Башҡорт телендә туғанлыҡ терминдәры иҫ китмәле бай һәм төрлө. Ҡайһы бер һөйләштәрҙә хатта әҙәби телгә инмәгән әллә күпме һүҙҙәр осрай.
Башҡорт телендә атамалар үҙ-ара мөнәсәбәттең нескәлегенә тиклем иҫәпкә алып ҡушылған. Бер миҫал килтерәйек: һеҙ үҫкәс, синыфташтарығыҙҙың иренә йәки ҡатынына кем тип әйтерһегеҙ? Әгәр ул һеҙҙән кесерәк икән - һеңлем йәки ҡустым тип әйтеп булмай, сөнки синыфташың һинең менән тиң. Өлкәнерәк булһа, тағы апай йәки ағай тип әйтеү ситен. Башҡорттар бик матур атама уйлап тапҡандар: "һыйлым". Туғанлыҡ атамалары ла шулай. Еңгәй, еҙнәй, бикәм һәм башҡа бик күп атамалар йәш ҙурлығын белгертмәй. Хәҙер ошо атамаларға ентекләберәк туҡталайыҡ.
Әсәй яғынан билдәләйек. Атайыңдың атаһы әсәйеңә ҡайны, әсәһе - бейем йәки ҡәйнә була, ә атайыңдың ағаһы - ҡайнаға, ҡустыһы ҡәйнеш, һеңлеһе - бикәс, апаһы - бикәм, ағаһының йәки ҡустыһының ҡатыны - апаһын йәки килендәш, һеңлеһенең ире - кейәү.
Атайың яғынан. Әсәйеңдең атаһы - ҡайны, әсәһе ҡәйнә, ҡайһы бер төбәктәрҙә әбей һәм бабай тип өндәшәләр. Ағаһы - ҡайнаға, апаһы - ҡайынбикә, ҡустыһы ҡәйнеш, һеңлеһе балдыҙ, ағаһының ҡатыны - ҡайынйеңгә, ҡустыһының ҡатыны - килен, апаһыныңһәм һеңлеһенең ире - бажа.
Үҙеңә. Атайыңдың да, әсәйеңдең дә атаһы - ҡартатай йәки ҡайһы бер төбәктәрҙә олатай тиҙәр. Атайыңдың әсәһе - өләсәй, ҡайһы яҡтарҙа ҡәрсәй тиҙәр. Әсәйеңдең әсәһе - өләсәй. Әсәйеңдең һәм атайыңдың апаһы - инәй, ҡайһы яҡтарҙа әбей тиҙәр. һеңлеләре - апай. Ағайҙары - бабай, олатай. Үҙеңдән өлкәндәр ағай, апай.
Үҙеңдән кеселәр - ҡусты, мырҙа, мыртый, туғаным, һеңлем, һылыу, иркәм.
(И.Д.Бураҡаев, М.С.Бураҡаева, М.Б.Юлмөхәмәтов. " Тормош һабаҡтары", 5 синыф өсөн дәреслек, Өфө: Китап, 2005 йыл.)
+22 °С
Ясна