+17 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
10 Ноябрь 2021, 11:26

ТЕЙЕН НИСЕК ҠЫШЛАЙ?

Тышта ел ыжғыра, буран олой. Тейен рәхәтләнеп йоҡлай бирә.Буран туҡтағас. ағастан ағасҡа һикереп аҙыҡ эҙләй.

ТЕЙЕН НИСЕК ҠЫШЛАЙ?
ТЕЙЕН НИСЕК ҠЫШЛАЙ?

ТЕЙЕН НИСЕК ҠЫШЛАЙ?

Ҡышҡы һыуыҡтарҙа һәм бурандарҙа тейен ояһына йәшеренә. Ул ояһын ағас ҡыуышына яһай. Оя ҡоштарҙыҡына оҡшай, ләкин шар кеүек йомро эшләнә.
Ояла йомшаҡ, йылы була.  Инеү өсөн ҡалдырылған тишекте тейен эстән ҡаплап ҡуя. Унан бөгәрләнеп ята ла оҙон ҡойроғон өҫтөнә ябына.
Тышта ел ыжғыра, буран олой. Тейен рәхәтләнеп йоҡлай бирә.Буран туҡтағас. ағастан ағасҡа һикереп аҙыҡ эҙләй.
Ҡышҡы аҙыҡты тейен көҙҙән әҙерләй. Ағас ҡыуышына төрлө бәшмәктәр, сәтләүектәр, бөрөләр ташый. Тейен шуларҙы табып ашай.
 
(Г.Скребицкийҙан тәржемә.)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: