+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
5 Октябрь 2021, 19:01

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

Мәктәптә ХикәйәБеренсе кластар тәү тапҡыр парта артына инеп ултырҙылар. Уҡытыусылары Рәшиҙә апа:- Балалар, кем белә, ни өсөн мәктәпкә йөрөргә кәрәк? - тип һораны.Барый ҡулын күтәреп баҫты ла:

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА


- Уҡырға өйрәнер өсөн, - тине.
Наилә:
- Яҙырға өйрәнер өсөн.
Әнәс:
- Һанарға өйрәнер өсөн, апа! - тине.
- Маладис, һеҙ бөтәгеҙ ҙә дөрөҫ яуап бирҙегеҙ, - тип маҡтаны уҡыусылары.
Тап шул мәл Дилә урынынан торҙо ла, ишек яғына ыңғайланы.
- Ә һин ҡайҙа киттең, аҡыллым? - тине уҡытыусы аптырап.
- Миңә мәктәпкә йөрөргә кәрәкмәй. Мин уҡый ҙа, яҙа ла, һанай ҙа беләм, - тине ҡыҙ.
- Яҡшы! Шулай ҙа һин әле бөтәһен дә белмәйһеңдер. Мәҫәлән: егерме биште бишкә ҡабатлаһаң нисә була? Инглизсә "бесәй" нисек була? Аҡ айыуҙар ҡайҙа йәшәй?
- Әллә быларҙың бөтәһен дә мәктәптә өйрәтәләрме? - тип аптыраны Дилә.
- Әлбиттә! Тағы ла япраҡтар ни өсөн һары, йондоҙҙар ниңә яналар һәм башҡа бик күп нимәләр тураһында. Хәҙер беҙҙең менән ҡалаһыңмы инде? - тип йылмайҙы Рәшиҙә апа.
- Ҡалам, - тине лә, үҙ урынына барып ултырҙы Дилә.

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: