– ... Ансар, иҫләйһеңме, минеке булһаң, балда ла майҙа ғына йөҙҙөрәсәкмен үҙеңде, тигәйнең? Бына, килдем. Теләгәнеңде эшлә, тик миңә аҡса бир... – Шулай тип инәлде Гөлназ. Үҙенең оялышынан бите ут кеүек ялҡынланып янды, тамаҡ төбө кипте. Ер уйылһа, төшөп кенә юғалыр ине биллаһи.
Ауыҙ йырып, кирәйеп баҫып торған ирҙең майлы ҡарашы шунда уҡ һүрелде. Был ни һөйләй, тигән кеүек, секерәйеп Гөлназға тексәйҙе. Бер аҙҙан, ялбарып үҙенән яуап көткән ҡатынға ҡарап хәйләкәр йылмайҙы.
– О-о-о, үҙеңде һата башлағанһың икән, маладис, маладис... Мин һиңә был турала күптән белдерә килдем бит. Аппетитныйһың шул бигерәк. Ирең үлгәнен генә көткәнһең икән. Ярай, ярай...
– Һин нимә, Ансар? Мине белмәйһеңме ни? Мин бит аптырағандан... Ни эшләргә белмәй генә... – Ғәрлегенән ни эшләргә белмәгән Гөлназ аҡланырға тотондо. Бите буйлап юлаҡ-юлаҡ әсе күҙ йәштәре тәгәрәне.
– Улай бик бөтөрөнмә инде. Бүтәндәр әллә рәхәт булған өсөн башлай тиһеңме. Аңлап торам мин һине. Хуплайым ғына. Һиндә – о-о-о, ана бит... – Ансарҙың күҙҙәре яңынан оятһыҙ рәүештә йылтырай башланы. – бына тигән буй-һын, нескә бил. Ирендәрең бешкән еләкме ни, һурып-һурып үбергә һорап ҡына тора... Күҙҙәрең!.. – төпһөҙ диңгеҙ кеүек бит улар – төш тә юғал шунда... Ә миндә – аҡса!.. Һиңә йөҙәрләп кенә ваҡланып тороп булмаҫ, бер мең итеп, юҡ, өс итеп тороп бирәм.
Ансар ашарҙай булып ҡомһоҙланып Гөлназды ҡосаҡлап алды, шашып үбергә кереште.
– Туҡта, туҡта тейем мин һиңә! Ебәр! Һин мине аңламаның! – Гөлназ ауға эләккән балыҡтай сәбәләнде, бәләкәс кенә ҡулдары менән әзмәүерҙәй ирҙең яурындарын төйҙө. Ансар уны тойманы ла, ҡыҙҙы тоҡ кеүек кенә күтәреп алып, йоҡо бүлмәһенә ҡарай тәнтерәкләне. Ҡыҙ йән асыуына яурынынан тешләп алды.
– А-а-а, ...! – Ансар, яман һүгенеп, Гөлназды иҙәнгә быраҡтырып уҡ ебәрҙе. – Нимә, аҡылдан шаштыңмы әллә?
Гөлназ айнып киткәндәй булды. Үҙен яҡларға әҙерләнгән януарҙай, Ансарға уҫал ҡарап баҡты.
– Бәлки, шашҡанмындыр ҙа! Сөнки улым үлем хәлендә, ҡатмарлы операция яһарға тейештәр. Ә операция, үҙең белеүеңсә, бик, бик ҡиммәт тора. Ансар, һүҙемде йыҡма. Үтенеп һорайым, аҡса биреп тор! Аҙаҡ әкренләп түләп бөтөрмөн мин һиңә уларҙы. Дуҫың, Мансур үлгәндән һуң, ҡыйыныраҡ әҙерәк... Һин уны ерләгәндә лә, ярҙам кәрәк булһа, оялып торма, кил, тигәйнең, иҫеңдәме? Бөтөн өмөт һиндә генә...
Ансар бер ни өндәшмәйенсә аҫҡа ҡарап көлөмһөрәп торғандан һуң, йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарып, ауыҙын салышайтты:
– Мин бит аҡса һорап кил тимәнем. Бергә күңел асырға, кити-мити уйнарға саҡырҙым...
– Бына бит, килдем. Тик миңә өс мең дә, биш мең дә түгел, ә илле мең кәрәк.
–Э-э-э, юҡ инде. Поезд тү-тү, китте, хуш-һау бул. – Ансар һөйләгән ыңғайға ҡул болғап ҡуйҙы. Гөлназ аңланы: өмөтләнеп килеүе бушҡа булды. Ансар менән электән йүнләп һөйләшә алмай ул. Тегеһе үҙен үтә лә эре тота, һауалы һөйләшә.
– Мин яңғыҙаҡ ҡатындар менән бәйләнмәйем. Уларҙың аппетиты ҙур, – тип һүҙен дауам итте Ансар. – Миңә ғаиләле бисә кәрәк. Уның үҙе менән дә, ире менән дә ҡасышлы уйнарға. Унан, дуҫтарҙың бисәләрен ҡапшай торған ғәҙәтем бар. Мансур юҡ, хәҙер һин миңә нимәгә кәрәк? Элек ысынлап та күҙҙе ҡыҙҙыра торғайның, ҡәһәрең!..
– Улай булғас, ярҙам йөҙөнән биреп тор аҡса. Мансур хаҡына.
– Бирәм. Өс мең. Етәме?
Гөлназдың тамағына төйөр килеп тығылды.
– Ни-сек... өс мең? – тип аптырашынан саҡ телен әйләндереп һорай алды. – Миңә илле мең кәрәк, аңлайһыңмы, илле мең!
– Мин аҡсалы тигәс тә, көлмә улай. Минең үҙемә лә кәрәк бит улар...
Һоноп торған аҡсаларын йөҙөнә бәреп сығып китте Гөлназ.
Бына хәҙер, төн уртаһында бөтә донъяға асыуланып, өйөнә ҡайтып килә. Әҙәм йөрөй торған тротуарҙан да бармай ул, оло юлдың уртаһынан атлай. Ансарҙан сыҡҡас, оҙон көн буйына бөтөн таныштарын урап сыҡты ул, илле мең үк итеп барыбер йыя алманы. Хәйер, һорарлыҡ кешеһе лә ҡалманы инде хәҙер. Һирәк-һаяҡ эргәһенән үтеп киткән машиналарҙың ҡайһыныһы бипелдәтеп, ҡайһыныһы асыҡ тәҙрәһе аша ҡатынды эттән эткә һалып һүгеп уҙа. Бәғзеләре, уның хәлен аңлағандай, шым ғына урай. Моғайын, иҫерек йә иҫәр тип уйлайҙарҙыр. Уйларлыҡ та шул: иртән буянып сығып китеүенең әҫәре лә ҡалмаған, әсе күҙ йәштәре күптән йыуып төшөргән. Оҙон сәсе лә туҙған, иртәнән алып берҙе лә таралмағанын хәтерләтеп, заколкаһынан тырпайышып сығып торалар. Өҫтөндәге уны һомғол итеп күрһәткән күлдәге лә, битен һыр баҫҡан әбейҙәй, таушалған. Нисек кенә булмаһын, әлеге мәлдә Гөлназдың үҙенең өҫ-ҡиәфәтендә лә, бүтәндәрҙең нимә уйлауында ла эше юҡ.
Янына йәмһеҙ ят көй аҡыртып, сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Асыҡ тәҙрәнән, төртһәң, һытылырға әҙер һимеҙ йөҙлө ялтыр баш күренде:
– Сәләм, һылыу! Яңғыҙыңа ғына бик күңелһеҙ күренә, әйҙә, ултыр, йөрөп киләйек, беҙ бында күмәк, күңелле!
Тәҙрәләре ҡарайтылған машина эсендә, ысынлап та, ҡыҙҙар сырҡылдаша:
– Ну, Маратик, һиңә беҙ етмәйбеҙҙер инде? Ярай-ярай, шаяртам, оҡшаһа - ултыртып алаһың инде, беҙ һиңә указ түгел!..
– Йөҙ мең бирһәң – ер сигенә лә китергә ризамын һеҙҙең менән! – Гөлназ шулай тине лә һыны ҡатып көлөргә тотондо. Элек булһа ҡурҡыр, бер ни өндәшмәй быларҙан йырағыраҡ ҡасыу яйын ҡайғыртыр ине, әле иһә уға ике донъя – бер мөрйә. Бына бала ҡайғыһы ни эшләтә кешене. Ҡурҡырға кәрәк икәнлеге башына ла инеп сыҡманы.
– Йөҙ мең, тиме шул? Ыстағафирулла! – уның һүҙҙәрен ишетеп торған ҡыҙҙар Гөлназдың нахаллығына аптырап, ах та ух килде. – Оялмай ҙа! Эй, ауыҙың салышайып ҡуйыр тип ҡурҡмайһыңмы?
– Кит, иҫәрҙер был! Ҡуҙғал, китә һалайыҡ!..
Машина нисек килеп туҡтаған, шул тиҙлектә ҡуҙғалып та китте. Уға теге ҡыҙҙарҙың һаһылдауы ғына килеп етте. Гөлназ йәнә урам уртаһында яңғыҙы тороп ҡалды. Төнгө Өфөнө ярата ул. Һоҡланып, таңға тиклем йөрөһә лә ялҡмай торғайны. Әле иһә уға урам шул хәтлем буш, ҡотһоҙ тойолдо. Ситтәге эскәмйәлә, ағастар араһында, гитара тауышына йәштәр шым ғына йыр һуҙа. Элек һис шикһеҙ туҡтап тыңлап торор ине. Әле уларҙың йырлауы ҡолағына һарыҡ көтөүендәй ишетелде. Сәғәт дүртенсе ярты. Гөлназ үлтереп арығайны. Арымай ни, көнө буйына аяҡ өҫтө бит, тамсы ла ултырмаған тиһәң дә була. Туфлийҙары ла аяғын ҡыҫа, әйтерһең, энә өҫтөнән атлай. Аптырағас, сисеп, ҡулына тотоп алды. Күптән шулай итмәгән икән, йөрәгендәге сәнсеү ҙә кәмегәндәй булып ҡалды. Үлтереп һыу эскеһе килә. Һатып алыр ине, үҙе менән алып сыҡҡан аҡсаһын тиненә тиклем бөтөрҙө. Шуның өсөн йәйәү ҡайтып килеүе.
Иртәгә иртә менән дауаханаға. Улыҡайы бөгөн көткәндер инде. Гөлназдың күҙ алдына аҡ ҡына йөҙө һарғайған, оҙон керпектәре араһынан ҡасан ғына көлөп ҡараған күҙҙәрен һағыш баҫҡан Айнуры килде. “Әсәй, атайым кеүек мин дә үлерменме икән? Мин үлһәм һин ни эшләрһең инде?..” Ошо һорауы йөрәген өҙҙө Гөлназдың. Ятһа ла, торһа ла ҡолағында шул ғына һүҙҙәр яңғырай. Унан, бахыр бала әсәһенә оҙаҡ итеп ҡарап ултыра ла, ауыр көрһөнөп: “Әсәй, һин илама, йәме, мин үлмәҫмен ул...” – тип ҡуя. Үҙе, йыуатып, тос, итле бармаҡтары менән әсәһенең йәшкә мансылған күҙҙәрен һөрткән була. Атаһы үлгәндән һуң шулай уйсанланып ҡалды малай. Ете генә йәшлек булһа ла, юғалтыуҙы ауыр кисерҙе. Бигерәк тә эстән һыҙа.
Әллә ниңә сибек кенә булып тыуҙы Айнур. Ауырыуҙарға тиҙ генә бирешеп бара. Өс йәшендә, балалар баҡсаһына барған йылды, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, оҙаҡ ҡына яфаланып алдылар. Эҙһеҙ үтмәне сире – көслө уколдар, дарыуҙар бауырын ҡаҡшатты. Шунан һуң йылына бер-ике тапҡыр табипҡа күренеп, профилактика өсөн дауаханала яталар ине. Әле бына, стресс һөҙөмтәһендәлер ахырыһы, цирроз башланыуы асыҡланды. Ябай тел менән әйткәндә: бауыры серей. Гөлназға аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте был хәбәр. Уны туҡтатып булмаясағы тураһында ишеткәне бар уның. Был инде күҙ менән ҡаш араһында балаңды юҡ итеү тигән һүҙ.
– Бер нәмә лә эшләп булмаймы ни? – Гөлназ, быуындары йомшарып, күҙ алдыра ҡараңғыланып, саҡ ҡоламаны был яңылыҡтан. Дауахананың баш табибы Илмир Сәлимович һыу биреп, нашатыр еҫкәтеп, иҫен юйырға юл ҡуйманы алай ҙа. Байтаҡ уйланып ултырғандан һуң:
– Була ла ул... – тип ҡуйҙы ышанысһыҙ ғына тауыш менән, – тик, бик ҡатмарлы юл үтергә тура килә инде. Хаҡы ла осһоҙ ғына тормай... – Ни әйтерһең, тигән кеүек Гөлназға ҡараны.
– Мин барыһына ла риза! Нимә эшләргә кәрәк икәнен әйтегеҙ генә. – Әле генә һүнә барғандай тойолған донъя яңынан яҡтырып киткәндәй булды Гөлназға, ышаныс тыуҙы.
– Яңы бауыр күсереп ултыртырға кәрәк! – Әсә кешенең күҙҙәрендәге өмөттө күреп, табип һөйөндө. – Шул иң һуңғы һәм иң дөрөҫ юл. Әле ошоғаса ауырыуҙы аҙҙырмай, тотоп килә инек тә бит... иммунитеты түбән шул малайыңдың, стресс та кисерҙе тиһегеҙ...
– Мин риза!
– Ә һин уның еңел операция түгел икәнен беләһеңме? Һәм ул Өфөлә эшләнмәй, уның өсөн Мәскәүгә барырға кәрәк. Унда йәшәүе – оһо-һо-һо! Ҡиммәт икәнән үҙең аңлап тораһың. – Илмир Сәлмәнович, һынарға теләгәндәй, күҙҙәре менән үтә ҡараны. – Сит кеше бауырын бала организмы үҙ итмәҫкә лә мөмкин бит.
– Шунан, үҙ итмәй ҡуйһа, аҡсам етмәй бит әле тип, ҡарап тороп улымды үлтерәйемме ни? Әсәһенекен мотлаҡ үҙ итәсәк, минең быға иманым камил. Аҡсаһын да табырмын тип уйлайым. Ҡурҡып өйҙә ултырһам, аҙаҡ нисек йәшәрмен? Ебәрегеҙ беҙҙе Мәскәүгә! Бәхетебеҙҙе һынап ҡарайыҡ.
Гөлназ өҙмәне лә ҡуйманы.
– Һинең көсөңә, ныҡышмалығыңа һоҡланам мин! – табип быны ысын күңелдән әйтте. – Их, ирегеҙ ҙә тере булһа икән! Айнурға ул донор булыр ине. Улың да үҙен ышаныслыраҡ тойор ине... Операциянан һуң яҡшы тәрбиә кәрәк буласаҡ
– Ни эшләйһең инде хәҙер? Ул үлгән тип тормош туҡтап ҡалмай. Юҡҡа көймәгеҙ, донор булыу, аҡса, тәрбиәләргә кеше табыу – улар минең проблемаларым.
Илмир Сәлмәнович ризалығын белдереп башын ҡаҡты. Бөтөн ыңғай һәм кире яҡтарын һанап сыҡты, нимәләр эшләргә кәрәк икәнен аңлатты. Һәр яҡлап әҙер булырға кәрәк Гөлназға, яҡшыһына ла, хатта насарына ла. Әле донор булам тип ышанып йөрөһә лә, берәй әтнәкәһе килеп сығырға ла мөмкин бит. Уның бауыры ярамаған хәлдә бөтөнләй сит кешенеке күсереләсәк. Был инде йәки – йәки тигәнде белдерә. Ул ваҡытта Айнурҙың ҡартлыҡ көнөнәсә йәшәүе икеле буласаҡ.
Артабан бик етди анализдар, тикшереүҙәр, Мәскәү менән һөйләшеүҙәр башланды. Бөтә документтар Мәскәүгә ебәрелгәс, Гөлназ йөрәген усында тотоп яуап көттө. Сөнки юғарынан баш тартып ҡуйыуҙары ла бар бит. Аҡсаны ла, табырмын, тип әйтеүе генә анһат икән. Туғандарының һәр береһе хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырышты тырышыуын: кем һыйырын һуйҙы, кем сусҡаһын, тигәндәй... Аҡсаларын кире ҡайтара алмаҫы көн кеүек асыҡ булһа ла бер кем дә йөҙ борманы, рәхмәт әйтеп бөтә алмай уларға Гөлназ. Ярҙам итә алмағандарына ла үпкәһе юҡ уның, кемдең буштан-юҡҡа кемгәлер аҡса бүләк итеп ҡуйғыһы килһен? Бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә ҡайғыһында ташлап ҡуйманы үҙен. Әммә барыбер кәрәк сумманы тултырып булмай. Операция өсөн генә йөҙ мең кәрәк тинеләр. Анализдар өсөн айырым хаҡ аласаҡтар. Юлыңдан тыш йәшәргә лә кәрәк бит әле. Ә Мәскәү хаҡтары Өфөнән икеләтә ҡиммәт. Ун көн элек Мәскәүҙән ыңғай хәбәр алдылар. Өс көндән юлға. Гөлназға тағы ла утыҙ меңдәй аҡса табырға кәрәк. Нимә эшләйем тиһәң дә аҡса, аҡса... Әле лә шуның арҡала бына ошондай түбәнселеккә төшөп ҡайтып килә түгелме ни? Иренең “шәп” дуҫы ине Ансар. Гөлназды күреп ҡалған һайын бәйләнеп, мөхәббәтен белдереп, хәлен алды. Хатта “Әллә һөйәркәһе булайым да ҡуяйыммы икән шуның? Ана бит, балда ла майҙа йөҙҙөрәм мин һине, бер генә тапҡыр булһа ла осрашайыҡ” тип тора, тип уйлаған саҡтары ла булғыланы түгелме һуң? Шул кешегә ниңә барҙы, үҙе лә аңлап етмәй Гөлназ. Нимә тип торған була хәстрүш: имеш, уға ирһеҙ ҡатындар кәрәкмәй...
Йә ире яғынан бер нәмәгә лә өмөт итеп булмай. Ҡәйнәһе эттән алып эткә һүгеп сыҡҡандан һуң, һөйләшкәндәре юҡ. Үҙе лә инде... “Айнур барыбер һеҙҙең улығыҙҙыҡы түгел...” – тип әйтеп торасы. Тегеһенә етә ҡалды. “Шулайҙыр тип уйлағайным да! Мансурҙың үҙенә лә бала һинеке түгел ул тип гел әйтә килдем, ә ул, һантый, ышанманы. Мансурымды сихырлап ҡына тоттоң инде һин, балаңа атай кәрәк булғас...” – тип сәсрәп сығып китте. Шунан алып күрешкәндәре юҡ.
Ҡайтып еткәндә дүрт тулғайны инде. Үҙенең бүлмәһенең ишеге төбөндә йоҡлап ултырған әҙәмде күреп, ҡурҡып китте тәүҙә. Уның Илнур икәнен танығас, асыуын кемгә төшөрөргә белмәй йөрөгән Гөлназға етә ҡалды.
– Тор! – тип, бәләкәй балаҫ ишаратында бесәй балаһы кеүек кенә бөгәрләнеп йоҡлап ятҡан Илнурға аяғы менән төрттө. – Бында нимә ҡарап ятаһың? Күпме әйтергә була һиңә: бында, минең бүлмә тирәһендә ураланма!..
Илнур ҡурҡышынан һикереп тороп ултырҙы. Ишеккә һырыҡты. Күҙҙәрен ыуғыланы.
– Ы-ы-ы... У-у-у... – тип, нимә булғанын аңлағансы, һүҙ өндәшә алмай аҙапланды. Гөлназды танығас “ә-ә-ә...” тип һуҙҙы, ҡыуанып китте.
– Нимә эшләп темеҫкенеп ултыраһың тим? Милиция саҡыртайыммы ни?
– Гөл-гөл-на-а-з, бе-е-еҙ-ҙе-ең у-улы-лы-бы-ыҙ... – Илнур һүҙен әйтә алмай тотлоҡто.
– Ниндәй улыбыҙ, ниндәй улыбыҙ?! – Гөлназды Илнурҙың һүҙҙәре ярһытып ебәрҙе. – Ҡасан туҡтарһың һаташырға? Ә? Иҫәр һин, белдеңме, иҫәр! Шул тиклем ялҡыттың бит һин мине!..
30 йәштәр тирәһендәге берәҙәк егет ул. Әсә-атаһы ла тере, тыуған йорто ла бар уның, етмәһә бай йәшәйҙәр. Әммә аҡылға бер төрлөрәк булыуы арҡаһындамы, өйөнә ҡайтмай, гел урамда йөрөй. Гөлназды кемдең ҡайҙа йәшәүе бик борсомай, Илнурҙың буйы менән уны эҙәрлекләүе, эргәһендә тоғро эт кеүек ураланыуына ла тәүҙә көлөп кенә ҡараны. “Гөлназ минең ҡатыным, Айнур – улым” тип һөйләп йөрөүенә лә таныш-тоноштары өйрәнеп бөткән инде, Илнурҙың шулай иҫәрләнеүе күңел асырға бер сәбәп кенә улар өсөн. Иренең йәне көйөп туҡмайым тип ҡыҙышҡан саҡтарында ла: “Иҫәр менән иҫәр булма, зәғиф булғас, ул ҡайһылайтһын, йәлләйем мин уны. Үҙен ғаиләлемен тип алдап йөрөй икән, әйҙә йөрөһөн” тип, ни эшләптер гел тыя килде. Әле иһә һуңғы ваҡытта уны осратҡан һайын һарыуы ҡайнай. Мансурҙан ҡурҡып, бер ваҡыт бөтөнләй күренмәй ҙә башлағайны, әле, ире үлгәндән һуң, үтә әрһеҙләшеп китте.
– Ми-и-и-н... – тип тағы ниҙер һөйләй башлағайны, арманһыҙ булып, аяғында саҡ баҫып торған Гөлназ түҙмәне, елкәһенән тотоп еңел генә күтәреп, лифт яғына этте.
– Бар! Юғал күҙемдән! Һәм бынан ары ике аяғыңдың берен дә баҫаһы булма!..
Илнур, сепрәк сумкаһын ҡулына урап тотҡан килеш, башын эйеп, бөршәйеп кенә тышаулы аттай тәнтерәкләне.
Ятаҡтың бәләкәй генә бер бүлмәһе шыҡһыҙ, һыуыҡ. Әсәһе бында булғанда рәхәт ине әле. Дүрт-биш көн торғандан һуң, таныштарымдан ярҙам һораштырып ҡарайым тип ҡайтып китте. Ул да, ейәне өсөн йөрәге әрнеп, күңеленә урын таба алмай.
Гөлназ танһығы ҡанғансы һыу эсте лә, карауатына барып йығылды. Тамам кәйефен төшөргән Илнурҙы һүгеп ята торғас, бер ни белмәй әүен баҙарына юлланды.
Ул йоҡоһонан ҡото осоп уянды! Ҡояшҡа ҡарағанда, күптән төш еткән. Был мәлдә улы янында булырға тейеш ине лә баһа. Был тиклем дә бер нәмә лә белмәйенсә ҡаты йоҡлағаны юҡ ине әле һуңғы арала. Йә Хоҙай!.. Ояты ни тора. Гөлназ үҙен-үҙе битәрләне. Сәсен тараған ыңғайы йөҙөнә ныҡлабыраҡ иғтибар итте. Бер нисә көн эсендә күҙгә күренеп һурыҡҡан, күҙ төптәре ҡарайып киткән. Үҙен үҙе таныманы Гөлназ. “Улым ғына һауыҡһын...” – тип шыбырланы ул йәш аралаш.
Ҡата башлаған икмәкте ебетеп кенә сәй эсте лә дауаханаға йүгерҙе. Йәшеллеккә күмелеп, матур ерҙә урынлашҡан ул. Урамы шау сәскә. Әммә Гөлназда күптән гөл ҡайғыһы юҡ, ул туранан үтеп киткәс, ромашкалар үпкәләп, йығылып ятып ҡалды. Ә әсә кеше улы янына ашыға. Көн дә шунда ураланғас, уны танып бөткәндәр, туп-тура үтеп китһә лә бер кем бер ни өндәшмәй. Ҡайғыһынан өҙгөләнгән ҡатынды йәлләйҙәрҙер ҙә. Улы янында көлә-көлә нимәлер һөйләп ултырған Илнурҙы күреп, аптырап китте. Икеһе лә хәбәргә мөкиббән киткән, Гөлназды аңғарманылар ҙа хатта. Илнур нисек итеп айыу баҫтырғанын һөйләй. Буш хәбәр бит инде, Айнур уның нимәһен ауыҙ асып тыңлай икән, тип йәне көйҙө Гөлназдың. Икенсе яҡтан улының һыны ҡатып көлөүен ишетеп, күңеле ирене. Уларға ҡамасауламаҫҡа була, ординаторскийға китте.
– Ә-ә-ә, Гөлназ! Һине юғалттым бит! Ҡыҙыҡ бер хәбәр һөйләйем хәҙер, әйҙә, йәһәтерәк ин дә ишекте яп, – тип ҡаршы алды уны өлкән медсестра түҙемһеҙләнеп. Лилиә исемле ҡыҙ ул. Мәктәптә бергә уҡығайнылар, шунан бирле дуҫлашалар
– Нимә булды?!
– Хәҙер әйтәсәк яңылыҡ артыңа йығылып китерлек... – Үҙе хәйләкәр генә йылмайып, Гөлназдың түҙемлеген һынағандай, һуҙа бирҙе.
+4 °С
Болотло