+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
1 Сентябрь 2021, 20:00

Саҡ менән Суҡ

 (Хикәйә)

Саҡ менән Суҡ
Саҡ менән Суҡ
– Ҡороғорлар! Сәнселгерләр! Ҡайҙа шул эт балдары?!
Барлығы дүрт класс та бер коридорҙан торған кескәй мәктәптең һәр бүлмәһенә асыҡ ишетелде был һөрән. Яңы ғына туҙан туҙҙырып парталар араһында сабышҡан балалар, йәшен һуҡҡандай, урындарыбыҙҙа ҡатышып ҡалабыҙ ҙа, «йә инде, тағы ниндәй эш боҙғандар былар» тигән шелтәле лә, ҡурҡынған да ҡараштар менән игеҙәктәргә төбәләбеҙ. Ә тегеләрҙең беҙҙең кеүек бөршәйеп торор хәле юҡ, кемуҙарҙан йәшенергә ташланалар. Береһе түңәрәк тимер мейес артына өйөлгән сей ҡайын утын артына һикерһә, икенсеһе кластың мөйөшөн таҡта менән бүлеп яһаған китапханаға инеп ҡаса. Ул арала ишек һелкетә тартып асыла ла:
– Йәшәмәгерләр! Этләр! – тип һамаҡлап, малайҙарҙың әсәһе, дәү кәүҙәле Әсмә инәй, килеп тә инә. Баҫҡан урындарыбыҙҙа таш булып ҡатҡанбыҙ, тегеләр йәшенгән яҡҡа күҙ алмабыҙҙы ла шылдырып ҡарап, бер ауыҙ һүҙ өндәшә алмайбыҙ. Һәр хәлдә, мин шулай. Ҡурҡам ошо инәйҙән. Бигерәк тә игеҙәктәрҙең унан ҡурҡмағанынан ҡурҡам. Нисек итеп шундай уҫал әсәйҙән дә шөрләмәҫкә мөмкин?!
Әсмә инәй, улай-былай күҙ йүгертеп, класты бер байҡап сыға ла, малайҙарының мейес артындағыһын аңғарып ҡала һәм, тос йоҙроғон хәле еткәнсе һуҙып, тегене төймәксе. Тик утындар аша ҡулы етеңкерәмәй. Бына ул, һис аптырап тормай түрҙә элеүле торған байраҡты йолҡоп алып, шуны һөңгө итеп түңәрәк мейесте әле был, әле теге яҡтан көжгөй башлай. Ә тегендәге тотҡон шарҡылдап көлә-көлә әле бер, әле икенсе яҡҡа ырғый. Шул ғына ла етмәй, шайтан, әсәһен үсектереп, эләкләшеп маташа:
– Теймәне битәлүк! Әһә-һә, теймәне!
Был мажара әсәй кеше тамам көйөп-ярһып арығансы дауам итә. Ахырҙа, ул байраҡты, тағы бер киҙәнеп, шул мөйөшкә ҡарай осора ла: «Ер йотҡорлар! Йәлсемәгерләр!» – тип ҡарғана-ҡарғана, гөп-гөп баҫып сығып китә. Ниһайәт, беҙ ҙә иркен тын алып ебәрәбеҙ. Уҡытыусы апайыбыҙ ҙа килеп инә. Ул да, моғайын, Әсмә инәйҙең ҡауғаһынан ҡурҡып, уҡытыусылар бүлмәһенән сыға алмай ултырғандыр. Унан хатта директор ағай ҙа шикләнәлер ул, тип уйлайым. Ҡурҡмаһа, уҡыусыларын яҡлашырға инер ине лә инде.
– Нимә сығарҙығыҙ тағы? – тип һорай Зәлиә апай шым ғына игеҙәктәрҙең һыңары булған Кәбирҙән.
– Әллә! – тип ауыҙ йырып, яурынын ғына һикертә тегеһе.
– Һин нишләнең? – уҡытыусы китапхана кәштәләре аҫтынан ап-аҡ саң һөртөп сыҡҡан Кәримдең өҫтөн ҡағыша.
– Әллә, – ти быныһы ла.
– Кемегеҙгә эләкте? – апайыбыҙ малайҙарға алмаш-тилмәш ҡарап ала.
– Эләкмәне! Берҙе лә! – мейес артында һөжүм ҡабул иткән Кәбир сер бирергә теләмәй. – Әсәй был яҡтан “тыс-тыс”, мин теге яҡҡа фью-фью! – шаталаҡ малай алыштарын, йүгереп йөрөп, мажара итеп күрһәтеп бирә. Хәҙер инде уға ҡарап, баяғынан ҡыҙыҡ табып көләбеҙ. «Шауламағыҙ», – тип, беҙҙе ураған һайын тыйып торһа ла, апайыбыҙ ҙа ауыҙын баҫып, саҡ көлмәй тора.
Икенсе көн был тауыштың сәбәбен белдек: малайҙар йәшелсә баҡсаларын япмай киткәндәр ҙә, уңыштарын мал инеп тәләфләгән. Көҙгәсә тәрбиәләп үҫтергән йәшелсәләрҙе инде йыйып алыр ваҡытта һыйырҙан ашатһаң, әлбиттә, кемгә лә эләгер ине, тик башҡа берәүҙең әсәһенең мәктәпкә килеп етерен күҙ алдына килтерә лә алмайым.
 
Кәбир менән Кәрим минән ике йәшкә ҙурҙар. Шулай булһа ла, беҙҙең кластарҙы бер бүлмәлә уҡыттылар. Уҡытыусы апайыбыҙ ҙа бер.
Был ике малай шул тиклем тиктормаҫ, шул хәтлем шуҡ! Көн һайын булмаһа ла, көн аша нимәлер сығарып ҡына торалар. Йә тәҙрә яралар, йә берәйһен илаталар, ручкаһын һындыралар, китабын йырталар, уҡытыусыны тыңламайҙар, һис юғы “тас-тос” килеп, үҙ-ара һуғышып китәләр. Зәлиә апай дәрестәр буйына: «Кәбир! Кәрим! Кәбир! Кәрим!» – тип кенә тора. Бер ҡолағынан инә лә, икенсеһенән сығып та китә тегеләрҙең. Баштараҡ уҡытыусы апай, беҙҙең ауылға яңы килгән сағында, ҡурҡытыр өсөн игеҙәктәрҙең әсәләрен саҡыртып ҡарағайны. Йәнәһе, оялта, тәрбиәләй инде. Әммә Әсмә инәй килеп: «Оятһыҙлар! Сәсрәгерләр!» – тип, ике малайын парта аҫтына төшөп йәшеренгәнсе тупылдатып туҡмап ташлағас, бик уңышһыҙ уй уйлағанлығын аңланы. Хәҙер нимә генә булғанда ла, тиктормаҫтарҙың әсәләренә өндәшмәй ҙә бит, тик Әсмә инәйҙең енләнеп килеп китеүенә форсаты ла аҙ сыҡмай тормай шул. Бер-ике тапҡыр уҡытыусы, әсәләре инеп килгәнде күреп, үҙе малайҙарҙы ҡасырҙы әле. Әсмә инәйгә ағарынып-күгәренеп: «Теүәлиткә тип һорап сыҡҡайнылар», – тигән булды. Инәй ишек төбөндә килеш кенә: «Ҡороғорлар! Шифанирҙа ятҡан өр-яңы түл менән балыҡ һөҙгәндәр ҙә йәшереп ҡуйғандар, яңы таптыҡта йөрөһәм, килеп сыҡты. Дөмөккөрләр!» – тип, ҡулына йомарлап тотҡан ала-сола төргәкте күтәреп күрһәтте лә малайҙары артынан китте. Әсәләре сығып китеүгә, шкафтың ишеге шар асылып, унан даһыр-доһор итеп, күҙҙәре баҙлап, игеҙәктәр килеп тә сыҡты. Ғәйептәрендә эштәре лә юҡ, һуғышып маташалар:
– Апай, Кәбир мине семтеп тик тора!
– Алдай, үҙе…
– Нишләп әсәйеңдең түленә тейҙегеҙ? – апай тегеләрҙең ҡулдарынан һелкетә тартып алып килеп, класс алдына баҫтыра. – Нишләп һеҙҙең ҡулығыҙ тик тормай, ә ?
Малайҙар, шулай булырға тейеш булғанса, күкрәктәренә еткәнсе баштарын эйәләр ҙә торалар. Ә аҫтан ауыҙҙары йырыҡ, күҙҙәре – “ялт-йолт”. Апай, ҡыңғырау шылтырағансы, әсәйҙәрҙе тыңлау һәм эш боҙмау хаҡында вәғәз уҡый. Ул сығып киткәс тә, Кәбир менән Кәрим парталарҙы шылдырып ҡуйып, өҫтәренә баҫып, кем оҙонораҡ һикерә, тип ярыша башлай.
 
Әсмә инәйҙән ҡурҡыуым хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Әммә уның миңә бер ваҡытта ла ҡаты ҡағылғаны булманы. Киреһенсә, магазиндамы, медпункттамы тура килгәндә, «тәнәйләр, ҡыҙыҡайлар» тип, арҡамдан тапап һөйөп ебәрә. Әллә ул малайҙарҙы ғына яратмай микән, тип уйлайым. Игеҙәктәрҙең инде үҫкән өс апаһы ла бар, уларҙы әрләгәндәрен ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ. Был Кәбир менән Кәрим үҙҙәре инәйҙе шулай сығырынан сығаралыр ул. Шуға ла урам буйлап «Ҡороғорлар! Сәсрәгерләр! Этләр!» – тип әрләп, эҙләп йөрөйҙөр инде. Миңә иһә инәйҙең һөйләшеүе ҡыҙыҡ. Беҙҙең яҡта берәү ҙә уның кеүек «лар-ләр» тип әйтмәй, киреһенсә, «эштәп, таштап» тип, «тапап» һөйҙәшәбеҙ. Инәй уҫал булһа ла, бик матур әрләшә кеүек күрәм. Өләсәйемә шуға: «Әсмә инәй хәтәр ҡыҙыҡ әрләй, ивет», – тиһәм, ул: «Кит шуны, үҙ балларын юҡ өсөн туҡтауһыҙ ҡарғап, инә ҡарғышы ятмай буламы, ята инде ул. Үткәндә лә әйттем әле үҙенә, тәки аңдамай… Саҡ менән Суҡ итмәксеме шуларын», – тип һуҡрана.
Мин шулай уҡ Кәбир менән Кәримдең бер төҫтәге ике кеше булыуына ла аптырайым. Аптырамаҫлыҡмы һуң, бер иш үк, әммә икәү. Күсермә кеүек. Шуғалырмы, һәр ваҡыт икеһенә бер үк нәмә оҡшай, һәм шул бер нәмәгә талашып, һуғышып ғүмер итәләр. Был нәмә китап, ручка, туп йәки хатта хеҙмәт дәресендәге бер таҡта ла булырға мөмкин. Ололарҙан берәйһе айырмаһа, улар сәғәттәр буйына ла туҡтамайса көрмәкләшә алалар. Инде хәлдәре бөтөп, саҡ аунашып йөрөйҙәр, әммә, һөҙгәк тәкәләр ише, береһе лә артҡа сигенмәй. Бына шундай малайҙар улар игеҙәктәр.
Улар тыуғанда ла ҡыҙыҡ хәл булған. Әсәләре бәпәйгә ауырып киткәс, өс апай өйҙөң алғы яғында көтөп ултырғандар. Бына фельдшер бәпәйҙе төргәккә төрөп алып сығып, ҡыҙҙарҙың олоһона: «Бына һиңә бәпәй», – тип тотторған да инеп киткән. Бер аҙ ваҡыттан тағы ла бер төргәк алып сығып, уртансы ҡыҙға: «Бына һиңә лә бәпәй», – тип биргән. Унан торараҡ килеп сыҡһа, өсөнсө ҡыҙ: «Миңә нишләп бәпәй юҡ?!» - тип, ҡысҡырып илап ебәргән, ти. Быны ла миңә өләсәйем һөйләгәйне. Теге икәү кеүек, өсөнсө малай ҙа булһа, нимә булыр ине икән?
Ул игеҙәктәрҙең ҡылғандарын һәм ҡыланғандарын һөйләп кенә бөтөп булмаҫтыр. Әле хәрефтәр өйрәнгән генә сағыбыҙҙа улар уҡытыусыбыҙҙы бер ағартыр, бер ҡыҙартыр ине. Шулай «Ү» хәрефен үтәбеҙ. Апай беҙгә ошо хәрефе булған һүҙҙәр табырға ҡуша. Кәбир менән Кәрим үҙ кластарындағы миҫалдарҙы сисә алмаһалар ҙа, беҙгә, бәләкәстәргә, хут бирмәйҙәр. Кемуҙарҙан, белгәндәребеҙҙе әйтәбеҙ тип, ҡулдарҙы йәлпелдәтәбеҙ:
– Апай, мин! Апи-пи-пи-пи!
– Апи-пи-пи! Апи-пи! – Кәрим, бөтәбеҙҙән дә нығыраҡ пипелдәп, оҙон ҡулын төшөрмәй ҙә.
– Әйҙә, әйт һуң? – ти бынан ҡотола алмаҫын аңлаған уҡытыусы.
Кәрим һикереп тора ла, бар класты яңғыратып, һуҙып ебәрә:
– Кү-ү-үт!
– …
Ике класс балалары парталарға ятып көләбеҙ. Апайыбыҙ ҡыҙарып-бүртенеп баҫып тора.
 
Бер шулай иртәнсәк мәктәптә дәрестәр башланыуға, ҡыңғырау шылтыратайым тиһәләр – тапмайҙар. Иҙән йыуыусы, мейес яғыусы һәм бер үк ваҡытта ҡыңғырау шылтыратыусы ла булған Фатима инәй, теге бәләкәс кенә еҙ шылтыраҡты эҙләп, арманһыҙ булды. Хатта, дүрт кластағы һәр парта аҫтын тикшереп сыҡты. Уға эйәреп, беҙ ҙә, аҙаҡ уҡытыусылар ҙа эҙләште. Юҡ ҡыңғырау! Ахырҙа, дәрестәрҙең башланыуын һәм бөтөүен белгертеү өсөн шунда коридорҙа ултырған һыу багына асҡыс менән шаҡылдатып һуғып торҙолар. Торараҡ, малайҙар араһында ниндәйҙер шыш-быштар китте. Шыбырлашыуҙарынан «Кәбир-Кәрим», «ҡыңғырау» тигән һүҙҙәр айырым-асыҡ ишетелеп ҡалғас, уҡытыусы апайыбыҙ быларҙы ҡыҫымға алды:
– Йә, әйтегеҙ, кемдә ҡыңғырау ? Кем алған?
Тегеләр, баштарын эйеп китеп шыма, ҡаш аҫтарынан ғына күҙҙәр йүгерешә. Унда-бында пырхылдап көлөп ебәрәләр.
– Хәҙер Рәил ағайҙы саҡырам, ҡолағығыҙҙы шытырлатып борһа, көлкөгөҙ яңырыр!
Быныһы инде көлкө түгел. Директор Рәил ағай, ысынлап та, күп һөйләшеп тормай. Ҡолаҡтарҙы (малайҙарҙыҡын ғына, әлбиттә) ҡыпһыуыр бармаҡтары менән эләктереп алып, будильник борғосо кеүек итеп бора ла ҡуя. Шунан тегеләрҙең ҡолаҡтары, ҡып-ҡыҙыл булып, ҡарпышайып китә. Ҡолаҡтарға барып етмәҫ борон, ағайҙың бер төҫөнән, ҡалын тауышынан, һуҡ бармағын өҫкә күтәреп янауынан уҡ тәртип боҙоусылар бөршәйеп төшә. Хатта урамдың теге осонда Рәил ағайҙың килә ятҡаны күренһә лә, малайҙарҙың эш боҙғаны ла, боҙмағаны ла, юлдарын икенсе яҡҡа бороп, һыпыртыу яғын ҡарай.
Әле лә директор ағайҙың исемен ишеткәс, яңы ғына пырхылдашып маташҡан малайҙар ысынлап тынысһыҙланды, бер-береһенә «һин әйт» тигән мәғәнәлә терһәктәре менән төртөштө. Кәбир менән Кәрим иһә, әле был әле икенсе яғына боролоп, аҫтан ғына йоҙроғон күрһәтте, йәнәһе, әйтеп ҡарағыҙ, тәнәфестә кәрәгегеҙгә бирербеҙ. Бөтөн был әкәмәтте күҙәтеп ултырған апайыбыҙ Кәбир менән Кәримгә алға сығып баҫырға ҡушты ла, үҙе тегеләргә яҡын уҡ килеп торҙо, баштарын күтәреп, күҙҙәренә ҡарарға тырышты. Тегеләр апайҙан һирпелгән һиҙелер-һиҙелмәҫ татлы хушбуй еҫенән, елкәләренә уның йомшаҡ ҡулы ҡағылыуҙан тағы ла нығыраҡ уңайһыҙланды һәм баштарын шаҡарып та күтәрмәҫлек итеп һәлпәйтте. Былай ғына көсө етмәҫен аңлаған апай һуңғы сараға бармаҡсы булды:
– Тәк, все! Әсәйегеҙҙе саҡыртам хәҙер! Әйтегеҙ! Ҡайҙа ҡыңғырау?
Хәҙер инде ҡыҙҙар ҙа ҡурҡты. Ҡалай ҙур бола сыҡмаҡсы!
– Йә, көтәм. Өскә хәтле һанайым да, Хәсән, һин хәҙер йүгереп барып, әсәйҙәрен алып килерһең.
Бындай ҡурҡыныс йөкләмәнең үҙ елкәһенә ятырға торғанын ишеткән Хәсәндең түҙеме шартланы, һәм ул әсе тауыш менән сарылдап уҡ ебәрҙе:
– Давай, әйтегеҙ! Атыу, үҙем әйтәм!
– Бе-ер! Ҡайҙа ҡыңғырау?! Ике-е-е…
– Кәзәлә…
Был яуаптан апайыбыҙ бер килкегә телһеҙ ҡалды.
– К-кә… Ниндәй кәзәлә?
– Хәҙисә әбейҙең ҙур имсәкле ала кәзәһендә.
Ятып көләбеҙ.
– Шымығыҙ! – апайҙың шаярыу ҡайғыһы юҡ, ул тамам асыуланды. Шым булабыҙ. – Нисек ул кәзәгә барып эләкте, аңлат?
Хәҙер инде игеҙәктәргә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалмай.
– Кәбир кисә дәрестән һуң ҡыңғырауҙы Фатима инәй күрмәгәндә генә урланы ла…
– Алдай! Кәрим үҙе!
– Э-э! Һин, алайыҡ, тинең бит!
– Алдаҡсы, һин кеҫәңә тыҡтың!
– Шым! – апай бәләкәс кенә йоҙроғо менән өҫтәлгә туҡылдатҡансы һуға ла, ауыртыуҙан матур танауын сирып, ҡулын һелкеп тора. – Алдығыҙ, шунан?!
– Ҡайтып бара инек, Хәҙисә әбейҙең кәзәһе китеп бара ине, имсәге ҙу-ур ине, беҙ уны әҙерәк һауып ҡараныҡ та, шан…
– Йә, шунан?!
– Шан Кәрим, бер йүкә табып, ҡыңғырауҙы кәзәгә тағып ебәрҙе…
– Һин!
– Тәк, етте! – апайыбыҙ ҡупшы туфлийҙарының үксәһенә ныҡ баҫып, кластан сығып уҡ китә лә, күп тә үтмәй, директор ағайҙы эйәртеп килеп тә инә. Игеҙәктәр хәҙер инде шымыраҡ тауыш менән әлеге һөйләгәндәрен тағы ла ҡабатлай. Ағай, тегеләр бөтөр-бөтмәҫтән, икеһенең дә ҡолағын еңел генә итеп бороп та ҡуя. Шайтандарҙың ауыҙҙары асыла ла, өндәре сыҡмай. Директор ҡолаҡ борғанда ҡысҡырыу йә илау оят һанала.
Физкультура дәресендә класыбыҙ менән теге ала кәзәне эҙләргә ебәрҙеләр. Башта эркелешеп барып, Хәҙисә әбейҙәргә индек. Әбекәйгә Тимур командаһы менән былай ҙа аҙ йөрөмәйбеҙ, шунлыҡтан ул беҙҙең килеүгә аптыраманы.
– У-уй, ҡолонсаҡтарым, эш юҡ ине бит әле…
– Инәй! Ала кәзәң ҡайҙа? – тип хор менән тигәндәй ҡысҡырабыҙ.
– Аһ-аһ… тауҙалыр.
Ары аңлатып торған кеше юҡ, һыпыртабыҙ тауға. Эре таштар араһында яҙғы ҡояш йылыһында иҙерәп ятҡан кәзә көтөүен көжгөп ҡуҙғатып ебәреүебеҙ була, ҡолағыбыҙ өйрәнеп бөткән наҙлы зың-зың сыңлап та китә. Ала кәзәнең ни, ҡасырға уйы ла юҡ, беҙҙең кеүектәрҙе артыҡ һанға һуҡмай, күрәһең. Ҡыңғырауҙы сисеп алыу ғына етмәй, өҫтөбөҙгә сәптертә-сәптертә, ергә тейә яҙып торған йомшаҡ еленде тартҡылайбыҙ. Кәзәкәй “керт-керт” көйшәнеп, ирәйеп эйеп тора бирә лә, күмәк ҡулдар артыҡ әрһеҙләшеп, төрлө яҡҡа һуҙғылай башлағас, боролоп, ҙур мөгөҙлө башын һелкеп ебәрә. Турғай тубы кеүек, тау түбәнгә осабыҙ. Игеҙәктәр, ҡыңғырау шылтыратып, алдан төшкән.
Ҡыңғырау мажараһы онотолоуға, тағы бер ҡауға сығарҙы былар. Районға ауылдан һөт алып бара торған машинаның, беҙҙеңсә, «малакавуздың», люгына ултырып киткәндәр. Ул заманда автобус йөрөмәй әле, районға барыусылар, башҡа транспорт тапмағанға, молоковоз шоферы Миңнулла ағайға инәлеп-ялбарып, һөт люгы өҫтөндә йәки ике һауыттың береһе буш булһа, шунда ултырып барырға һорайҙар. Шофер ағай ҡалайтһын инде, кешеләргә кәрәк бит, «ярамай ҙа ярамай» тип һөйләнеп торһа ла, ала. Шуны белгән Кәбир менән Кәрим дә, люкка ултырып, районға барып ҡайтмаҡсы булған.
Шулай бер көн, был ҡотҡо кемдең башына беренсе килгәндер инде, һәр хәлдә, беҙ быны бер ваҡытта ла белә алмаҫ инек, игеҙәктәр, бер-береһен ҡыуалай-ҡыуалай мәктәпкә йүгерер урынға, ауыл ситендәге фермаға табан елдергән. Ҡойма тишегенән һауыттарҙың береһенә һөт тултырылғанын күҙәтеп торғандар ҙа, шофер ҡағыҙҙар артынан эскә инеп киткәнде генә көтөп тороп, йәһәтләп үрмәләп, буш люкка төшөп тә ултырғандар. Бер ни һиҙмәгән ағай, сығып, люктарҙың ҡапҡастарын нығытып бикләп ҡуйған.
Һөт машинаһының ҡараңғы шауғалаҡ һауытында улай-былай тәгәрәп йөрөүгә лә, өҫ тиҫтә саҡрымдай соҡор-саҡырлы юлдарҙа борсаҡ ише һикерешеүгә лә түҙгән малайҙар, район үҙәгенә етеп һөт бушатҡанда шым ултырһа ла, төштән һуң тағы ла шул юлдан ауылға ыңғайлағанда тамам хәлдәре бөтә. Һуң бит люктың ҡапҡасы ябылған! Һауытына кеше ултыртҡанда Миңнулла ағай, һауа инһен өсөн, ҡапҡасты ябып еткермәй икән.
Шофер ҡайтып, машинаһын ҡуя ла әле ашап сыға икән, унан ғына һауытын йыуҙырырға фермаға төшә. Шунда ул буш люгында ниндәйҙер дыңғырлау тойолғандай булғанға, ҡапҡасын асып ебәрһә-ә-ә – эстә ҡороға сығарып ырғытылған селтейҙәр ише ауыҙҙары менән һауа йотоп, игеҙәктәр ята! Шофер шул ваҡыт, хәле бөтөп, машина башынан ҡолап төшкән, тип һөйләне шаһит булғандар. Ололар малайҙарҙы люктан сығарып, үҫенте һымаҡ булып һәлберәп төшкән кәүҙәләрен күтәреп, йүгертеп медпунктҡа алып барған. Ә был ваҡытта был икәүҙе юғалтып, бөтөн ауыл эҙләй икән!
Ярай был хәлдә, шофер менән малайҙарҙың әсәләренең ҡото алыныуын иҫәпкә алмағанда, игеҙәктәр, терелә төшкәс, бер туҡмалған да онотолғандыр, ә бына уларҙың киләһе ҡылған эштәре өсөн бөтә ауылға яуап бирергә тура килде.
Яҙ көндәре мәктәп менән ағас үҫентеләре ултыртырға алып сығалар ине. Ҙурыраҡ балалар делянка таҙалаша, уртараҡтар махсус көрәктәр менән соҡор яһай, беҙ, бәләкәсерәктәр, шул соҡорҙарға үҫентеләрҙе төшөрөп, итек осо менән баҫып, күмеп йөрөйбөҙ. Эш артыҡ ауыр ҙа түгел, үҙе ырамлы, килеп тороп күңелле, әленән-әле тубырсыҡ бәрешеп, баҫтырышып уйнап алабыҙ. Ҡабаландырған, ҡыуған кеше юҡ. Етмәһә, был эш өсөн аҡса түләйҙәр әле.
Төшкө ашҡа туҡтағанда игеҙәктәр, бер төркөм тиҫтерҙәрен өйөрөп алып, урман эсенә инеп киткәйне. Тамаҡ йүнәткән уҡытыусының: «Малайҙар! Алыҫ китмәгеҙ! Ҡулдарығыҙы йыуығыҙ ҙа килегеҙ!» – тип ҡысҡырыуын да ҡолаҡтарына элмәгәс, бик ҡыҙыҡ нәмәләре булғандыр. Тик ул «ҡыҙыҡ» бер нисә минуттан ҡара төтөн бағанаһы булып ағастар өҫтөнә күтәрелгәндә, малайҙар, ҡоттары алынып, ауыл яғына һыпыртҡандар ине инде.
Яҙғы йылы, елле көндә сытырлап янған ҡарағай урманын һүндереү өсөн ауыл халҡына ике тәүлек кәрәк булды. Райондан ут һүндереү машиналары, хатта ҡайҙандыр самолет осоп килеп етте. Ултыртылған үҫентеләребеҙ тапалып бөттө. Ауыл өҫтөндә әллә ни ваҡыт ҡара төтөн болото аҫылынып торҙо. Күңелдәргә, һуғыш киноларын ҡарағандағылай, шом ятты.
Һуңынан асыҡланды: бөтөн бәлә игеҙәктәрҙең «охотничий» шырпы алып килеүенән сыҡҡан икән. Был ҙур көкөртлө шырпыны магазинда балаларға һатмайҙар, бик кәрәк булмағанда, өйгә лә ала һалып бармайҙар ине. Күберәген ҡырҙа ятып эшләгән, көтөүҙә йөрөгән ололар ала торған. Игеҙәктәр ҙә күршеләре булған көтөүсенекен сәлдергән дә күрһәтеп маҡтаныу өсөн посадкаға алып килгән. Күрһәтеү генә аҙ бит инде, уны мотлаҡ яндырып ҡарау ҙа кәрәк һәм һыҙып та ебәрәләр. Шырпы бөртөгө осондағы суҡмарҙан көкөрт сажлап тоҡанып китә лә, осҡондар сәсрәтеп яна ла башлай. Быға тиклем ҡулдарында бындайҙы тотмаған малайҙар ситкә ырғый. Әлегәсә ҡыйыу ҡыланған игеҙәктәр ҙә албырғай һәм шырпы тотоп торғаны, сәбәләнеп, бармаҡтарын өтөп алып барған утын ергә ырғыта. Ҡоро сатыр өйөмө өҫтөнә төшкән шырпы һүнергә уйламай ҙа, киреһенсә, кипкән ылыҫҡа тоҡанып алып, тағы ла ҙурайып, көсәйеп китә. Тарала барған утҡа бер килке күҙ йоммай текәлешеп торған малайҙар шул ваҡыт, ҡапыл иҫтәренә килеп, уға ташлана ла ул, тик инде һуң була: өҫ кейемдәрен сисеп һуҡҡылаһалар ҙа, ерҙән услап алып тупраҡ ташлап ҡараһалар ҙа, ялҡын телдәре ҡоро ботаҡтарҙы ялауҙан һәм үргәрәк үрмәләүҙән туҡтамай. Сәс остары өтөлөп, бит-ҡулдары ҡоромға буялып бөткән малайҙар утты күреп йүгереүселәрҙе аңғарғас та, ҡурҡыштарынан ауылға ҡарай ҡаса.
Янған урман, тәләфләнгән үҫентеләр өсөн уҡытыусы апайыбыҙҙан алып совхоз директорына тиклем яуап тотҡан, тинеләр. Мин әсәйемдән: «Уҡытыусы апайыбыҙ яндырмаған да инде, нишләп уны әрләйҙәр икән?» – тип һорағайным, «Малайҙарҙы ҡарамаған өсөн», – тине. Кәбир менән Кәримгә милиция килде. Һуңынан игеҙәктәр, беҙҙең күҙҙе ҡыҙҙырып, милицияның кейеме, йондоҙҙары, фуражкаһы тураһында һөйләне. Ул быларҙан әллә нәмәләр тураһында һорашҡан, күп итеп яҙған, сәпсим әрләмәгән, ул булғанда әсәләре хатта малайҙарының башына ла сиртә алмаған. Беҙ тын да алмай көнләшеп тыңланыҡ.
Ә бер көн, йәйге каникул алдынан, былар мәктәпкә тере йылан тотоп алып килделәр ҙә, тегене муйындарына, ҡулдарына уратып йөрөтөп, “цирк” күрһәттеләр. Унан ҡалһа, ҡыҙҙарҙы сырылдатып, баҫтырып йөрөп ҡурҡыттылар. Ярай әле, уҡытыусы килеп инеп өлгөрҙө. Тик ул да йыланды күргәс, «сар-р-р» итеп ебәрҙе, уның тауышына шул тирәлә генә өйөрөлгән физкультура уҡытыусыһы ағайыбыҙ инеп, малайҙарҙан йыланды тартып алды.
– Ҡара йылан бит был, алйоттар, сағылғығыҙ киләме? Ну, баш юҡ һеҙҙә! – тип әрләй ағай тегеләрҙе.
– Саға алмай, беҙ уның телен өҙөп алдыҡ, – тип маһая игеҙәктәр.
– Йыландың ағыуы телендә түгел, ә тешендә! Ул телен өҙгәнгә шаңҡып ҡына ауыҙын аса алмаған! Берәйһен саҡтырһағыҙ, шунан? Нишләтергә был һеҙҙе? – тип, уҡытыусы оҙаҡ ҡына тәрбиәләне быларҙы. Беҙ ҡайтып һөйләп, ата-әсәләрҙе аптыраттыҡ. Һәр хәлдә был хәл игеҙәктәрҙең әсәһенә барып етмәгәндер, ундайҙы еткереүсе ҡыйыуҙар табылмағандыр.
 
Үҙ ваҡыты еткәс, игеҙәктәрҙең берәүһе (икеһенең кеме булғандыр инде?) ауылға эшкә килгән бухгалтер ҡыҙға үлеп ғашиҡ булған. Тик егет ҡыҙ артынан саба башларға тип балаҡтарын төрөп тә өлгөрмәгән, һыңары тап ана шул ҡыҙ уныҡы буласаҡ икәнде хәбәр иткән. Хәҙер нишләргә? Быға тиклем үҫмерлек ҡоронда һатып алынған велосипедты, бүлешә алмай һуғыша торғас, онтағайнылар, һуңғараҡ матайҙарын емергәйнеләр, ана, магнитофондары ла, дөмбәҫләшеүҙә ҡатнашып, эсәктәре ҡойолоп ята. Әсәләре шуларға күҙе төшкән һайын: «Сәнселгерләр! Эттән тыуған эт балдары! Мал ҡәҙерен белмәгән таҙлар!» – тип, эсе бушағансы ҡарғанып ала.
Был хәлдә лә игеҙәктәрҙең береһе лә мах бирә алмай ине. Тәүге көн клубтан ҡыҙ артынан беренсе булып Кәрим йүгереп сыҡты. Кәбир, бильярд төртөп йөрөп, аңғармай ҡалды. Әммә икенсе көн ул теге ҡыҙҙы фатирынан уҡ барып алды. Һыңарының һылыуҡай менән көлөшә-көлөшә килгәнен Кәрим клуб мөйөшөнән йәшенеп ҡарап торҙо ла ҡайтып китте. Иртәгәһен ул һыланып-һыйпанып, сүкеш-бысҡыһын тотоп, иртәрәк сығыуға ыңғайланы. Тик ишектә игеҙәге юлына арҡыры төштө:
– Ҡайҙа киттең?
– Теге көн ултырғыстарымды нығытып бирерһең, тигәйне.
– Үҙем йүнәтермен. Бармайһың!
– Өйрәтмә! Бына һин бармайһың! Мин уның менән баштараҡ таныштым, тәүге көндә мин оҙаттым.
– Танышҡанһың, танышмай ҙа! Ул беҙҙең икәү икәнде лә белмәй, бер кеше, тип уйлай!
– Значит, мин тип кенә уйлай, – Кәрим Кәбирҙе ситкә төртөп ебәреп, тупһа аша атлауы булды, болдорҙан осоп төшөп тә китте, сөнки тегенеһе ҡыуып етеп, артына тибеп ебәргәйне.
Асыуынан шартлар хәлгә еткән Кәрим ике һикереүҙә һикәлтә үрендә ауыҙын йырып торған игеҙәгенең, һыңар аяғынан эләктереп, аҫҡа тартты. Кәрим соңҡаһы менән һәр тупһаны тигәндәй һынап төштө. Тауышҡа йәйге аласыҡ тәҙрәһенән башын һонған әсәләре әсе тауыш менән эңер ябып барған ишек алдын яңғыратты:
– Ҡороғорлар! Әпәт һуғышалар! Етәр һеҙгә! Этләр! Дөмөккөрләр! Дөмөгөшөп бөтмәйләр бит ошолар!
Тик егеттәр ҡолаҡтарына ла элмәне. Инде күптән улар әсәләренән ҡурҡмай. Әрләү-ҡарғауҙарын да бар тип тә белмәй.
… Алыш ҡыҙҙы ғына. Әле Кәрим өҫкә сыҡты, әле Кәбир. Әле Кәрим шунда торған иҙән йыуыу таяғын Кәбирҙең арҡаһына һындыра һуҡты, әле Кәбир кескәй эскәмйәне алып атты, Кәрим көйәнтә менән, Кәбир гөл көршәге менән, Кәбир …, Кәрим …, Кәбир …, Кәрим …
– Свулышлар! Сәсрәп бөткөрләре-е! Этлә-әр!
Ҡапыл бөтә тауыштар ҙа бер юлы тынды. Әсмә инәй йүгереп сығып, ултыра төштө. Ә Кәрим берсә ҡулына әллә ҡайҙан килеп эләккән сүкешкә (бая ултырғыс йүнәтергә алып китергә теләгән, күрәһең), берсә ерҙә күҙҙәрен ҙур асып, һауаға ҡарап ятҡан Кәбиргә ҡарап ҡалды. Юҡтыр, алдап ҡына яталыр.
– Тор! Нимә ҡыланып ятаһың! Еңелдеңме? Йә, еңелдем, тиң!
Тик Кәбир торманы ла, өндәшмәне лә. Кәрим, сүкешен ташлап, игеҙәген елтерәтеп торғоҙоп баҫтырмаҡсы булды, әммә баш аҫтындағы соҡорға йыйыла башлаған йылы ҡанға ҡулы тығылғас, хәле бөтөп, эргәһенә сүгәләне, тауышы ҡалтыраны:
– Кәби-ир? Кәрпей, нимә булды?.. Ныҡ тейҙеме әллә, ә? Күтәреп индерәйемме өйгә?.. Пунктҡа апарайыммы? Кәрпей, йә, Кәрпей…
Кәбир район дауаханаһында ғына иҫенә килде. Ҡатмарлы операциянан һуң. Тик хәтере элекке түгел ине… һәм аҡылы ла…
 
…Төрмә бүлмәһенән өҫтә торған тәҙрә рәшәткәләре аша зәңгәр шар булып тулған айға ҡарап ята Кәрим. Йәне әсей, йөрәге һыҙлай. Ошо һыҡраныуын бер нәмә менән дә баҫа алмай. Был һыҙлауҙы баҫыр көс тә, ҡөҙрәт тә табылмаған. Быға дауа ла юҡ. Шул ваҡыт ошо һағышы, йәненән айырылып осоп сығып, ай янына күтәрелә лә аҫта тереклек итеүселәрҙе шомға һала:
– Һ-һаҡ-ҡҡ! Һаҡ-ҡ-ҡ! Һаҡ-ҡ-!
Ә был ваҡытта бөтөнләй икенсе тарафта ғәриптәр коляскаһында бар донъяға битараф булып ултырған Кәбир, нимәлер аңлаған кеше шикелле, яйһыҙ ғына итеп башын саңҡайтып, оло тәҙрәләрҙең өҫкө өлгөһө тәңгәлендә йәбешеп бәүелгән әлеге зәңгәр айға баҡты ла, тыңлашмаған телен көрмәлдереп, ниндәйҙер ауаз сығарғандай итте. Ауырыуҙың хәлен аңлап ярҙамға килгәндәй, тышта өҙөп-өҙөп бер ҡош саҡырҙы:
– С-суҡ-ҡ-ҡ! С-суҡ-ҡ! С-суҡ-ҡ!
– Һаҡ-ҡ! Һаҡ-ҡ!
– С-суҡ-ҡ!
– Һ-һаҡ-ҡ!
– С-суҡ-ҡ!..
 
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: