫтәне. «Ярай, ҡыҙым, ярай», — тине әсәһе. Ул берсә Кәбирә инәй өсөн борсолһа, икенсенән, яҡшы күңелле, зирәк ҡыҙы үҫеп килгәнгә ҡыуанды.
— Хәҙер табип килә, — тине Әлисә, йылмайып. «Эй, ошо муйыл күҙле ҡыҙҙы яратам да һуң. Хоҙай бәхетле ғүмер генә насип итһен инде үҙенә», — тип шыбырлап теләктәр теләне Кәбирә инәй.
Әлисә портфелен иҙәнгә ҡуйҙы. Электр плитәһен ҡабыҙҙы ла биҙрәнән сәйнүккә һыу һалып, шунда ултыртты. Мейесте тотоп ҡараны. Ут яғып ебәреү ҙә ҡыҙ өсөн ҡулдан килерлек эш ине. Үҙҙәренең баҡсалағы өйҙәрендә усаҡты тоҡандырырға әсәһе өйрәткәйне. Сос ҡына тотоноп, иҙәндәге бер нисә ваҡ ҡоро ҡайын утынды мейес эсенә һалды. Утын аҫтына туҙ киҫәген ҡыҫтырҙы. Ултырғысҡа баҫып, йүшкәне асҡандан һуң, кәштәнән шырпы алып, туҙға ут төрттө…
Ул арала тышына ҡыҙыл тәре төшөрөлгән ыҡсым сумаҙан тотҡан фельдшер Флүрә апай менән әсәһе лә килеп етте. Фельдшер туп-тура Кәбирә инәй янына үтте. Динә апай, берсә ҡыҙына, берсә күңелле «йырлай» башлаған сәйнүккә, яғылған мейескә ҡарап, ғәжәпләнә биреберәк торҙо. Шунан ҡыҙын ҡосаҡлап алды: «Үҫкәнем, аҡыллым!»
Әүәлдән юғары ҡан баҫымынан ыҙаланған Кәбирә инәйҙең ярты кәүҙәһен фалиж һуҡҡан ине. Өҫтәүенә, һыуыҡ өйҙә оҙаҡ ятыу сәбәпле, һалҡын да тейҙергән. Ауырыуҙы ентекләп тикшергәндән һуң, тейешле уколды яһағас, фельдшер район дауаханаһына шылтыратып, «ашығыс ярҙам» машинаһы ебәреүҙәрен һораны. Унан Динә апайға ҡарап: «Бик шәфҡәтле, шәп ҡыҙың үҫеп килә, әхирәт. Былай булғас, Кәбирә инәй һауығыр, иншалла. Бында иң элек Әлисәнең ярҙамы тейҙе», — тине.
Был мәлдә өлкән кешегә изгелек итеүҙән оло ҡәнәғәтлек кисергән ҡыҙҙың йөҙөндә шатлыҡ балҡый ине. Ул йәһәтләп инәйгә сәй әҙерләй башлаған әсәһенә ярҙамлашырға тотондо.