+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
25 Июль 2021, 16:08

Һунарсы терпе

Йәй көнө ауылға ҡайтһаҡ, бер минут та өйҙә торғо килмәй, тиҙерәк урамға ашығам. Унда бит баҫҡан һайын мөғжизә!Бына бөгөн дә, тиҙ генә ашап алғас,ишек алдына сыҡтым да тирә-яҡҡа ҡарап торам…Ҡапыл әкрен генә туҡылдаған тауыш ишетеп, һағайып ҡалдым. Нимә булыр икән был? Ҡалала булһа, ишек шаҡыйҙар тип уйлар инем.Тауыш умарталар ултырған баҡса яғынан килә. Алмағастарға ышыҡланып ҡына шул ергә яҡынлашым. Ни күрәм: ҙур ғына терпе бер тәпәйе менән умартаның кейәһенә таянған да икенсеһе менән кейәне туҡылдата. “Кем бар икән?”, типме, тауышҡа бер нисә ҡорт килеп сығыуы булды, терпе тегеләрҙе тәпәйе менән иҫәнгерәткәнсе һуҡты-һуҡты ла … тәмләп тереп ашаны ла ҡуйҙы! Бәй, ҡорттар ауыҙын саҡмай микән ни!?Терпене ҡыуып ебәрә һалдым да,был хәлгә хайран ҡалып, өйгә йүгерҙем:

Һунарсы  терпе
Һунарсы терпе



– Өләсәй, баҡсаға терпе эйәләшкән бит, күргәнегеҙ бармы ул? – тим.
Өләсәй:
– Булмайынса! Әллә уның менән танышырға ла өлгөрҙөңмө?
– Күрҙем, өләсәй, ҙууур терпе!
– Тамам йөҙәтте инде ул нәмә! Баҫып ултырған тауыҡ ояһынан сығыуы була, берәй йомортҡаны эләктереп ала ла ҡаса. Тәпәйәҙәре ҡул кеүек икән дә баһа уның! Етмәһә, рәхәтләнеп тереп бешеп кенә еткән еләктәрҙе һабағында килеш ашай! Һин, улым, сос бит, тотоп алһаң, яҡшы булыр ине. Олатайың урманға алып барып ҡалдырыр.
– Ҡайҙа к-рҙең һин уны?
– Умарта баҡсаһында…
– Ҡара һин уны! Көпә көндөҙ ҙә ҡурҡмай башлаған икән! Ни эшләп йөрөй унда, еләк кимерәме?
– Юҡ… Бал ҡорттарын тотоп ашай ҙа баһа ул!
– Һай, ҡороғор! Ҡайһылай хәйләкәр һунарсы икән! Ҡорттары ниңә унан тоттороп тора икән һуң?
– Ә ул тәпейе менән көйәне туҡылдата ла ҡорттар тауышҡа сыға…
– Вәт исмаһам яуыз! Ошо йәшемә етеп, бындай мөғжизәне күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ инесе. Берәй ҡунаҡ йәки дуҫ тип уйлап килеп сыға инде, хәйләһеҙ мәхлүктәр…
– Мин терпеләрҙе тик файҙа килтереүсе йәнлек тип уйлай инем ул, өләсәй…
– Шулай, улым, һиңә әйтә киләм бит: һәр ишек туҡылдатыусы дуҫ түгел… Йәнлектәрҙең дә, кешеләр кеүек үк, төрлөһө була шул…

Рәмзәнә Абуталипова

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: