-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
10 Сентябрь 2021, 13:05

СЕРЛЕ АЛМАЛАР

(Хикәйә) Фирҙәүсәнең бөгөн әллә ни кәйефе төшөнкө. Әсәһенә һыйынып, мыжып ҡына торҙо. Нәфисә апай: — Ҡыҙым, йә әле ҡурсаҡтарың менән уйнап ал. Улар һине һағынып бөткәндәрҙер инде. Бөгөн уйынсыҡтарыңды тотоп та ҡараманың, — тине. Ҡыҙсыҡ: “Юҡ-ҡ”, — тине лә карауатына барып ятты. — Нимә булды, әллә ауырып киттеңме, — тип әсә кеше бошоноп ҡыҙының маңлайын тотоп ҡараны. — Бәй-й, башың ут кеүек ҡыҙыу. Ятып тор, бәпесем. Хәҙер ҡурай еләге менән сәй эсерермен, тип өтәләнде әсә кеше...  

СЕРЛЕ АЛМАЛАР
СЕРЛЕ АЛМАЛАР

Өс көн шулай ҡаты ғына ауырығандан һуң, Фирҙәүсә беренсе тапҡыр тороп ултырҙы.

- Әсәй-й, асыҡты-ым.

Ҡыҙының тауышын ишетеп Нәфисә апай ҙа йәнләнеп китте.

— Хәҙер, хәҙер, күгәрсенем. Минең бәләкәсем асыҡҡан икән, хәҙер, аҡыллым, — тип һөйләнә-һөйләнә йүгергеләне.

Тамағына ашап алғас ҡыҙсыҡ ҡурсаҡтарын да һорап алды. Уларҙы үҙенсә дауаланы. Фирҙәүсәнең хәлен белергә дуҫтары ла килгән. Ҡулдарына төрлө-төрлө алмалар тотҡандар.

— Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, балалар! Ниндәй хуш еҫле алмалар! —— Ҡайҙа үҫә бындай һутлыҡайҙар, — тип ҡаршыланы Нәфисә апай балаларҙы.

— Алма баҡсаһында! — тине күпте белгән Динислам.

— Унда бик күп төр алмағастар үҫә, емештәре лә төрлө төҫтә, — тине Ҡәҙриә.

— Беҙҙең серле алмаларҙы ашап Фирҙәүсә тиҙерәк һауыҡһын, — тип һүҙҙе дауам итте Динислам.

— Эйе, шунан бергә уйнарбыҙ, уның файҙалы витаминдары ла күп, — тип йөпләп ҡуйҙы Ҡәҙриә.

— Ә һеҙ алмағастарҙың атамаларын беләһегеҙме? — тип һораны Нәфисә апай уларҙан.

Балалар бер-береһенә ҡарап “Башҡорт һылыуҡайы”... тинеләр ҙә, туҡтап ҡалдылар. Әллә онотҡандар инде?

Дилә ДӘҮЛӘТҠОЛОВА.

Балалар, бәлки һеҙ уларға ярҙам итерһегеҙ? Башҡортостанда ниндәй төр алмағастар үҫә? Алмалары ҡасан өлгөрә?

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас: