+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
29 Октябрь 2021, 13:17

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

АҠБУҘАТ менән БАТЫР - Һаумы, Аҡбуҙат! - тине малай. - Хуш бул! - тине толпар, малайҙы аптыратып. - Мин - батырҙарға ғына юлдаш. Һинең менән ҡала алмайым. - Ә мин - Батыр. - Һин?! - Аҡбуҙат малайға көлөп кенә ҡараны.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА
 
- Исемем дә, үҙем дә - Батыр. Мин әкиәттәге Урал батырҙы яратам. Уның да Аҡбуҙаты, булат ҡылыслы булған.
- Батыр булһаң, шуны әйт. Башҡорт аты тураһында нимә беләһең?
Батыр ашыға-ашыға һөйләп китте:
- Олатайыңдың олаталары ла данлы булған һинең. Салауат яугирҙары менән әбей батша ғәскәренә ҡаршы күтәрелгән. Француздарҙы еңеүҙә лә һинең олатайҙарың ҡатнашҡан. Башҡорт батырҙары, башҡорт аты тураһында әллә күпме йырҙар, әкиәттәр бар.
Аҡбуҙатҡа Батырҙың күп нәмәләр белеүе оҡшаны. Улар дуҫлашып киттеләр. 
Ә Һеҙ балалар, башҡорт аты тураһында нимәләр беләһегеҙ?
 
(Гөлсирә Ғиззәтуллина)
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: