+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
8 Октябрь 2021, 12:35

Х.Шафиҡова

КЕМ БАРА? Иргәйелдең көн буйы уйнатҡан  машина, трактор, тағы әллә күпме уйынсыҡтары иҙән уртаһында ята. Ул әсәһенең: -Тәтәйҙәреңде йыйып ал, улым, -  тиеүенә: -Мин арыным, - тип,  диванға барып ятты. Сәлимә ағаһының уйынсыҡтарын йыйыштырып ҡуйҙы. -Иргәйел, икмәккә барып килсе, - тип үтенде өләсәһе.

Х.Шафиҡова
Х.Шафиҡова
 
-Бармайым!
Шул саҡ атаһы ҡайтып инде. Иргәйел, атайыма да берәй эш ҡушып ҡуймаһын, тип шикләнде. Ана атаһы йылмайып:
-Кем бара? - тип һораны. Иргәйел ғәҙәтенсә:
Бармайым! - тип ҡысҡырҙы. Ә Сәлимә:
-Мин барам! - тип торған була.
-Бар шул, ҡыҙым, мөғжизәле тамаша күрерһең, - тип, атаһы Сәлимәгә ҡурсаҡ театрына билет тотторҙо.
 
(Х.Шафиҡова)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: