+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
1 Сентябрь 2021, 13:47

Журналист, яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованы 75 йәше менән ҡотлайбыҙ!

Балалар өсөн "Исемем матур икән", "Яҡты хыял", "Һандуғас моңо" исемле китаптар авторы, юбиляр Нажиә апайға һаулыҡ, оҙон ғүмер юлы, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Бәләкәстәр һеҙҙең әкиәт-хикәйәләрегеҙҙе бик ярата!  Ә әлегә кескәй дуҫтарыбыҙға яҙыусының "Һандуғас моңо" исемле хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. 

Журналист, яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованы 75 йәше менән ҡотлайбыҙ!
Журналист, яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованы 75 йәше менән ҡотлайбыҙ!

ҺАНДУҒАС МОҢО

(Хикәйә)

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА

Иршат ҡош һайрауына уянды ла тәҙрәгә төбәлде. Асылмалы тәҙрә аша бәләкәй генә, һарыҡай ғына ҡоштоң, муйыл ағасы ботаҡтарын тибрәтеп, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға, сут-сут итеп һайрауын күрҙе. Ул шул тиклем матур һайрай – малай шаҡ ҡатты. Ҡошто һәйбәтерәк күрергә теләп, тәҙрә эргәһенә килһә, уныһы осто ла китте. Иршат йомшаҡ диванда йоҡлаған ҡартатаһына ҡараны. Шатморат ҡарт та уянған икән – ейәнен күптән күҙәтеп, шым ғына ята.
- Һандуғас ул. Инә һандуғас балалары янынан йыраҡ осмай. Ә был, ата һандуғас, иркенләгән йәғни йомортҡанан сыҡҡан ҡошсоҡтары тураһында донъяға яр һала – шатлығы менән уртаҡлаша.
Иршат ҡартатаһы янына килеп ултырҙы:
- Ә миңә шатланып та, саҡ ҡына һағышланып та һайраған һымаҡ тойолдо.
- Афарин! Бик хисле, һиҙгер кеше - ижадсы булырһың - балам. Иртә бит әле, йоҡламайһыңмы? - Шатморат ҡарт малайҙың арҡаһынан яратып ҡағып ҡуйҙы.
- Йоҡом туйҙы. Ҡартатай, һандуғас тураһында тағы һөйлә әле.
Шатморат ҡарт урынынан тороп, ихатаға табан атланы!
- Әйҙә, балам, бит-ҡулдарҙы йыуайыҡ та, электр сәйнүген ҡайната һалайыҡ. Сәй эсә-эсә, һандуғас тураһында һөйләрмен.
Өҫтәл артына ултырып, ике-өс тәгәс сәйҙе тәмләп һемергәс, ҡарт ҡабаланмай ғына хәбәрен башланы:
- Һандуғас – күсәр ҡош. Ул – барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡарай.
- «Барҡылдаҡтар»! Бигерәк ирмәк һүҙ, - Иршат шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
- Барҡылдаҡ – эре турғай ул. Сыбар буҙ төҫтәге был турғайҙың тоҡомо бик ҙур – утыҙҙан уҙа: һабан турғайы, ҡыҙылтүш йәғни буран турғайы, ҡарабаш турғай, ҡамыш турғайы, һыу турғайы һәм башҡалар. Әммә барҡылдаҡтар ғаиләһенән өс кенә турғай һайрай: һандуғас, һабан турғайы. Өсөнсөһөн үҙең әйт әле… - Шатморат ҡарт иҫе китеп хәбәр тыңлаған ейәненә төбәлде. – Йә, йә, уйла әле, уйла.
Иршат уйланы-уйланы – өсөнсөһө һайрар ҡошто әйтә алманы.
- Иртә яҙҙан ниндәй ҡошҡа оя яһап, һайғауға эләһегеҙ? Уны бит бесәйебеҙҙән үҙең һаҡлайһың… - Шатморат ҡарт - шуҡ кеше - малайға ҡарап, мут йылмайҙы.
- Сыйырсыҡ! - Иршат ифрат шатланды. – Атайым менән өс сыйырсыҡ ояһын оҙон, төҙ һайғауға элдек. Ҡараҡаш тигән бесәйебеҙ һайғауҙан менеп, сыйырсыҡ балаларын тотмаһын тип, ҡулайлама ҡуйҙыҡ.
- Шул, шул. Сыйырсыҡ та, барҡылдаҡ нәҫеленән. Ул да дан йырсы. Торғаны әртис инде: төрлө ҡоштар булып харап килештереп һайрай, хатта бесәй булып та мыяулай. - Шатморат ҡарт, бер аҙ тын ултырғас, хәбәрен дауам итте. – «Һандуғас шатланып та, саҡ ҡына һағышланып та һайраған һымаҡ тойолдо», тинең бит әле. Һандуғас – моңло ҡош шул. Күсәр ҡоштар булараҡ, һабан турғайы, сыйырсыҡ, һандуғас ҡошсоҡтары, ҡанат нығытҡас, йылы яҡтарға осоп китә. Йәмле йәй еткәс, йәнә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайталар.
- Ҡайтыр булғас, сит илдәргә китмәһендәр! - тине Иршат.
- Тәбиғәт шулай яралтҡан уларҙы – асыулана алмайбыҙ. Әммә тыуған яҡ магнит һымаҡ тарта – ҡоштар ҡайта, бала сығара, сасҡау һалҡындарҙан һаҡланып, сит илдәргә китергә мәжбүрҙәр.
Ә бына байлыҡ артынан ҡыуып, еңел тормош эҙләп, сит илдәргә олағыусы бәндәләргә үпкә ҙур. Сит-яттарға бил бөгөп йәшәгәнсе тыуған яҡтың байлығын арттырһын, тыуған илдең именлеген күтәрһен ул кеше. Кәре кәмегәс, тыуған төбәге барыбер иҫенә төшә. Әммә…ҡайта алмағандар ҙа бар. Донъя бит ул, төрлө ваҡиғалар ҙа була.
Ҡошҡайҙар, сараһыҙҙан йылы яҡтарға китһә лә, тоҡомон артабан арттырырға тыуған иленә ҡайта. Моңдары менән беҙҙе ҡыуандыра.
- Ҡартатай, мин үҙемдең Башҡортостанымда ғүмер кисерермен! Ә сит илдәрҙә сәйәхәт кенә итермен. – Иршаттың йөҙө балҡыны, ҡартатаһына һыйынды.
- Афарин, балам, - Шатморат ҡарт та шат ине – ейәнен кинәнеп һөйҙө.

Фото интернеттан. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: