+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
28 Август 2021, 20:55

Корона кәңәштәре.

   * * *  Бүлмәгә әсәһе ингәс, Сашаның төшө өҙөлдө.- Нимә булды улым, йөҙөң ҡасҡан. Әллә насар төш күрҙеңме?Саша  әсәһенә әле генә күргән төшөн һөйләп ишеттерҙе.- Улым, һин  файҙалы төш күргәнһең. Хәҙер коронавирус тураһында бик күп белдек. Дошманыңдың  эске, тышҡы сифаттарын яҡшы белгән ваҡытта ғына, уны еңеп була. Аңлайһыңмы?.. -Беҙ уны мотлаҡ еңәсәкбеҙ, әсәй, ивет!?. -Әлбиттә, улым. Сөнки сиселешһеҙ мәсьәлә булмай.Саша ҡәнәғәт йылмайҙы:— Рәхмәт, Яуыз, кәңәштәреңә! -тине Саша үҙ алдына һөйләнеп.   Ә биргән  был кәңәштәреңде дуҫтарыма мотлаҡ еткерәсәкмен. Уларға бик файҙалы мәғлүмәт булыр ул. 

Корона кәңәштәре.
Корона кәңәштәре.

 

   * * * 
- Һин мине беләһеңме? - тине кемдер.
Көтөлмәгән тауышҡа Саша аптырап китте.
- Һин кем? Ниңә тутыҡҡан ҡаҙаҡтар ҡаҙалған тупҡа оҡшағанһың?
- Әллә  һин  мине  белмәйһеңме? - тине баяғы тауыш.. Мин - Корона!
- Нисек? - тип аптыраны Саша. Бөтә донъяны баҫып, кешеләрҙе ҡайғыға һалған   үлемес вирус - Корона һиииин?..
- Эйе, - тип яуапланы Корона тыныс ҡына.
 Саша битлеген битенә бәйләй һалды...
- Бәхетең, дуҫым, һин бөгөн иң изге күңелле Коронаға тап булдың. Минең һинән бер серем дә юҡ. Һора, бөтә һорауҙарыңа ла яуап бирергә әҙермен... Шуны алдан киҫәтеп ҡуям, беҙҙән зыян күрмәҫ өсөн бик аҡыллы, уңған, табип кәңәштәрен тулыһынса үтәргә кәрәк. Быға бөтә кешенең дә сабырлығы, тырышлығы етмәй. Шуға ауырыйҙар күптәр...
-  Һеҙ кешеләрҙе нисек ағыулайһығыҙ, шул турала һөйләһәңсе?! - тине Саша.
 - Беҙ кешенең эсенә күҙе, танауы, ауыҙы аша тамағына үтәбеҙ...
- Тамағына? Саша төкөрөгөнә ҡарылды...
-Эйе. Кешеләр йүткергәндә, беҙ уларҙың үпкәләренә үтәбеҙ.
- Тәүбәәә! Ә аҙаҡ нимә эшләйһегеҙ?
- Бына күрәһеңме,  минең түңәрәк өҫтөмдә ҡаҙаҡ формаһында аҡһымдар урынлашҡан. Шулар ярҙамында кешенең тамаҡ төбөндәге сәләмәт күҙәнәктәренә йәбешеп, юғары тиҙлектә үрсей башлайбыҙ. Үпкәгә барып төшкәс, ундағы сәләмәт күҙәнәктәр ҡырыла башлай. Үпкә үле күҙәнәктәр һәм һыу менән тула. Был кешенең тын алышына ҡамасаулай. Ҡанда кислород кимәле төшә һәм үпкә эшмәкәрлелеген юғалта.
- Ҡалай ҡурҡыныс! Һеҙҙең менән нисек көрәшергә?.. Ҡотолоп буламы һеҙҙән? - Саша артҡа сигенде.
- Була. Битегеҙҙе битлек, күҙҙәрегеҙҙе күҙлек менән ҡаплағыҙ!.. Кешеләргә бик яҡын бармағыҙ, аралашмағыҙ!..
- Тағы нимә эшләргә кәрәк?
- Ҡулығыҙ менән ауыҙ, танау, күҙҙәрегеҙгә ҡағылмағыҙ. Һәр ваҡыт йыуынып, таҙа йөрөгөҙ! Күберәк өйҙә ултырырға тырышығыҙ, күп кешеләр йыйылған урынды урап үтегеҙ! Шул ваҡытта беҙ һеҙгә зыян итә алмайбыҙ, - тине Корона.

Бүлмәгә әсәһе ингәс, Сашаның төшө өҙөлдө.
- Нимә булды улым, йөҙөң ҡасҡан. Әллә насар төш күрҙеңме?
Саша  әсәһенә әле генә күргән төшөн һөйләп ишеттерҙе.
- Улым, һин  файҙалы төш күргәнһең. Хәҙер коронавирус тураһында бик күп белдек. Дошманыңдың  эске, тышҡы сифаттарын яҡшы белгән ваҡытта ғына, уны еңеп була. Аңлайһыңмы?..
-Беҙ уны мотлаҡ еңәсәкбеҙ, әсәй, ивет!?.
-Әлбиттә, улым. Сөнки сиселешһеҙ мәсьәлә булмай.

Саша ҡәнәғәт йылмайҙы:
— Рәхмәт, Яуыз, кәңәштәреңә! -тине Саша үҙ алдына һөйләнеп.   Ә биргән  был кәңәштәреңде дуҫтарыма мотлаҡ еткерәсәкмен. Уларға бик файҙалы мәғлүмәт булыр ул. 

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА тәржемәһе.)
(Интернеттан.)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: