+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
9 Сентябрь 2021, 11:55

М.Моратова.

Мине кем уятты?   Бөгөн Уралдың кәйефе күтәренке. Шатлығына рәхәтләнеп, бер нисә минут карауатынан тормай ятты. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни! Һүҙендә торҙо бит ул, үҙен-үҙе еңде: бөгөн уны әсәһе уятманы - үҙе уянды!

М.Моратова.
М.Моратова.
 
Шатлығын бүлешергә, мейес янында йөрөгән әсәһенә өндәште:
- Әсәй, мине һин уяттыңмы, үҙем уяндыммы?
- Үҙең, улым, үҙең. Ҙур үҫтең инде. Һәр саҡ шулай өлгөр бул. Юҡҡа ғына боронғолар: "Иртә юлға сыҡҡандың эше уңыр", - тимәгән.
Әсәһенең был һүҙҙәренән һуң Уралдың һөйөнөсө тағы ла артып китте. Иртәнге зарядканы ла илке-һалҡы түгел, ә шартына килтереп яһаны. Йыуынғанда ла ауыҙы эсенән көйләп алды. Эшең уң булһа, ниндәй рәхәт! Инде Урал иртәгә лә,  иртәнән һуңға ла - һәр ваҡыт үҙе торасаҡ.
 
(М.Моратова.)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: