+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
20 Октябрь 2021, 13:45

"Те яҡҡамы, бы яҡҡамы"

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 102 йыл. Уның әҫәрҙәрен уҡып нисә быуын тәрбиәләнмәне икән! Һеҙгә "Әлфиә хикәйәләре" циклына ингән "Те яҡҡамы, бы яҡҡамы" хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. 

"Те яҡҡамы, бы яҡҡамы"
"Те яҡҡамы, бы яҡҡамы"

Әлфиә ул саҡта бәләкәс ине әле. Әсәһе ҙур көҙгө алдындағы өҫтәлдән ҡыуып төшөргән өсөн, бик ныҡ үпкәләне. 

- Һеҙ мине гел әрләп кенә тораһығыҙ, мин һеҙҙән китәм, - тине. 

- Бар кит, - тинек беҙ.

 - Китәм, - тине. Ботинкаларын алып кейҙе. Ләкин ботинкаларының бауҙарын бәйләй алманы. Бәйләй белмәй ине. 

- Бәйләп бирегеҙ, - тине. Әсәһе ботинка бауҙарын бәйләне. 

Әлфиә пальтоһын кейергә барҙы. Тик элгескә буйы етмәне. 

- Пальтомды бирегеҙ, - тине. Ағаһы пальтоһын алып бирҙе. Өҫтөнә кейеп алғас, ишеккә ынтылды. Тотҡаға үрелде. Тағы буйы етмәне. 

- Ишекте асығыҙ! - тине. Мин ишекте астым. 

Әлфиә йүгереп урамға сыҡты ла ҡапыл туҡтап ҡалды. Ары ҡараны, бире ҡараны. Аҙаҡ килеп, ҡулын болғай-болғай, минән һораны:

- Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?

- Белмәйем, - тинем мин. 

Ишек төбөндә баҫып торҙо-торҙо ла ул кире өйгә инде. Күрәһең, ҡайһы яҡҡа китергә белмәгәндер. Белһә, моғайын, китеп барған булыр ине. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: