-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
4 Август 2021, 14:38

ИЛАҠ. Хикәйә

Миләүшә Ғәйфуллина

Миләүшә Ғәйфуллина
Миләүшә Ғәйфуллина

  Өфөлә йәшәгән апайымдар кисләтеп кенә ҡунаҡҡа ҡайтып төштөләр. Йәш ярымлыҡ ҡыҙҙары  мыжып ҡына тора. Быны  “би”, тегене "би"... Бирмәһәң үпкәләп илай. Апайым иркенләп сәй ҙә эсә алманы. Урамға алып сығыр инек, киреләнә. Ахырҙа, әсәйем:- Сабый юлда йонсоған,  бар, ҡойондороп ал да, йоҡларға һал, - тип, ҙур таҫтымал тоттороп, тегеләрҙе мунсаға оҙатты. Шунан беҙҙе күстәнәс менән сәй эсергә ултыртты.Мунсанан һуң кескәй ҡунаҡ рәхәтләнеп йоҡоға талды. Беҙ ҙә тиҙҙән әүен баҙарына киттек.Иртән сәстән тартҡанға уянып китһәм, эргәмдә  Наза тора. Ҡулында - ҡаймаҡ яғылған икмәк.- Нимә кәрәк, илаҡ? – тим тегеңә.- Мә, мәмәй! - ти йылмайып.- Би, - тим, тегене үсекләп. Ул арала һеңлем Әнисә лә уянды.- Миңә лә мәмәй би, - ти ул да.Наза сәй эсеп ултырған әсәйемдән һорап, тағы ла бер киҫәк ҡаймаҡлы икмәк алып килде. Үҙе ҡыуана, ҡысҡырып көлә. Бер ҙә кисәге илаҡ ҡыҙ тип әйтмәҫһең. Шулай янда уралды-уралды ла,  ишек алдына сығып китте. Ә беҙ торорға иренеп, ятып ҡалдыҡ.Бер ваҡыт әсәйемдең борсоулы тауышы ишетелде:-Наза һеҙҙең янда түгелме? Үҙен һис тапмайбыҙ, ҡапыл юҡ булды ла ҡуйҙы.Һикереп тороп, күлдәктәребеҙҙе кейеп, урамға йүгерҙек. Әсәй артыбыҙҙан:- Күл буйына барып әйләнегеҙ әле, урамды ла яҡшылап ҡарағыҙ. Бәлки, берәйһенең ихатаһына инеп, шунда әүрәп йөрөйҙөр, - тип һөрәнләп ҡалды. Апайым картуф баҡсаһын, бар тирә-йүнде ҡарап сыҡты. Тик Наза һыуға төшкән кеүек юҡ булды ла ҡуйҙы.Инмәгән тишек, эҙләмән ер ҡалманы. Юҡ.  Бер кем күрмәгән. Шул ике арала ҡайҙа китеп өлгөрөргә мөмкин?..

 Хәлдән тайып, күтәрмәгә килеп ултырҙыҡ. Апайым менән әсәйем илай-илай белгән доғаларын уҡый. Беҙҙең дә күҙҙәргә йәш тығылды. Бер аҙҙан әсәй мине:- Бар, эткә ҡалған ашты сығарып һал, уныһы әле булһа ашамаған, - тип өйгә индереп ебәрҙе.Аш алып сығып, Муйнаҡты саҡырҙым. Маъмайыбыҙ иренеп кенә йоҡлап ятҡан еренән сығып, ашай башланы. Тап шул саҡ эт ояһынан  Назаның да башы күренде.Апайым йүгереп барып, уны күтәреп алды ла баяғынан да нығыраҡ илай башланы.-Эй, ҡыҙымды, бәләкәсемде, бәпкәмде ...Әсәйем: “Ҡуй, илама, баланы ҡурҡытырһың,”- тип уны саҡ тынысландырҙы.Баҡтиһәң, Наза Муйнаҡ ояһына инеп уйнаған да, йоҡлап киткән икән. Был хәл тураһында һуңынан ҡыҙыҡ итеп һөйләһәк тә, ул ваҡытта бер ҙә көлкө килмәй ине.Әлеге ваҡиғанан һуң,  Назаны ҡаҙ бәпкәһеләй гел ҡарап, һаҡлап ҡына йөрөттөк. Ул үҙе лә беҙгә ныҡ эҫенде. Хушлашыр көндәре еткәс тә,  беҙҙән айырылғыһы килмәй, илай-илай ҡалаға ҡайтып китте. Тик ул илауы тәүҙәге шикелле ялҡытҡыс түгел ине. 

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: