* * *
Әле яңы тыуған бөҙрә генә ап-аҡ бәрәскәйҙең әсәһе үлгәс, Шәүрә бик ҡайғырҙы. Иртәгәһе иртүк ул олатаһы менән һыуыҡ һарайға сыҡты. Мөйөштә өшөп ятҡан яңғыҙ бәрәсте, тоҡҡа төрөп, Шәүрәкәйгә тотторҙолар. Бәрәс көсһөҙ генә тауыш сығарҙы, аҙ ғына тыпырсынып алды.
Өйҙә Шәүрә бәрәсте ҡоро бесән өҫтөнә һалды. Бәрәс йонсоу, уның ҡолаҡтары һалынып төшкән ине. Ҡыҙ уның алдына йылы һөт ҡуйҙы. Бәрәс еҫкәп ҡараны ла эсмәне. Шәүрә уның моронон һөткә тейҙерҙе. Бәрәс ауыҙын да асманы.
Өләсәһе ҡыҙға имеҙлек ҡуйылған һөтлө шешә бирҙе. Бәрәс уны йотлоғоп һурырға тотондо.
- Асыҡҡан! - тине ҡыҙ кәйефе күтәрелеп.
Ике ай тигәндә бәрәс нығынып, һарайға башҡа һарыҡтар эргәһенә сыҡты.
(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)