- Кемде, кемде?! Ҡарҙы. Ҡайҙа ҡасһам да эҙем күренә.Әле төлкө, әле бүре эҙемдән төшә.
- Яңлышаһың, ҡуян, - тип баш сайҡаны ҡор. - Ҡар - ул бик кәрәкле нәмә. Төндә бик һыуытһа, мин көрткә сумам. Төн буйы ҡар аҫтында йылынып йоҡлайым.
- Барыбер насар! - тип ныҡышты ҡуян. - Ана болондан һора. Түшенә тиклем ҡарға бата. Бүреләр һиҙеп ҡалһа, бөттө башы.
- Юҡ, ҡар бик кәрәк, - тип ҡабарынды ҡор.
- Әйҙә, бәхәсләшәбеҙ!
- Әйҙә, ә нимәгә?
- Ҡойроҡҡа, - тип ҡолағын ҡашыны ҡуян. - Кем еңелә, шул ҡойроғон бирә.
Ҡаршыларына ҡабан сусҡаһы килеп сыҡты.
- Әйт әле, ҡарҙың ни кәрәге бар? - һораны унан ҡуян менән ҡор.
Ҡабан хоролдап та ебәрҙе:
- У-у, был ҡар башыбыҙға бәлә генә! Көнө буйы күпме көрт ҡаҙам. Миңә тамыр, имән сәтләүеге табырға кәрәк.
- Ишеттеңме, аҡыллы хайуандар нимә ти? Һин отолдоң, бир ҡойроғоңдо! - тип ҡыуанды ҡуян.
Ҡор үҙенең ҡара йәшел ҡойроғона ҡарап торҙо ла, тулҡынланып:
- Эй, ашыҡма әле, тағы берәйһенән һорайыҡ, - тине.
Быларҙың һүҙ көрәштергәнен бер сысҡан өңөнән сығып тыңлап торған икән. Ул һүҙгә ҡушылды:
- Ҡар юрғаны беҙҙе һыуыҡтан һаҡлай.
Ҡор ҡыуанып китте.
- Отолдоңмо? Отолдоң! Бир ҡойроғоңдо!
- Юҡ, башҡаларҙан да һорашайыҡ, - тип ялбарҙы ҡуян.
Шулай ҡыш буйы бәхәсләшеп сыҡты улар.
Ҡарҙар иреп, гөрләүектәр аға башлағас:
- Ҡайһылай һәйбәт, ҡар күп булғас, күпме сәскә, - тип безелдәште бал ҡорттары.
- Ҡайһылай һәйбәт, ҡар күп булғас, тирә-яҡ йәм-йәшел, беҙгә ашарға орлоҡ күп буласаҡ, - тип һайраны ҡоштар.
- Ҡайһылай һәйбәт, ҡар күп булғас. Беҙ өшөмәй ҡыш сыҡтыҡ, тип шыбырлашты бойҙай үҫенделәре..
Быларҙы ишеткән ҡуянға ҡойроғон ҡорға бирергә тура килде. Ҡойроҡ өлтөгө менән генә тороп ҡалды бахырҡай.
Фәйрүзә ФАТҠУЛЛИНА)