II.
Себеш ихатала ятҡан быҙау янына килде.
-Ҡара әле! Һин минең әсәйем түгелме ул?
-Мин үҙем дә бәпес кенә әле. Му-у-у!
-Ә ниңә шул тиклем ҙурһың?
-Әсәйем дә ҙур бит минең, - тине быҙау.
III.
Эргәләге таҡта өҫтөндә бесәй ята. Ул ҡояшҡа ҡыҙына.
-Һин минең әсәйем түгелме? - тип себеш бесәйҙе йоҡоһонан уятты.
-Мыяу, теләһәң, һинең әсәйең дә була алам. Кил миңә яҡыныраҡ. Тотоп ҡына ҡарайым әле үҙеңде, һылыуҡай, мыяу...
-Уау-уау! - тип ояһынан атылып сыҡты эт. -Алдай ул, ышанма! Һинең әсәйең - ҡыҙыл тауыҡ. Ана, тегендә ҡупырайып торған әтәс - һинең атайың, уау.
IV.
Эттең тауышын ишетеп, әтәс тә килеп етте:
-Ки-кри-күк, ки-кри-күк! Был бесәйҙән зыян кү-үп!
Бесәй ҡурҡып, тупһа аҫтына инеп юғалды. Әтәс һарыҡайҙы кетәк яғына алып китте:
-Әйҙә, улым, әсәйең һине күптән көтә.
Ә унда тауыҡ ғаиләһе мәж килә. Һап-һары туғандары йомортҡанан сығып бөткәндәр. Улар әсәләре менән пыр туҙып ҡорт-бөжәк эҙләй ине.
(Фәрзәнә Ғәбәйҙуллина)