Инде йоҡлап киттек тигәндә кемдер тәҙрәне шаҡыны. Оҙон көн буйына арып, ял итергә тип ятҡан еренән, йылы тушәгенән айырғандарынамы, әсәйем һуҡрана-һуҡрана тәҙрә янына килеп: “Кем унда?” - тип һораны. “Апай, иртәгә Абдрахман килә”, - тине тыштағы тауыш. Был минең ике туған ағайым Миңлеғәленең тауышы ине. Әсәйем һүҙ ҡуйыртып торманы, урынына барып ятты.
Тик уның ауыр көрһөнөп, берсә уңға, берсә һулға борғаланып, уҙенә уңай урын таба алмайынса уфтаныуҙары мине хафаға һалды. Тамам йоҡом осто, башыма төрлө уйҙар килде. Абдрахман тигәндәре әллә атайымдың дуҫы микән? Бәлки атайым тураһында хәбәр алып киләлер? Атайым бына-бына ҡайтып төшөр тигән куңелле уйҙар менән йоҡоға талдым.
Иртән уянғанда әсәйем өйҙә юҡ ине. Өҫтәлдә, ғәҙәттәгесә, стаканға йылы һөт ҡойолоп, өҫтө бер телем икмәк менән ҡапланғайны. Һөт тигәндән, һыйыр аҫырарға хәленән килмәгәс, ауыр һуғыш йылдарында ла, унан һуң да әсәйем кәзә аҫыраны. Бигерәк һөтлөкәй ине ул кәзә, шуғалырмы, беҙ уны иркәләп, апайым менән “Һөтлөкәй” тип атаныҡ. Уның өҫтәуенә, ”Һөтлөкәй” беҙгә йыл да бәрәстәр бүләк итер ине. Тиҙ генә һөттө эстем дә тышҡа йүгереп сыҡтым.
Әсәйем ҡойма аша күрше Зиннәт ағай менән һөйләшеп тора ине. Зиннәт ағайҙың аҙаҡҡы һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалдым: “Күрше, бөгөн Абдрахман килә, ишеттеңме?” Тағы ни һөйләшерҙәр, тип ҡолағымды ҡарпайтҡан инем, әллә мине күреп ҡалдылар, хәбәрләшеүҙәрен туҡтатып, һәр ҡайһыныһы үҙ эше менән булыша башланы. Әсәйемдең ҡыланышына ҡарағанда, ул Абдрахман тигәндәре бер ҙә генә атайымдың дуҫы түгелдер, ана бит, әсәйемдең бөтөнләй кәйефе юҡ, ҡиммәтле әйберен юғалтҡан кешеләй, таба алмаҫмынмы тигәндәй, йә унда, йә тегендә барып төртөлә, һарай эсенә әллә өс тапҡыр инеп сыҡты . “Бәләкәсем, уяндыңмы”, - тип көндәгесә арҡамдан да һөймәне, ҡоро ғына: “Өйҙә һыу бөткән”, - тине лә тағы һарайға йүнәлде. Бер аҙҙан, элекке көн генә тыуған бәрәсте тотоп, бер өйгә инде, бер кире һарайға табан атланы. Мин тамам аптырауға ҡалдым.
Биҙрәләремде алып, һыуға киттем. Унда Нурисафа апай осраны. “Әсәйеңә әйт, бөгөн Абдрахман килә“, - тип тормаһынмы. Мин тамам түҙемлегем бөтөп: ”Ул ниндәй Абдрахман?” - тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. “Әсәйең үҙе белә”, - тине Нурисафа апай кинәйәле генә йылмайып. Тиҙ генә биҙрәләремде тултырҙым да эре аҙымдар менән ҡайтыу яғына ыңғайланым. “Хоҙайым, бөтә ауыл белә, бер мин генә белмәйем, етмәһә, апайым ҡунаҡҡа тип күрше ауылдағы ике туған апайымдарға киткән ине, һаман ҡайтмай. Ул ниндәй Абдрахман икән? Туҡта, был әллә… Йә,хоҙай! Әсәйем… әллә кейәүгә сыға микән?” Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте, атлап барған ерҙән шып туҡтаным. Биҙрәләрем сайпылып, һыу тамсылары аяҡтарыма һирпелде. Ана бит Фаҙлыйҙың әсәһе ирһеҙ донья көтөүҙәре ауыр тип, сулаҡ Хәйретдинде өйөнә индергән. Әллә әсәйем дә…
Кәрәкмәй миңә кеше атаһы. Минең үҙемдең атайым бар! Бар… Тик мин уны бер ваҡытта ла тере килеш күргәнем булманы. Стенала эленеп торған фотоһүрәтенән, әсәйем, апайым һөйләүҙәренән, беҙҙе һағынып яҙған хаттарынан ғына беләм. Ул һуғышҡа киткәндә миңә ни бары йәш ярым ғына булған.
Хәтирәләргә батып килгәндә, беҙҙең өй янына оҙон буйлы, өҫтөнә ҡара костюм кейгән, яурын аша сумка аҫҡан бер ирҙең яҡынлашҡанын күреп, биҙрәләремде сайпылдыра-сайпылдыра шәберәк атланым.
Биҙрәләремде ултыртыуым булды, йүгереп яныма әсәйем килде лә, ҡулыма бер төргәк тоттороп: “ Мейескә тыҡ”, - тине лә шәп-шәп аҙымдар менән ҡапҡа яғына атланы. Был нәмә тип уйларға ла өлгөрмәнем, төргәгем, йән ингәндәй, ҡыбырлай ҙа башланы, уның артынса “мә-мә” тигән тауыш ишетелде.
Бәй, был бит беҙҙең кәзә бәрәсе! Ә ниңә уны мейескә тығырға? Бәлки мин яңылыш ишеткәнмендер? Төргәкте тотоп, тупһаға сыҡтым. Әсәйем менән теге ир һарай янында ниҙер һөйләшәләр ине. Әсәйем минең яҡҡа асыулы ҡараш ташланы, хатта йоҙроғон да төйҙө. Ярай әле теге ир аңғарманы, арты менән тора ине. Кире өйгә индем. Мейес ҡапҡасын астым. Мейес йылы, көлө һыуынып та бөтмәгән. Нимә эшләйһең, әсәйҙе тыңламайынса булмай, төргәкте мейескә тығып, мейес ҡапҡасын һоҫҡо менән терәтеп ҡуйҙым.
Күп тә үтмәне, әсәйем менән теге ир өйгә инделәр. Ултырғысҡа яйлап ултырып, өҫтәлгә ҡағыҙҙарын һалып, ниҙер яҙа башланы. Ә минең ике күҙем мейестә, бөтә уйым бәрәстә. Ул янып ҡына ҡуймаһын тип ҡайғырам. Әсәйем ул арала сәй әҙерләне. “Абдрахман, сәйҙән ауыҙ ит”, - тигәс кенә, бына кем икән Абдрахман, тип уйлап ҡуйҙым, мейестән күҙемде алмайынса. Был Абдрахман тигәндәре сәйҙе өрөп-өрөп инде яй эсә, әйтерһең, ғүмерендә лә сәй күрмәгән.
Уға булған асыуым ҡабарғандан ҡабара, хәлемдән килһә, елкәһенән тотоп ырғытырҙай булып ултырам. Әсәйемде лә әйтер инем, ҡәҙерле ҡунаҡтай күреп, бер алдында, бер артында өтәләнә.
Ниһайәт, Абдрахман торҙо, ҡулына папкаһын алды, инде сығам тип ишек тотҡаһына тотоноуы булды , гөрһөлдәп мейес ҡапҡасы иҙәнгә ауҙы, мейестән көлгә буянып бөткән бәрәс килеп сыҡты. Абдрахман аптырауҙан, күҙелдереген бер кейеп, бер сисеп, бәрәскә текләне. Ә бәрәс, бер ни булмағандай, иҙән уртаһына баҫты ла, “мә-мә” тип баҡырып ебәрҙе. “Нимә булды был”, - тип Абдрахман әсәйемә ҡараны. “Белмәйем,” - тигән булды әсәйем, яҡ-яғына төкөрөнеп, ә үҙенең ҡобараһы осоуҙан йөҙө ап-аҡ ине. “Әллә күҙемә күренә инде, шайтан һүрәте”, - тине тамам аптыранған Абдрахман, тирә-яғына төкөргөләп. “Өйөгөҙгә шайтан оялаған, мулла саҡыртып, өшкөртөгеҙ”, - тине лә ишекте япты. Уның артынан әсәйем сыҡты. Шуны ғына көтөп торғандай, мин сәпәкәйләп “шайтан, шайтан” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, бәрәс тирәләй әйләнә башланым. Бәрәсте Абдрахман тигән әҙәмдән ҡотҡарып алып ҡалыу ҡыуанысы шул хәтлем ҙур булғандыр, хатта әсәйемдең өйгә ингәнен дә һиҙмәгәнмен. Беҙгә ҡарап әсәйем дә шарҡылдап көлә башланы, уға ҡушылып мин дә көләм, тик бәрәс кенә беҙгә аптырап, ике ҡолағын тырпайтып, күҙҙәрен селт-селт йомоп ҡуйҙы.
Раҡияның өйөнә шайтан оялаған, тигән хәбәр икенсе көн һәр кемдең ауыҙында ине. Беҙ урамдан үткәндә, кемдер беҙҙе йәлләп, кемдер ҡурҡып, кемдер ышанырғамы, юҡмы тигәндәй, аптыраулы ҡараштары менән оҙатып ҡала ине. Ә инде мәктәпкә уҡырға төшкәс, “шайтан Рәйсә” тигән ҡушаматты сәпәп тә ҡуйҙылар. Ул ҡушамат өсөн әсәйемә үпкәләп тә ҡуя инем, тик бәрәс менән булған хәлде бер кемгә лә һөйләмәҫкә тигән антыма тоғро булып ҡалдым.
Тик йылдар үткәс кенә әсәйемдең һалымдан әҙ генә булһа ла ҡотолоу өсөн бәрәсте мейескә йәшергәнен белдем. Ә Абдрахманға килгәндә, беҙгә инер алдынан Зиннәт ағай уны әсе бал менән һыйлаған булған, әсе балдан һуң әсәйемдең йылы сәйен эскәс, баяғы бәрәс уның күҙенә “шайтан” булып күренгәндер инде. Ә мин, иҫәр, ете йәшлек бала, ул Абдрахманды бәрәс урлаусы әҙәм итеп күҙаллағанмын. Һуғыштан һуңғы йылдар бигерәк ауыр булған, һәр тине иҫәпле булғандыр әсәйемдең, етмәһә, атайым да яу яланынан әйләнеп ҡайтманы…