+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
31 Октябрь 2021, 19:05

Яҙмыштар (хикәйә)

— Ҡыҙыҡайым, балаҡайым минең, төштө… Әрәм булды. И-и-их … Ҡәйнәм балнисҡа китеүемә риза булмай, ҡарғанып, эштән ҡасып китәң, эт ялҡауы тип әрләп оҙатты. Шатланыр инде хәҙер. Шатланыр... Шулай бәхетһеҙ булдым шул... — Ул тынып ҡалды... Танауын мыш-мыш тартып, тәнен дерелдәтеп ятты. Тынысландырғыс укол ҡаҙағас, ниһайәт, әүен баҙарына китте.

Яҙмыштар (хикәйә)
Яҙмыштар (хикәйә)

Дүрт урынлыҡ палатала улар өсәү ята. Барыһының диагнозы бер иш: йөклөлөктең тәүге өс айында була торған токсикоз. Күңелдәре болғана, уҡшыта, бер нәмә ашай алмай интегәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар бүлегенә тамам хәлһеҙләнгән, йонсоған хәлдә эләктеләр улар. Гөлназ менән Оля йүнәлтмә менән ятһа, Гөлнараны "Тиҙ ярҙам" машинаһы килтерҙе. Хәле үтә лә хөрт булғас, бер тәүлек реанимацияла, һуңынан ғына ҡәҙимге палатала ул. Гөлнара урта буйлы, нескә билле иҫ киткес сибәр ҡатын. Ғәжәйеп бит — ҡап-ҡара тулҡынлы сәс, аҡ нәфис тән. Төҫө уңып бөткән балнис халатында ла матур күренә. Йонсоу, сирле сағында ла ул шундай наҙлы, шундай һоҡланғыс. Күршеһе, тулы кәүҙәле, ҡуңыр йөҙөн тут баҫҡан Гөлназ күркәм ҡиәфәт менән маҡтана алмай шул. Һылыу ҡатынды күргәс тә ул: "Вәт, исмаһам, тәтәй бисә, куколка. Килмәгән ере юҡ. Ире быны күтәреп кенә йөрөтәлер..." — тип уйлап ҡуйҙы. Һоҡланып та, көнләшеп тә ҡараны Гөлназ күршеһенә. Оля ҡараҡай, сабыр, һөйкөмлө ҡатын. Шып-шым ул, хатта ыңғырашҡан тауышы ла ишетелмәй. Система ҡуйғанда ҡан тамырҙары табылмай, дарыу яҙа ебәрелеп ҡулдары күгәреп бөттө. Исмаһам, зарланып бер һүҙ әйтһә икән... Күҙҙәрендә генә бар хистәре, бар һағышы сағыла. Ниндәйҙер ҡалын роман уҡып ята ул. Персонаждар тормошона мөкиббән китеп, мауығып уҡый. Серле йылмайып, үҙе генә белгән нәмәләргә шатланып ята сыуаш ҡатыны

Ольга. Бына әле ул бер туҡтауһыҙ уфтанған, зарланған ҡатынды:

— Тыныслан, Гөлназ! Үҙеңде һаҡла. Тыуасаҡ балаңды уйла, — тип йыуатты, уны тынысландырырға тырышты.

Икенсе аҙна ята бында Гөлназ. Күпме укол, система алмаһын, хәле яҡшырмай. Эсе ауыртыуы туҡтамай. Төндәрен бигерәк ҡурҡыныс, шомло төштәр күрә: бысраҡ һыуға йығыла, тағы әллә ниндәй имәнес нәмәләр күреп, шыбыр тиргә батып уяна ҡатын. Уяна ла, ҡабат йоҡларға ҡурҡып ята...

Бер кем янына килмәне уның. Ике туған апаһы, иренең туғандары Өфөлә йәшәй. Телефон-автоматтан шылтыратып ҡараны. Апаһы алманы, иренең туғандары, курортҡа китәбеҙ, һинең ҡайғың юҡ, тип яуап бирҙеләр. Глюкозаның файҙаһы тейә башланы, буғай, әкренләп хәл инде. Күңеле болғанмай хәҙер, семсенеп булһа ла ашарға тырышҡан була. Ашау бигерәк наҡыҫ шул бында. Ике аҙна буйы борсаҡ ашы ла һоло бутҡаһы. Парҙа бешерелгән балыҡ та, һөтһөҙ, шәкәрһеҙ сәй. Икмәкте йән башына берәр киҫәк кенә бирәләр. Башта ул күңеле болғанып ашаманы. Хәҙер ашай, күстәнәс килтереүсе юҡ уға, балнис ризығына риза булырға ҡала..

Бер көн коридорҙа уны яулыҡ ябынған ҡатын туҡтатып, хәйергә йөҙ һум аҡса биреп, матур теләктәр әйтеп китте. Эй шатланды шунда Гөлназ, йомарт ҡатынға рәхмәттәре сикһеҙ ине. Был аҡсаға әллә күпме ризыҡ алып була бит! Бер кило слива, еләк һатып алды. Үҙе ашаны, палаталаш ҡатындарҙы һыйланы. Дүшәмбе көн улар янына Гүзәл ятты. Зәңгәр күҙле, етен сәсле шаталаҡ ҡатын шундуҡ күршеләре менән танышырға тырышты.

— Миңә айырым палата тәҡдим иттеләр. Риза булманым. Яңғыҙым нимә эшләп ятайым. Һеҙҙе оҡшаттым бит, һеҙҙең менән күңелле.

— Бигерәк "күңелле" бында. Система ҡуйһалар, ҡулдарың тишелеп интегеп бөтөрһөң. Борсаҡ ашы, борсаҡ бутҡаһы ашарһың.

— Мин Өфөнән бит. Ярлы түгелмен. Ашарға ирем, атайым килтерәсәк... — Гүзәл шундай ихлас, матур йылмайҙы, — бына иртәгә үк беҙгә тәмлекәстәр килтерерҙәр.

Иртәгәһен ул УЗИ үтте. Ҡояштай балҡып инде ул палатаға, шатлығы менән бүлешергә ашыҡты.

— Ҡыҙҙар, ҡотлағыҙ мине! Улым буласаҡ! Атайым шатланыр бигерәк. Беренсе ейәне буласаҡ бит. Атыу беҙ өс ҡыҙ, апайым кейәүгә сыҡманы әле. Рөстәмгә шылтыраттым, хәҙер килеп етәсәк! Малай булыуына шатмын. Ҡатындар ҡыҙ көткәндә йәмһеҙләнә, тиҙәр. Ә минең һәр саҡ сибәр булғым килә. Әсәнең бар матурлығы ҡыҙына күсә бит.

— Кит, юҡты, әкиәт! Минең ҡыҙым буласаҡ. Битем элеккесә, үҙгәрмәнемсе. — Үҙенең сибәр, бик сибәр икәнен белмәйме ни Гөлнара, шундуҡ ризаһыҙлыҡ белдерҙе, Гүзәлгә шелтәле ҡараны.

— Мин элек тә матур булманым, хәҙер бигерәк йәмһеҙмен, — Гөлназ күңелһеҙ йылмайып, көрһөнөп ҡуйҙы.

Оля ғына бер нәмә өндәшмәне, ишетмәне лә, шикелле… Бар донъяһын онотоп, мауығып уҡый ине ул китабын, геройҙар тормошона мөкиббән киткән ине…

Ике сәғәт тә үтмәне, Гүзәлдең ире, атаһы пакет-пакет аҙыҡ килтерҙеләр. Нимә генә юҡ ине уларҙа: төрлө емеш-еләк, алма, әфлисун, слива. Шулай уҡ ике-өс төрлө бәлеш, былау, мантылар ҙа килтергәйнеләр. Ҡатындар Гүзәлде ихлас ҡотланы, күмәкләшеп һыйланды улар. Маҡтанырға яратһа ла, ихлас, йомарт ине Гүзәл.

— Бай ҡыҙы икәнһең, Гүзәл! Ҙур рәхмәт һиңә, атайыңа!

— Бай тип, ике магазиныбыҙ, кафебыҙ бар. Атайым тырыш, бик һәйбәт кеше ул. Бына шатлығынан һыйлай барыбыҙҙы ла. Ашағыҙ, ҡыҙҙар. Етешегеҙ давай, оялып ултырмағыҙ!

Йөклө ҡатындар тиҙ хисләнә, кәйефтәре бик тиҙ үҙгәрә. Әле генә ҡыуанып ултырған Гөлназдың кәйефе төштө, күҙенә йәш эркелде. "Их, мин донъялағы иң бәхетһеҙ ҡатынмын, иремә, хатта әсәйемдәргә лә кәрәкмәйем. Оноттолар шул мине. Бер кем килмәй яныма", — тип әсенде ул. Япа-яңғыҙ итеп тойҙо үҙен. Ас та түгел инде, наҡыҫ ҡына булһа ла балнис аҙығы бар. Палаталаштары килтерелгән күстәнәстәрен йәлләмәй, уға ла бүлә, ихлас һыйлай. Тик бына бер кемдең килмәүе, шылтыратһа, телефонды алмауҙары ғына борсоуға һала.

— Уттай эш мәлендә балнисҡа китәң, бесән бөткәс барыр инең, — тип һөйләнеп ҡалғайны ҡәйнәһе. Әллә улын да ҡотортто инде, уныһы ла трубканы алмай. Әллә икенсе бисә тапҡан. Әсәһе, үҙ әсәһе һуң... Ҡыҙының хәлгенәһен белгеһе килмәй микән?! Йорт мәшәҡәттәренән бушамай алйып бөтәлер ул ... Уға үпкәләп булмай. Телефондары ла юҡ. Күршеләренә генә шылтырата ала. Улары әллә ала, әллә юҡ тигәндәй. Уттай эш мәлендә өйҙә лә ултырмайҙар…

Кистәрен хәлдән тайып йығылалыр сибек кенә әсәһе, һөйләшә лә алмаҫ ине бахырың…

— Илама, тыныслан, — тип йыуатты уны ҡатындар. Илай-илай тынысланды Гөлназ, ята торғас әүен баҙарына китте...

— Ҡыҙҙар, мин ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та төш күрҙем бит, — тип бик серле тауыш менән белдерҙе Гөлнара. — Беҙ кораблдә бара инек. Күмәк инек, күңелле бал бара, мин иҫ киткес ҡупшы күлдәк кейгәйнем. Тантаналы ине бар нәмә…. Тик ҡапыл хәтәр ғәрәсәт, хәтәр шторм башланып, күптәр, шул иҫәптән Роза менән икебеҙ, диңгеҙгә йығылдыҡ. Эй ҡурҡыныс ине, ужа-а-а-с! — Гөлнара хисләнеп, күҙҙәрен йомоп һөйләне, — Ниндәйҙер таҡталарға йәбешеп ҡалдыҡ беҙ, дер ҡалтырап. Эй, ҡурҡтым шунда... Һуңынан беҙҙе ҡотҡарҙылар...

— Уй, нисек хәтәр булған! Әлдә ҡотолғанһың! Ниндәй Роза менән инең, ҡыҙыҡай, уны беләбеҙме???

— Беләһегеҙ, беләһегеҙ! Төшөмдә "Титаник" фильмын күрҙем бит. Хәс тә кино эсендә йөрөгән кеүек булдым. Иҫем китеп ҡарағайным шул, хәтеремдә ҡалған икән...

— Вот это сон! Ярай, барыһын яҡшыға юрайыҡ, шулай бит! — Гүзәл фекерен белдерә һалды.

— Шулай шул, — Гөлнара йылмайып ҡуйҙы. — Уянғас, барыһы ла әлдә төшөмдә генә, өнөмдә түгел, тип шатландым.

— Ауырлы саҡта ҡурҡыныс кинолар ҡарамаҫҡа, только комедиялар ҙа мультиктар!!! — Оля шундай ҡәтғи, шул уҡ ваҡытта күңелле тауыш менән әйтте, барыһы ла дәррәү көлөп ебәрҙе.

Төштән һуң ҡаршы яҡтағы палатаға яңы ҡатын ятты. Асыҡ ишек аша күренеп тора бит. Тәүҙә одеял-простынялар, пакеттар күтәреп ике медсестра үтте. Аҙаҡ каталкала ауырыуҙы килтерҙеләр. Операциянан ахыры.

Бер медсестра палатала ултыра, икенсеһе коридорҙа, ишек төбөндә... Вәт бит, ике медсестра ҡарай, бик блатной кешенең ҡатынылыр был,  тигән һығымтаға килде ҡатындар. Тик ни эшләп ябай палатала ята һуң ул?! Бында телевизор, һыуытҡыс түгел, хатта раковина ла юҡ, ҡул йыуырға ла коридорға сығалар. Сәйер, үтә сәйер хәлдәр… Ике-өс көндән ауырыу аяғына баҫты, палатанан сыға башланы. Ҡан әҫәре ҡалмаған ап-аҡ бите, аҡ эске күлдәге менән ул өрәккә оҡшағайны. Хәрәкәттәре яй, аяҡтарын саҡ ҡуҙғалта.. Ашханаға әкрен генә бара ҡатын, яй ғына, аҙымдарын һанап ҡына ҡайта... Янында аҡ халатлы миһырбанлыҡ фәрештәһе килә, сирлене һаҡлай, ҡурсалай. Ашхана бүлмәһенә, бәҙрәфкә лә бергә баралар, бергә ҡайталар... Иғтибарлы медсестралар уны ҡарап ҡына торалар.

Кисен коридорҙа китап уҡып ултырғанында Гөлнара "Следственный изолятор, состояние Н... удовлетворительное"  тигәнде ишетте. Аҡ халатлы ҡатын телефон-автоматтан шылтырата икән. Был хәбәрҙән Гөлнараның йөрәге сәнсеп ҡуйҙы, төрлө ҡаршылыҡлы уйҙар биләп алды. Киноларҙа тотҡондарҙы ҡурҡыныс, йәмһеҙ итеп күрһәтәләр. Ә был ҡатын башҡаларҙан бары артыҡ, сәйер аҡлығы менән генә айырыла. Сирләшкә ҡатынды күргән һәр кешелә тиерлек йәлләү тойғоһо уяна. Ҡояш күрмәй ҡараңғы баҙҙа шытҡан үҫенте, тиерһең. Гөлнара хирургия бүлегендә санитарка 
булып эшләй. Ҡан, бысраҡ, эренле яралар, хатта үлем осраҡтарын (һирәк булһа ла осрап тора, тормош бит) — барыһын күрергә тура килә. Ауыр операцияларҙан һуң интеккән сырхауҙар күп. Гөлнара ауырыуҙарға ысын күңелдән ярҙам итергә тырыша. Шуға ла тотҡон ҡатынды күреү менән ҡыҙғаныу тойғоһон кисерҙе ул.

“Аҡ халатлы ханымдар медсестралар түгел, надзирателдәр булып сыға түгелме… Операциянан һуң саҡ йөрөгән тотҡондо ҡарауыллайҙар. Судҡа тиклем айҙар буйы СИЗО-ла ултыралар, тиҙәр. Ниндәй насарлыҡ эшләгән һуң, ниндәй гонаһ ҡылған?... Минең унда ни эшем бар, үҙ ҡайғым баштан ашҡан… Бер ғәйепһеҙ кешене ултыртып ҡуймайҙар шул. Тәүбә, тәүбә... Хоҙай, бындай урынға эләгеүҙән үҙең һаҡла...” — тип уйланы Гөлнара. Ул палатаға инеп ишеткәнен һөйләне.

— От сумы и от тюрьмы не зарекайся”, — тип көрһөндө Ольга.

— Күп булһа, ирен үлтергәндер. Тиккә ултырмайҙыр, — һығымта яһаны Гөлназ.

— Ул да тере кеше, — йәлләүен белдерҙе Гүзәл.

Ҡиәфәтенә ҡарап уны ниндәйҙер енәйәт ҡылған , тип әйтеп булмай шул. Бер гонаһһыҙ йән эйәһе кеүек шып-шым бит. Гөлнара Ырымбурҙа йәшәй. БДУ-ның тарих факультетында ситтән тороп уҡый. Йәйге сессияға килгәйне. Төн йоҡламай әҙерләнеп һуңғы имтиханын тапшырҙы. Университетҡа яҡын ғына кафе бар. Һирәкләп булһа ла инеп тамаҡ ялғағаны бар. Хәле бөтөүен һиҙеп кафеға йүнәлде… Башҡаһын иҫләмәй — иҫтән яҙып йығылған.

… Гөлнара реанимацияла ғына аңына килде. Күңеле болғанып интеккәс ашамай аслы-туҡлы йөрөнө шул. “Истощение организма,” — тине табиптар. Бына шулай ята ул, дауаның файҙаһы тейҙе. Хәл инде, ашай башланы. Ире ара алыҫ тип тормай, йыш килә янына. Туғандары ла Өфөгә яҡын йәшәй. Көн аралаш хәлен белеп торалар. Аллаға шөкөр, бер кемгә үпкәләп алмай. Балнисҡа эләккәйне, барыһы ла ярҙам итергә әҙер, инәлтмәйҙәр, зарығып-тилмереп ятмай.

Кесаҙнаға ҡаршы ҡойма ямғырлы төндө ҡатындарҙы Гөлназ бахырҡайҙың йөрәк өҙгөс ыңғырашыуы уятты...

— Уй, эсем ауырта... Тулғаҡ тота. Врач саҡырығыҙ!

Ырғып торҙо ҡатындар, тиҙ генә ординаторскийға йүгерҙеләр. Дежур табип килеп ҡарағас, кәрәкле кабинетҡа барырға ярҙам иттеләр. Күпмелер ваҡыт үткәс ҡайтты Гөлназ. Карауатына ятыу менән, башынан аша бөркәнде лә, күҙ йәштәренә ирек бирҙе.

— Ҡыҙыҡайым, балаҡайым минең, төштө… Әрәм булды. И-и-их … Ҡәйнәм балнисҡа китеүемә риза булмай, ҡарғанып, эштән ҡасып китәң, эт ялҡауы тип әрләп оҙатты. Шатланыр инде хәҙер. Шатланыр... Шулай бәхетһеҙ булдым шул... — Ул тынып ҡалды... Танауын мыш-мыш тартып, тәнен дерелдәтеп ятты. Тынысландырғыс укол ҡаҙағас, ниһайәт, әүен баҙарына китте.

Гөлназ палатала тағы өс көн ятты әле. Ябығып, һурығып китте ҡатын, бары күҙҙәре, ҙур моңһоу күҙҙәре генә ҡалды...

— Ике туған апайым Себерҙә йәшәй, үҙенең янына саҡыра. Китәм янына, бында бер кемгә лә кәрәкмәйем.

— Бөтөрөнмә шул ҡәҙәр, бәхетең алда әле, — тип йыуатты Гөлнара, башҡалар ҙа хәлен аңлап, ҡайғыһын уртаҡлашты.

Оля уны ҡосаҡлап, наҙлап башынан һыйпаны... Бындай хәстәрлекте туғандарынан да күргәне юҡ шул. Күңелкәйе тамам йомшарҙы, тағы иланы бәхетһеҙ ҡатын…

— Шундай яҡшы, ихлас ҡыҙҙар һеҙ, ҙур рәхмәт, бәхетле булығыҙ, — тип китте Гөлназ.

Палаталаш ҡатындар ихлас теләктәр менән оҙатты уны. Бер аҙнанан улар өсөһө лә сыҡты, бер көндө өйҙәренә ҡайттылар . Балаҡайҙарыбыҙ иҫән-һау тыуһын, барыбыҙҙа ла бәхетле булайыҡ, тип бер-береһе менән хушлаштылар. Башҡаса осрашырға тура килмәне уларға. Гүзәл улын утыҙынсы декабрь иртән, түләүле бүлектә тапты, бөтә уңайлыҡтары булған палатала ятты. Оля улы менән роддомда ятҡанда уның иренә ҡиммәтле дарыуҙар алырға, 98-се йыл дефолтының барлыҡ ауырлығын татырға тура килде. Гөлнараның ҡара сәсле, аҡ тәнле ҡыҙы тыуҙы. Бәхетенә күрә сабыйы матур булып, иҫән-һау үҫте.

Ҡатындар барыһы ла сабый тураһында хыялланды. Бәхеткә төрөнөп йәшәргә теләне. Кемелер үтә бәхетле, кемелер бәхетле булырына бары өмөтләнеп, матур хыялдар илендә йәшәй, кемдер ысынбарлыҡҡа, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, сабыр булырға, тырышып-тырмашып йәшәргә тырыша ине..

Башҡа осрашырға тура килмәһә лә, улар бер-береһен онотмай, һәр саҡ яҡшы яҡтан иҫкә алды. Михнәтле лә, яҡты өмөттәр, хыялдар менән тулы мәлдәрен, һөйләшеп уҙғарған кистәрен хәтерҙәренә төшөрөр ине ҡатындар.

Римма ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: