+29 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
26 Август 2021, 12:42

Сәғит АГИШ.

Аҡыл ҡайҙа?   Нәфисәнең атаһы менән әсәһе ҡунаҡҡа киттеләр.  Ул өләсәһе менән генә ҡалды. Өләсәһе ойоҡ бәйләргә ултырҙы. Ул, был эшен ваҡытты үткәрер өсөн генә эшләй. Нәфисә уның янына килеп ултырҙы. - Өләсәй, - тине ул, иркенләп кенә, - мин ҡурсағымды, боҙолмаһын өсөн, тоҙлап ҡуям әле. - Бына тинтәк, - тине өләсәһе, - ҡурсаҡты тоҙлайҙар тиме ни?

Сәғит АГИШ.
Сәғит АГИШ.

 

 
- Әсәйем магазиндан ҡаҙ алып ҡайтҡас, байрамға тиклем боҙолмаһын тип, тоҙлап ҡуйғайны.
Өләсәһе Нәфисәнең аҡылһыҙ һүҙ һөйләүенә кеткелдәп көлдө лә йомшаҡ ҡына итеп башына һуҡты:
- Бына бында, башыңда, аҡылың бармы һинең, юҡмы? Бигерәк йүнһеҙ һүҙ һөйләйһең.
- Аҡыл башта буламы ни? Әллә һинең, өләсәй, аҡылың башыңдамы?
- Башта булмай, ҡайҙа булһын? - тине өләсәһе. 
- Аҡыл бына бында була, - тине Нәфисә һәм телен сығарып күрһәтте.  - Мин ял көнө атайымдан: "Ниңә кәбеҫтә эсендә йомортҡа һарыһы кеүек алма үҫмәй икән?" - тигәйнем, ул миңә: "Ҡыҙым, һинең телеңә нисек шулай аҡылһыҙ һүҙ килә?" - тине. Ә бит башыңа тимәне...
Нәфисәнең өләсәһе тағы ла көлдө:
- Уйлап һөйләмәгәнгә ул, балам. Уйлап һөйләһәң, ундай тинтәк һүҙ һөйләмәҫ инең, - тине.
 
(Сәғит АГИШ.)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: