+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
16 Июль 2021, 19:31

Әсәйҙәр ниңә ҡартая? Гөлнур Яҡупова.

Хикәйә

Өләсәһенең бер һүҙе тынғы бирмәй Азаматҡа. 

- Шулай инде, ғүмер үтә, балалар үҫә, беҙ ҡартаябыҙ, - тип һөйләй ул йыш ҡына. 

Өләсәһе гел шулай ҡарт булған һымаҡ уға, сөнки йәш сағын күргәне юҡ. Азаматтың атаһын үҫтерәм тип ҡартайғанмы икән ни ул? Ә Азамат үҫһен өсөн уның әсәһенең йөҙөн йыйырсыҡ баҫырға, сәсе ағарырға тейешме? Юҡ, ул әсәһенең гел йәш, матур булып ҡалыуын теләй. 

- Әсәй, - тине ул бер көндө, - мин бүтәнсә үҫмәйем.

- Ниңә, улым? Яңы ғына, тиҙерәк ҙур үҫкем, һалдат булғым килә, ти инең бит? 

- Юҡ, үҫкем килмәй! Әтеү һин ҡартаяһың!

Әсәһе Азаматты ҡосаҡлап алды:

- Бөтә кеше лә ҡартая шул, улым. Шулай ҙа балалары тыңлаусан, аҡыллы булһа, әсәйҙәр тиҙ ҡартаймай...

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: