-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
22 Июль 2021, 13:30

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Бәләкәй умартасы Ғабдрахман  урамдан уҡтай атылып килеп инде. — Атай, атай, мине бал ҡорто баҫтыра! Саға яҙҙы, әлдә ҡасып ҡотолдом... — тине, иламһырап. Атаһы йәһәт кенә кейенә башланы. — Осоп китмәһә ярар ине, күсебеҙ айыра башлаған, ахры. Әйҙә, улым, бал ҡорттары саҡмаҫлыҡ итеп кейен дә, миңә ярҙам итерһең! — Ҡурҡам, сыҡмайым, — тип танауын тартҡыланы Ғабдрахман. —  — Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, улым... Өйрәнгәнең үҙең өсөн! — тине лә, атаһы йәһәт кенә умарталыҡҡа сығып китте. Ғабдрахманға ла атаһына эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Умарталыҡ гөжләй... Айырылып сыҡҡан бал ҡорттары алмағасҡа һырыған. Ғабдрахман, ҡурҡып ҡына, күсте һоҫоп торған атаһы янына килде. — Улым, әйҙә, төтәтеп тор, осоп китмәһендәр! — тине атаһы. — Сәбәләнмәһәң, бал ҡорто бушҡа ғына саҡмай ул! Ысынлап та, тыныс ҡына торһаң, бал ҡорттары теймәй икән дә!.. Малайҙың кейемендә, безелдәшеп, рәхәтләнеп йөрөп яталар... Ғабдрахман атаһына һораған әйберҙәрен алып биреп торҙо. Бергәләп эшләгәс, эш ҡарышмай шул... Улар икәүләшеп бал ҡорттарын тубалға йыйып алдылар. — Иртәгә яңы умартаға ябырбыҙ. Шифалы бал йыйырҙар, — тине атаһы бәләкәй умартасы үҫеп килеүенә бик ҡәнәғәт булып. Миңлегөл ТАЙСИНА.        

ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ
ХИКӘЙӘЛӘР ДОНЪЯҺЫ

Бәләкәй умартасы

Ғабдрахман  урамдан уҡтай атылып килеп инде.

— Атай, атай, мине бал ҡорто баҫтыра! Саға яҙҙы, әлдә ҡасып ҡотолдом... — тине, иламһырап.

Атаһы йәһәт кенә кейенә башланы.

— Осоп китмәһә ярар ине, күсебеҙ айыра башлаған, ахры. Әйҙә, улым, бал ҡорттары саҡмаҫлыҡ итеп кейен дә, миңә ярҙам итерһең!

— Ҡурҡам, сыҡмайым, — тип танауын тартҡыланы Ғабдрахман. —  — Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, улым... Өйрәнгәнең үҙең өсөн! — тине лә, атаһы йәһәт кенә умарталыҡҡа сығып китте.

Ғабдрахманға ла атаһына эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.

Умарталыҡ гөжләй... Айырылып сыҡҡан бал ҡорттары алмағасҡа һырыған. Ғабдрахман, ҡурҡып ҡына, күсте һоҫоп торған атаһы янына килде.

— Улым, әйҙә, төтәтеп тор, осоп китмәһендәр! — тине атаһы. — Сәбәләнмәһәң, бал ҡорто бушҡа ғына саҡмай ул!

Ысынлап та, тыныс ҡына торһаң, бал ҡорттары теймәй икән дә!.. Малайҙың кейемендә, безелдәшеп, рәхәтләнеп йөрөп яталар...

Ғабдрахман атаһына һораған әйберҙәрен алып биреп торҙо. Бергәләп эшләгәс, эш ҡарышмай шул... Улар икәүләшеп бал ҡорттарын тубалға йыйып алдылар.

— Иртәгә яңы умартаға ябырбыҙ. Шифалы бал йыйырҙар, — тине атаһы бәләкәй умартасы үҫеп килеүенә бик ҡәнәғәт булып.

Миңлегөл ТАЙСИНА.

 

 

 

 

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас: