Сөләймән:
- Мин хәҙер, атай, көтөп тор - тип урынынан һикереп тороп, йыуынып, кейенде лә, сығып, атаһы эргәһенә кабинаға менеп тә ултырҙы. Уны атаһы көн дә үҙе менән саҡырмай.
... Бына аэропорт. Улар ҙууур самолет эргәһенә килеп туҡтанылар. Сөләймәндең күҙе шар булды... Самолеттар күктә бәләкәй генә булып күренәләр, ә бында!..
Йөк тейәүселәр самолетка ҙуур цистернаны һәм башҡа йөктәрҙе тейәнеләр.
Бында самолеттар күүүп, береһе килеп төшә, икенсеһе күтәрелеп осоп китә... Сөләймәндең ҡарап тороп , башы әйләнеп китте.
Атаһы:
- Улым, беләһеңме, минең иң ҙур самолет. Башҡортостан буйлап йөк ташыйым. Бөгөн яҡынға ғына барып киләм. Әгәр теләһәң һине лә осороп алып килә алам, - тине.
- Әлбиттә, мин рәхәтләнеп риза!..
- Әтеү, әйҙә, йәһәт кенә һикереп менеп ултыр.
Сөләймән шуны ғына көтөп торған тиерһең, биш секунд та самолетта, штурвал артында ултыра ине инде.
Бына люк ябылды, двигатель тоҡанды, самолет геүләп эшләй башланы һәм бер аҙҙан урынынан ҡуҙғалып китте. Шәбәйгәндән шәбәйеп, башта алғы тәгәрмәстәр, һуңынан артҡылары ерҙән айырылып, самолет күккә күтәрелде...
Өҫкә, юғарыға күтәрелгән һайын ағастар бәләкәйләнгәндән бәләкәйләнде, йылғалар, юлдар, таҫманы, ә машиналар шырпы ҡабын хәтерләтте... Хәҙер аңланы Сөләймән, ни өсөн ерҙән күктә осҡан самолеттар бәләкәй генә булып күренгәнен... Сөнки улар бик бейек осалар.
Был төш түгел, ә өн ине! Эх йәл, дуҫ малайҙары күрмәй уны... Күрһәләр көнләшеүҙәренән шартларҙар ине, тип уйланы малай, шатлығы эсенә һыймай. Тик элюминатор артындағы аҡ болот ҡына ҡулын болғап, малайға сәләм биреп йылмайҙы.
Шулай итеп Сөләймәндең хыялы тормошҡа ашты.
Ышанырға һәм сабыр ғына көтөргә кәрәк, шул ваҡытта хыялдар тормошҡа аша. Һин миңә ышанаһыңмы, дуҫым?
- Ышанам, - тине Сөләймән, атаһына йылмайып.