II.
Атаһының ҡайтып ингәнен күреү менән, Иргәйел ятҡан еренән һикереп торҙо. Моғайын, портфелендә берәй ҡыҙыҡлы уйынсыҡ йә һүрәтле китап барҙыр әле. Тик ул да эш ҡушырға уйлаймы әллә? Ана бит, йылмайып:
- Кем бара? - тип һорай. Иргәйел, ғәҙәтенсә:
- Бармайым! - тип ҡысҡырҙы. Сәлимә генә:
- Барам! - тип торған була.
Атаһы уға:
- Бар шул, ҡыҙым, мөғжизәле тамаша күрерһең, - тип, ҡурсаҡ театрына билет тотторҙо.
(Хәжәр ШАФИКОВА)