+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
21 Июль 2021, 13:41

ЯҠШЫ ЭШТӘН ЙӨҘ ЯҠТЫРА Хикәйә

Әсәһе Айнурҙы, йәйге каникулда, ауылдағы өләсәһенә алып килде. Ейәнең үҫкән, һиңә баҡсала эшләшергә ярҙам да итешер, тине.Матур йәй көндәрендә сейәләр ҡып-ҡыҙыл булып беште. Емештәре һутлы, тәмле.Бер көндө өләсәһе:

ЯҠШЫ ЭШТӘН ЙӨҘ ЯҠТЫРА Хикәйә
ЯҠШЫ ЭШТӘН ЙӨҘ ЯҠТЫРА Хикәйә

– Муйылыбыҙ ҙа бешкән, йыйып алайыҡ, – тине.
– Өләсә-ә-әй, муйыл бешмәгән, ҡыҙармағандар әле, ҡап-ҡаралар, – тине Айнур.
– Муйыл емештәре ҡап-ҡара булып бешә шул, улым.
– Ә-ә, улай ҙа була икән. Ҡара булғас тәмһеҙҙер ҙә муйылдары.
– Ҡара булһалар ҙа бик тә тәмлеләр.
Баҡсаға ингәс хайран ҡалдылар: ерҙә һындырылған муйыл ботаҡтары туҙып ята.
– А-а-ай, ниндәй ҡара эсле кешенең эше был?!
– Ҡара эсле ни була, өләсә-ә-әй?
– Күңеле боҙоҡ кешене шулай, тиҙәр. Яҡшылыҡ эшләгән кешенең күңеле лә, йөҙө лә яҡты була.
Шул ваҡыт урамда Илъяс күренде. Ул Айнурҙан өс йәшкә ҙур. Ниңәлер һаулыҡ та һорашмай үтеп китте. Башҡа ваҡытта, ихлас һаулыҡ һорашып, хәбәрен һөйләр ине.
– Илъяс, борол әле, кил бында! – тип ҡысҡырҙы өләсәһе, асыулы тауыш менән.
Ул башын түбән эйеп, теләр-теләмәҫ кенә баҡса янына килде.
– Был һинең эшеңме?! – тине өләсәһе, ерҙә ятҡан ботаҡтарға күрһәтеп.
– Юҡ...
– Телеңде күрһәт әле?!
Илъястың теле ҡап-ҡара ине.
– Бына, тотолдоң да. Етмәһә алдашып тораһың!
– Ғәфү итегеҙ, инәй?! Беҙҙең баҡсабыҙҙа муйыл юҡ...
– Улай икә-ә-ән...Әйҙә, өҫкә менеп, муйыл тирешеп бир әле, Илъяс улым. Бер яҡшылыҡ эшлә.
Илъяс өҫтәге муйылды, ә Айнур менән өләсәһе аҫтағы ботағынан тирҙеләр.
– Э-ээй, муйыл шәрбәтле генә икән! – тине Айнур, муйылды ашағас.
– Эйе, улым, быйыл уңған да. Йыл да күршеләргә лә йыйып алырға әйтәбеҙ.
Өләсәһе иң өҫтә торған муйылдарҙы ҡоштарға ҡалдырырға ҡушты. Уларҙың баҡсаға файҙаһы ҙур. Ҡоштар булмаһа, ҡорттар баҡсаға сәскән нәмәне ашап бөтөрҙәр ине, ти.
Өсәүләшеп тиҙ арала муйылды тиреп тә бөттөләр. Илъяс ярты биҙрә муйыл тиргән. Өләсәһе йыйған муйылын үҙенә бирҙе.
– Урлашыу, алдашыу яҡшы эш түгел. Икенсе һорап ал! Бына, өйгә алып ҡайт, беҙҙән күстәнәс булыр, – тине.
Илъяс шат йылмайып, рәхмәт әйтеп, ярты биҙрә муйылды алып ҡайтып китте.
– Өләсә-ә-әй, Илъяс ағай башҡа муйылыбыҙҙы һындырмаҫ инде, эйеме-е-е?
–Эйе, улым, был яғына яҡшы эштәр генә эшләр.

Нәсимә ҒАЙСИНА.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: