-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
12 Июль 2021, 17:15

Тормош дауам итә, ә ғүмер матур мәлдәрҙән йыйыла. ...

Гөлсәсәк МОСТАЕВА сәхифәһенән.

Тормош дауам итә, ә ғүмер матур мәлдәрҙән йыйыла. ...
Тормош дауам итә, ә ғүмер матур мәлдәрҙән йыйыла. ...

Май айы. Ер кипкән. Ҡояш йәйгә әҙерләнгәндәй, нурҙарын йәлләмәй йылыта. Төш мәле. Мәктәпкә бер куртка-итек кеймәй, формала ғына, хатта ки алмаш ҡата алып йөрөмәгән матур ҡоро саҡ...

Тыш шул тиклем йәмле, дарескә китер алдынан минең сәсте үрергә лә тупһаға сығып ултырҙыҡ, ахырҙа. Мин - аҫтараҡ һикәлтәлә, әсәй өҫтәрәк. Тарап сәс үрә, ә мин иҙрәп, башты борғоламай ғына тирә яҡты күҙәтәм. Ҡаршымда - өйгә терәлеп тигәндәй үҫкән ҡайыныбыҙ.

- Әсей, был ҡайын ҡасан ҡолаясаҡ? - тип һорайым.
- Әле ултыра әле. Һин үҙең әсәй булып, ошонда үҙеңдең ҡыҙыңдың сәсен үреп ултырырһың әле, - тине әсәйем...

Сәсемде үрҙертә һалып, мәктәпкә ашыҡҡанмындыр инде. Әсәйем өй йә баҡса эштәренә сумғандыр инде...

2018 йылдың йәйендә ауылдаштар осрашыуына ҡайтҡанда, инде кире Өфөгә юлға сығыр алдынан тик торғандан Гөлсөмдө фотоға төшөргөләп алдымсы. Тап теге тупһа ла ингән, ҡайын да фотоға төшөп өлгөргән. Аҙаҡ ҡына ошо фотолар һәм әсәйем менән серләшеү күренеше күңелем төбөндә бергә килеп ҡушылды💛

Ҡыҙым да булды, сәсен дә үрәм, шөкөр, минең сәсемде үреп ултырған әсәйем дә янда, һәм өйөбөҙҙөң биҙәге булған ҡайын да әле бар. Мең шөкөр!

Тормош дауам итә, ә ғүмер матур мәлдәрҙән йыйыла, шулаймы, дуҫтар?

 

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: