-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
11 Июль 2021, 19:05

Ҡыҙҙарға фольклориада бик оҡшаған

Ысынлап та, балаларға аң-белем даирәһен үҫтерергә, донъя, тирә-яҡ менән ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырырға ярҙам итә бындай байрамдар. 

Ҡыҙҙарға фольклориада бик оҡшаған
Ҡыҙҙарға фольклориада бик оҡшаған

VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышын телевизорҙан ҡарау менән бер рәттән Асель менән Гүзәл Әхмәтовалар байрамды барып та ҡараған. "Торатау" конгресс-холының Үрге майҙанында концерт бара ине. Индонезия, Колумбия, Үзбәкстан коллективтарының сығышын ҡараныҡ", - ти әсәләре.

Ҡыҙҙарға Колумбия, Индонезия бейеүселәренең сығышы ныҡ оҡшаған, уларға ҡушылып хатта үҙҙәре лә бейеп торған. Матур фонтандар, төрлө ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмәләр ҙә онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк иткән. Иҫтәлеккә ошондай Тәңкәбикә төшкән магниттар һатып алғандар.

Фольклориада үтеп китһә лә, ҡыҙҙарҙың хәтерендә ул мәңгегә ҡаласаҡ. 

Ҡыҙҙарға фольклориада бик оҡшаған
Ҡыҙҙарға фольклориада бик оҡшаған
Ҡыҙҙарға фольклориада бик оҡшаған
Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: