+26 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
14 Август 2021, 09:20

Зиннур УРАҠСИН.

  БАЛА ҺӘМ АЛМАӨс йәштәрҙәге малай әсәһе менән тәтелдәй-тәтелдәй трамвайҙа килә. Улар эргәһендәге оло ғына ҡатын быларҙың күңелле һөйләшеүенә ҡушылып китмәй булдыра алманы шикелле, шунан янындағы ҙур кәрзиндән алма алып, балаға тотторҙо. Малай тәмләп-тәмләп кенә ашай башлағайны, теге ҡатын:- Алманы бик яратаһыңмы? - тип һораны.

Зиннур УРАҠСИН.
Зиннур УРАҠСИН.


Малай, эйе тигәндәй, йылмайып ҡына ҡуйҙы.
- Миңә генә ул бул да ҡуй, гел алма ғына ашап торорһоң.
Малай ҡапыл алмаһын тешләмәй кире алды, ҡулында аунаҡлатып ултырҙы ла иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе.
- Мин алма яратмайым.
Теге ҡатын «мин юрый ғына әйттем, минең үҙемдең улдарым, ейәндәрем дә күп » тип ҡараһа ла, малай ҡабат алмаға тотонманы. Уның тештәре һыр һалған һутлы алма аяҡ аҫтында аунап ятып ҡалды.

(Зиннур УРАКСИН)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: